Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шағир ҡатыны ...Салауат районына, Дүртөйлө ҡалаһына барған сәфәрҙәребеҙҙе әле лә йыш иҫкә алам. Сафуан ағайҙың тыуған ауылы Тирмән мәктәбендә шағирҙың музейын булдырып, юбилейына китабын, буклетын сығарып, күргәҙмәләрен, кисәләрен ойоштороп, архивын барлап, тәртипкә килтереп, 75 йыллығын үткәреү эштәрен түңәрәкләне лә, инде минән бурыс төштө, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ, тигән кеүек ҡапыл ғына китте лә барҙы Фәрҙиә апай.
Бер-береһен яратҡан, ғүмер буйы парлы булып йәшәгән кешеләрҙең береһе яҡты донъянан китһә, икенсеһе лә яңғыҙ оҙаҡ йәшәй алмай, тиҙәр. Бындай мөхәббәт тоғролоғона миҫалдар күп: әҙәбиәт донъяһында ла, көндәлек тормошобоҙҙа ла.
Күренекле шағир Сафуан Әлибаев менән ҡатыны Фәрҙиә апайҙың яҙмышы хаҡында уйлағанда шундай һағышлы кисерештәр йәндә урала. Фәрҙиә апай нисәмә йыл ҡаты сирләп ятҡан Сафуан ағайҙы ҡарауы, балалар кеүек тәрбиәләүе менән мөхәббәт һәм тоғролоҡ фиҙакәрлеге күрһәтһә, шағир арабыҙҙан киткәс, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның ижадын мәңгеләштереү буйынса тәү сиратта ниәт иткән бөтә эштәрен тормошҡа ашырып, 75 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы итеп үткәреүе менән тереләргә ижади ҡаһарманлыҡ өлгөһөн күрһәтте. Һәм… төп эштәрҙе башҡарҙым инде тигән кеүек, көтмәгәндә-уйламағанда үҙе лә яҡты донъя менән хушлашты.
Сафуан ағай менән Фәрҙиә апайҙың тормошо – үҙе әллә нисә романға һый­малы яҙмыш. Сафуан ағай менән бер редакцияла байтаҡ йылдар эшләгәс, әҙәбиәт донъяһында ҡайнағас, уларҙың тормошо хаҡында әҙме-күпме хәбәрҙармын. Иптә­шем Нияз Мәһәҙиевтең дә “Башҡортостан” гәзитендә Сафуан ағай менән ул баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгәндә ижад юлдары киҫеште. Баҡсаларына барып шағир егеттәр менән ярҙам итеш­кәндәре лә булды. Шуға ла ағай ауырып ятҡанда бер нисә тапҡыр баҡса емеш­тәребеҙ менән хәл белешергә лә барҙыҡ, Фәрҙиә апайҙың уны бала кеүек ҡара­ғанына үҙебеҙ шаһит булдыҡ.
Сафуан ағай яҡты донъянан киткәс, уның 75 йыллығын лайыҡлы билдәләр өсөн Фәрҙиә апай иҫ китмәле ҙур ты­рышлыҡ һалды. Бөтәһенә лә өлгөрөргә ашыҡты. Әйтерһең, үҙенә лә самалы ғына ғүмер ҡалғанын һиҙә ине. Әҙәбиәт музейы менән берлектә Сафуан Әлибаевтың тыу­ған яғында – Салауат районының Тирмән ауылында бер нисә ай эсендә һоҡланғыс музей булдырҙылар. Әҙәбиәт музейы хеҙ­мәткәре Альмира Вафир ҡыҙы Шәрипова менән күп тапҡыр барғандар ауылға. Аҙналар буйы ятып эшләү һөҙөм­тәһендә 2015 йылдың 1 сентябрендә, яңы уҡыу йылы башланған тантаналы көндә, му­зейҙы асыу сараһы булды. Унда Фәрҙиә апай Альмира Шәрипова менән бергә “Йән­шишмә” гәзитенең баш мөхәррире Мир­сәйет Юнысов менән мине лә саҡырғайны.
Оҙон юл буйына нимә хаҡында ғына һөйләшмәнек. Йәл, янда диктофон юҡ ине. Фәрҙиә апайҙың һөйләгәнен тыңлау – үҙе бер кинәнес. Үҙеңде әҙәби китап уҡыған кеүек тояһың. Ҡайҙан шул тиклем һүҙ байлығы, тапҡыр тел – иҫ китерлек. Юлда ла, мәктәптә лә музейҙы эшләргә ярҙам иткән кешеләр хаҡында рәхмәт тойғолары менән хәтергә алды. Улар – “Янғантау” шифаханаһы директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Энгельс Вәрис улы Ҡолмөхәмәтов (әйт­кәндәй, ул заманында беҙҙең үтенес буйынса ошо уҡ ауылдан иртә киткән талантлы шағир Ғәбиҙулла Зариповҡа ла портатив машинка менән ярҙам иткәйне, рәхмәттәребеҙ үҙенә изгелектәр булып ҡайтһын. Аҙаҡ уға Ғәбиҙулланың шул машинкала үҙ ҡулдары менән баҫып әҙерләп киткән һуңғы шиғырҙар китабы баҫылып сыҡҡас та депутаттың ҡабул итеү көнөндә алып барып тапшырҙыҡ), район советы рәйесе Ринат Хәтмулла улы Әбдрәшитов, ауыл хакимиәте башлығы Наил Нәдир улы Хажиморатов, мәктәп директоры Лариса Миңлебай ҡыҙы Мөхәмәтова, уҡытыусы Рәйзәнә Шакир ҡыҙы Солтанова һәм башҡалар…
– Шәхесте халыҡ тәрбиәләй, ҡалған ғүмере – беҙҙең ҡулда, шәхестәрҙе онот­тормаҫҡа кәрәк. Хәтерҙе яңыртып торайыҡ, – тине Фәрҙиә апай, үҙенә һүҙ бирелгәс. – Быйылғы уҡыу йылы иҫегеҙҙә һаҡ­лан­һын. Шағир Сафуан Әлибаев исемен йө­рөткән мәктәптә белем алып, ҙур шә­хес­тәр булып үҫегеҙ, тыуған ерегеҙҙән айы­рылмағыҙ. Һеҙ бөгөн яҡташығыҙ Саф­уан Әлибаевтың шиғырҙарын хисләнеп, тетрәнеп һөйләнегеҙ, хатта ҡатлы-ҡатлы исемдәре булған артистар ҙа шулай уҡымай, йырҙарын ихлас башҡарҙығыҙ. Барығыҙға ла рәхмәт.
Шағир ҡатыныТантаналы линейканан һуң ҡунаҡтарҙы музейҙы асырға һәм уның менән таны­шырға саҡырҙылар. Фәрҙиә апайға ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы бирелде. Бында килеп инеү менән Сафуан ағайҙың тауышы ишетелде. Магнитофон таҫмаһынан үҙе уҡыуында шиғыр яңғыраны. Ниндәй әҫәр икәнен белергә теләп, Фәрҙиә апайға мө­рәжәғәт иттем. Әммә ул ишетмәне. Күңеле менән бөтөнләй икенсе донъяла, ҡәҙерле кешеһе янында, бергә ваҡыттағы бәхетле саҡтарында һәм шул уҡ мәлдә бөгөнгө әсе хәҡиҡәт – оло юғалтыу хәсрәте диң­геҙендәге һағыш тулҡындарында ине. Шул донъяға һаҡһыҙ ҡағылыуыма үкенеп ҡуйҙым. Фәрҙиә апайҙың күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне…
Музей зауыҡ менән биҙәлгәйне. “Шә­жәрә”, “Ҡәләм­дәш­тәренең иҫтәлекле бү­ләктәре”, “Бала сағы, мәктәп йылдары”, “Сту­дент йылдары”, “Әҙәбиәт, журналис­ти­ка майҙанында”, “Юлдарым, юлдарым…”, “Йырлап тора күңелем”, “Ижад бейек­лек­тәре” кеүек бүлектәр шағирҙың тормош һәм ижад юлы хаҡында һөйләй. Бында шулай уҡ Фәрҙиә апай эш өҫтәлен дә, портфелен, яҙыу машинкаһын, өҫ кейем­дәрен, сәхнәлә сығыш яһаған елә­нен, Хөкүмәт наградаларының, маҡтаулы исем­дәренең, премияларының, Союз ағзаһы кенәгәләренең, комсомол билеты, универ­ситет дипломының күсермәлә­рен, дуҫта­рының автографлы китаптарын, сәхнә әҫәрҙәренең афишаларын, фотоларын һәм башҡа күп кенә шәхси әй­берҙәрен килтергәйне. Әлбиттә, тағы ла байытаһы, тулыландыраһы хаҡында ла теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе Фәрҙиә апай.
Музейҙан һуң Тирмән ауылы зыяратына юлландыҡ. Сафуан ағайҙың ҡәбере ситтә генә.
– Әлибаевтар бөтәһе лә ошо тирәлә ерләнгән. Ун бер бала үҫкәндәр, әле бер Йәүһәриә апай ғына иҫән, – тине Фәрҙиә апай.
Ысынлап та, Сафуан ағай янында бер нисә туғанының да ҡәбере бар. Мәктәп уҡыусылары үҙенә биргән бөтә сәскәләрҙе лә шағир ҡәберенә һалдыҡ. Рухы алдында баш эйҙек, доғалар уҡыныҡ.
– Ҡәбер ташын да, кәртәһен дә ҡуя­һыбыҙ бар әле. Был – беҙҙең бурыс, – тине Фәрҙиә апай.
Эй, яҙмыш, тиҙҙән үҙенең дә ошонда килеп мәңгелек төйәк табырын ҡайҙан белһен инде әҙәм балаһы…
Фәрҙиә апай ашыға-ашыға Сафуан ағай­ҙың юбилейына әҙерлек эштәрен башланы. Әҙәбиәт музейында ла шағир ижады­на арналған яңы күргәҙмә асыу уңа­йы­нан кисә ойошторолдо. Сафуан Әли­баевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға буклет сыҡты, өр-яңы шиғыр китабы донъя күрҙе – былар барыһы ла шағир ҡатыны Фәрҙиә апайҙың тырышлығы менән башҡарылды. Юбилейына әҙерлек осоронда күп тапҡыр телефондан һөйләшеп, кәңәшләшер булды.
“Башҡортостан” гәзитенә Сафуан ағай хаҡында яҙыуымды һорағас, олпатыраҡ, дәрәжәлерәк шағирҙар яҙһын, бының ме­нән Сафуан ағайҙың да абруйын күтә­рәһегеҙ бит, тип баш тарттым. Уның ҡара­уы, үҙебеҙҙең “Йәншишмә”лә бергә эш­ләгән ҡәләмдәштәрҙең иҫтәлек, хәтирәлә­рен ойоштороп, ҡуш биттә мәҡәләләр әҙерләргә вәғәҙә иттем. Өлкән яҙыусылар Мөкәрәмә Садиҡова, Әлфинур Вахитова, йәшерәктәрҙән Факиһа Туғыҙбаева, Нияз Мәһәҙиев һәм үҙемдең сығыштар бергә эшләгән йылдарҙағы фотолар менән донъя күрҙе. Фәрҙиә апай быға бик ҡыуанды.
Филармонияла үткән оло кисәһендә сығыш яһарға, Дүртөйлө ҡалаһының мәҙәниәт һарайындағы сарала ҡатнашырға саҡырһа ла, йәнә баш тартырға тура кил­де, сөнки уға тиклем Дүртөйлөлә “Ҡояш­ҡай” балалар баҡсаһы һәм Назар Нәжми исемендәге гимназия саҡырыуы буйынса барып ҡайтҡайныҡ инде. Унда барғанда ла, ҡайтҡанда ла һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Фәрҙиә апайҙы тыңлау – үҙе бер мәктәп.
Сафуан ағай менән Динис ағайҙың дуҫлығы, ҡайһы бер кешеләрҙең уларҙы дошманлаштырырға тырышыуы хаҡында ла фәһемле ваҡиғалар бәйән итте. Ә инде ҡатындары Рәйлә апай менән Фәрҙиә апайҙың, балаларының үҙ-ара бер ғаилә кеүек татыу йәшәүҙәре – күптәр өсөн һоҡланғыс өлгө. Рәйлә апай вафат булғас, хатта уның ейәндәре Фәрҙиә апайға: “Һеҙҙе өләсәй тип әйтергә яраймы?” – тип ынтылып тороуҙары ла юҡҡа түгел. Ике сабыр, аҡыллы ҡатындың уртаҡ серҙәре лә күп булған.
“Аҡманай”ҙағы баҡсаларында үткәргән миҙгелдәрендә әҙәбиәт хаҡында күпме әңгәмәләр булғанын да иҫкә төшөрҙө Фәрҙиә апай. Рәйлә апайҙың “Башҡорт­остан” гәзитендә баҫылған мәҡәләһенә һоҡланыуымды белдергәс, яҙышһа, бына тигән әҙип булыр ине, тигән фекеремде әйткәс, Фәрҙиә апай: “Ә уның яҙған китабы бар ине бит ул, – тине. – Дөрө­ҫөрәге, ҡулъяҙмаһы. Миңә уҡып ҡарарға ла тәҡдим итте. Ә мин: “Ярай, тамамлағас йәки баҫылып сыҡҡас, яйлап уҡырмын”, – тигән булдым. Икенсе юлы барһам: “Китап юҡ инде”, – тине. Ҡараһам, мейескә һуңғы биттәрен ырғытып, үткәндәре менән хушлашҡандай, әрнеп ялҡын уттарына төбәлгән. “Ниңә улай иттең? Тарих ине бит ул, һинән, беҙҙән башҡа бер кем белмәгән, бер кем әйтә алмаған дөрөҫлөк ине”, – тинем”.
Фәрҙиә апайға нимәләр хаҡында яҙға­нын ҡыҫҡаса ғына һөйләгән була. “Балаларымды уйланым. Ауырлығы уларға төшмәһен тинем”, – тигән уға Рәйлә апай. Ике бөйөк ҡатын. Күпме серҙәрҙе алып киттегеҙ һеҙ үҙегеҙ менән?!
Фәрҙиә апайҙың да яҙыу ҡеүәһе көслө ине. Дүртөйлөләге гимназияла осрашыу ваҡытында балалар үҙе хаҡында һөйләүен һорағас, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында әҙәби мөхәррир булған йылдарында башҡарған эштәренә туҡталып үтте:
– Репертуарҙа башҡорт әҫәрҙәре булмағас, “Таҙ батыр” әкиәте буйынса “Тере һыу” спектаклен әҙерләнем. Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһына инсценировка яҙҙым. “Доктор, ай, ауырта” спектаклен һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәрен кескәйҙәргә тәҡдим иттем.
Сафуан Әлибаевтың иҫ киткес моңло йырсы булыуын барыһы ла беләлер. Табындарҙамы, шиғыр кисәләрендәме, осрашыуҙарҙамы – ҡайҙа ғына булмаһын, ул бар ерҙә шағирҙар сығышынан һуң тамашасылар мотлаҡ уның йырлауын һорай торғайны. Үҙе лә һис инәлтеп торманы, зыңғырлатып йырлай ҙа ебәрә ине. Университетта II курста уҡып йөрөгәндә 1964 йылда телевидение йырсыларға конкурс иғлан итә. Сафуан ағай иҫ киткес матур йырлаған Фәрҙиә апайға ла: “Әйҙә, барайыҡ”, – тиһә лә, ул баш тартҡас, бер үҙе генә ҡатнаша. “Башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны башҡарып, беренсе урынды яулай. Ошонан һуң Сафуан ағайҙы Башҡорт дәүләт филармо­нияһына эшкә саҡыралар. “Ни эшләргә икән?” – тип Фәрҙиә апай менән кәңәш­ләшә. Йәш кенә булһа ла, Фәрҙиә апайҙың аҡылына һоҡланырлыҡ. Ул: “Ике “Ф”-ның береһен һайлайһың инде”, – тип яуаплай. Йәнәһе, йә филармония, йә Фәрҙиә. Әгәр шул саҡта Сафуан ағай филармонияны һайлаған булһа, бәлки, унан шәп йырсы ла сығыр ине, әммә башҡорт әҙәбиәте Сафуан Әлибаев тигән моңло шағирҙы юғалтыр ине. Бының өсөн дә беҙ Фәрҙиә апайға рәхмәт әйтергә бурыслыбыҙ.
Дүртөйлөлә Фәрҙиә апай Сафуан Әлибаев хаҡында балаларға шағир булараҡ ҡына һөйләп ҡалманы, иң мөһиме – кешелек сифаттарына туҡталып үтте. Сафуан ағайҙың мәктәп йылдарында гел “бишле”гә уҡыуын, башта рәссам, шунан математик булырға теләүен белеү ҙә балаларға шағир хаҡында белемдәрен арттырғандыр.
Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була, тигәндәре раҫтыр. Сафуан Әли­баевтың гармунда ла, баянда ла, ҡурайҙа ла уйнауы тураһында ла әйтеп үтте Фәрҙиә апай. Үҙенең шиғырҙарынан тыш, тәржемә эше менән дә булышҡан шағир: А. Пушкин, М. Лермонтов, Р. Ғамзатов, Д. Кугультинов, Э. Межелайтис кеүек байтаҡ шағир­ҙарҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарған. “Ә үҙе­нең шиғырҙарын урыҫ телендә яңғыратыр өсөн тәржемә­селәргә бирергә ашыҡманы. “Үҙемдең халҡым уҡығас, етмәйме ни?! Мостай Кәримдеке кеүек тәржемәселәр булмаһа, нимәгә кәрәк”, – ти торғайны. Шулай ҙа тәржемә ителгән шиғырҙары бар, шуларҙы ыҡсым ғына итеп бер йыйынтыҡҡа туплармын, тип уйлайым”.
Сафуан Әлибаевтың драматургияһына ла туҡталды Фәрҙиә апай. “Айыу бабай йоҡламай” тигән әҫәре Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының репертуарынан егерме йыл буйына төшмәне. Ә “Салауат саҡы­рыуы” бер нисә фестивалдә ҡатнашты, дипломға лайыҡ булды.
– Архивы бай, – тине Фәрҙиә апай. – Ҡырҡлаған блокноты бар. Шуларҙы ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Ҡыҫҡа хикәйәләр ҙә яҙған. Паустовский, Пришвин кеүек тәбиғәт күҙәтеүҙәре лә тупланған.
Тормошта ябай кеше булды. Нимә бешерһәң, рәхмәт әйтеп шуны ашаны. “Асып инергә ишегебеҙ, ятып йоҡларға урыныбыҙ, алып уҡырға китабыбыҙ бар”, – ти торғайны. Ҡырҡ туғыҙ йыл бергә йәшә­нек. Бер ваҡытта ла кәмһетмәне, ғаиләлә үҙен ипле тотто, тауыш та, ҡул да күтәрмәне. Ир-аттың ҡайһы береһе эскелек менән мауыға, Сафуан улай булманы, йәй ҡармаҡ тотоп йылға буйында ултырырға яратты, ҡыш саңғыла йөрөнө. Баҡсалағы бөтә ир-ат эшен үҙе башҡарҙы, утҡа хәтлем үҙе үткәрҙе.
Фәрҙиә апай иң һуңынан балаларға теләктәрен дә еткерҙе: “Арағыҙҙан килә­сәктә, бәлки, шағирҙар ҙа, артистар ҙа сығыр. Әммә ҙур хәреф менән әйтерлек Кеше булығыҙ”, – тине.
...Салауат районына, Дүртөйлө ҡала­һына барған сә­фәрҙәребеҙҙе әле лә йыш иҫкә алам. Сафуан ағайҙың тыуған ауылы Тирмән мәктәбендә шағирҙың музейын бул­дырып, юбилейына китабын, буклетын сығарып, күргәҙмәләрен, кисәләрен ойоштороп, архивын барлап, тәртипкә килтереп, 75 йыллығын үткәреү эштәрен түңә­рәкләне лә, инде минән бурыс төштө, ҡалғанын үҙегеҙ ҡара­ғыҙ, тигән кеүек ҡапыл ғына китте лә барҙы Фәрҙиә апай.
Ҡалғаны – Сафуан ағай менән Фәрҙиә апайҙың берҙән-бер улдары Салауат иңенә төшкән бурыстар. Журналистика факультетын тамамлаған егеттең атаһы­ның әҙәби мираҫын уҡыусыларға еткереү ҡулынан килер ул. Әлбиттә, бер-бер артлы атайһыҙ ҙа, әсәйһеҙ ҙә – ике ҡанатһыҙ ҡалыу, иңдәрен баҫҡан оло ҡайғыны үткәреп ебәреү өсөн ваҡыт та кәрәк. Шулай ҙа ваҡыт беҙҙең файҙаға эшләмәгәнен дә оноторға ярамай. Фәрҙиә апай Сафуан ағай хаҡында иҫтәлектәр китабын да әҙерләргә ниәтләй ине. Хәҙер ул йыйынтыҡ икеһе тураһында ла булыр, күрәһең. Фәрҙиә апай – шағир ҡатыны ғына түгел, ә үҙе лә аҫыл зат, оло шәхес, заманы­быҙҙың күркәм ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Ошо көндәрҙә уның үҙенә лә 75 йәш тулған булыр ине. Ашыҡты шул, Сафуан ағай янына тиҙерәк барырға ашыҡты. Был тормоштағы кеүек, тегендә лә улар хәҙер мәңге бергә...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506