Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Темәстең ғәййәр бөркөтө
Темәстең ғәййәр бөркөтө Мәҡәләмдең төп геройы – ун бер йыл бергә уҡыған класташым Фәтиха Ғимал ҡыҙы Әли­баеваның бер туған ағаһы, күршебеҙҙә йәшәгән, күпте күргән, сабыр холоҡло, йомшаҡ һүҙле Ғәшүрә инәй Әлибае­ва­ның баш балаһы, ауыл халҡы­ның яратҡан кешеһе Мөхә­мәтдин Ғимал улы Әлибаев.
– Ағай һуғышҡа киткәндә, беҙ бәләкәй генә ҡалғанбыҙ, миңә бер генә йәш булған, – тип хәтерләй Фәтиха Ғимал ҡыҙы, тәжрибәле уҡытыусы, хәҙер хаҡлы ялда. – Беҙ алты бала, Мөхәмәтдин ағайым – иң өлкәне, мин – иң бәләкәсе. Ағай тура­һында әсәйҙең һөйләгәненән, ауылдаштарҙың хәтерләгәненән генә белә инек. Ул бик эшлекле, ҡулы оҫта булған, бөтә эш тә ҡулынан килгән. Яратҡан ҡыҙы­на өйләнгән – ауылдың һылыуы Сәғилә еңгәй булған, малайҙары тыуған. Эштән ҡайтып килгәндә, үҙ ғаиләһенең көтөп ала алмай ултырғанын белһә лә, һис шикһеҙ әсәйгә инеп, уның хәлен белеп сығыр булған. Шунда уҡ ниндәй эш бар икәнен күреп, күҙ асып йомған арала эшләп бөтөп тә киткән. Белгән кешеләр: “Ҡарындаштарын бигерәк яратты, уларҙың һәр береһенә матур тормош юраны”, – тип һөйләй торғайны. “Бына ҙурайырһығыҙ, һеҙҙе уҡырға бирербеҙ, ҡосаҡ-ҡосаҡ китаптар уҡырһығыҙ, бик күпте белерһегеҙ, ә белгәнегеҙҙе башҡаларға һөйләп кинәнде­рерһегеҙ”, – тиер булған. “Бәлки, ағайым теләгәнгә лә беҙ уҡытыусы булып киткәнбеҙҙер”, – ти Фәтиха Ғимал ҡыҙы.
“Ағайыма уҡыу эләкмәгән шул – донъя алып барыуҙағы иң ауыр йөктәр уның елкәһенә төштө”, – тип иҫләй ине ҡарын­даштары. Ләкин белемдең юға­ры булмауы уның холоҡ-фи­ғеленең формалашыуына ҡа­масауламай: эштә ныҡышма­лылыҡ нығына, ғаилә ҡарағанда яуаплылыҡ тойғоһо көсәйә, ерҙә эшләүҙән илгә һөйөү, уға тоғролоҡ арта.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа ауылдарға, бигерәк тә көньяҡ-көнбайыш төбәктәренә, профессиональ артистар барып йөрө­мәгән, әммә Темәс ауылында клубта драма түңәрәге эшләгән. Мөхәмәтдин Әлибаев, күркәм, һылыу егет булараҡ, уның урта­һында ҡайнаған, уға көслө рухлы, үткер егеттәр роле бирелә торған булған. Сәхнәлә лә тор­моштағы һымаҡ йәшәгән. Ауылдаштары уны әле лә һоҡланып иҫкә ала.
Ҡәһәрле һуғыш башланғас, Мөхәмәт Әлибаев, ояһынан осоп сығып киткән бөркөт һымаҡ, дошманға ҡаршы яуға китә. Фашист танкыларын шартлатҡан 699-сы артиллерия полкы Баш­командованиеның 18-се резерв бригадаһында һуғыша. Ә орудие командиры – Башҡорт­остан егете, ҡурҡыу белмәҫ Мөхәмәт Әлибаев. Дошман танкыларын юҡ иткән артиллерис­тар Украина өсөн барған һуғыш­тарҙа фашистарҙың йөҙләгән “тигр”ын сафтан сығара, бик күп бронялы машинаһын онтап һала. Һуғыш йылдарында сыҡ­ҡан “Вперед за Родину!” гәзи­тен­дә (1943 йыл, 22 октябрь, № 250) былай тип яҙыла: “В наших подразделениях также выросли замечательные кадры мастеров противотанкового огня. Среди наших истребителей хорошо известен расчет орудия старшего сержанта Мухамеда Алибаева. На своем боевом счету алибаевцы имеют 12 подбитых и унич­тоженных вражеских танков. Расчет т. Алибаева – гордость полка. Свою славу он завоевал не только в прош­лых активных боях, расчет постоянно показывает пример нас­тойчивого овладения искусством меткой стрельбы”.
Гәзиттең ошо уҡ битендә өл­кән сержант Мөхәмәт Әлиба­евтың “Военное дело не любит спячки” тигән мәҡәләһе баҫыла. Ил алдындағы бурысын нисек тәрән аңлап һуғышҡаны ярылып ята унда: “…Мы хорошо запомнили требование товарища Сталина о том, чтобы все бойцы продолжали без устали совершенствовать свое боевое мастерство… Подходит время и нам двинуть проклятых немцев на запад. Мы готовы сразиться с вражескими танками”. Мөхәмәт Әлибаевты ҡул аҫтындағы көрәшселәре шул хәтлем хөрмәт итә, хатта Дмитриев тигән рәссам, уның һүрәтен эшләп, шул уҡ “Вперед за Родину!” гәзитендә сығара.
Мөхәмәт Әлибаевтың ажар­лығы, ғәйрәтле булыуы, батыр­лығы тураһында фронт гәзит­тәрендә күп яҙалар, сөнки уларҙың полкы ҡайҙа ауыр, шунда ебәрелеп тора, дошман техникаһына кәртә итеп ҡуйыла.
“Третий год не смолкает гром на полях, и неистово люди советской земли бьют проклятого врага. Третий год непрерывно воюет Алибаев – истребитель вражеских танков. Далеко идет слава о нем…” – тип яҙалар уның тураһында фронт гәзи­тендә.
1943 йылдың октябрь айы. Дошмандың тиҫтәләгән танкыһы ер емертеп инеп килә. Мөхәмәт иптәштәренә: “Ни шагу назад!” – тип команда бирә лә ым менән көтөргә ҡуша. Наводчик Васюков, замковый Архипов, зарядлаусы Ефимов, тоҫҡаусы Поталетов, ҡолаҡтарын ҡарпайтып, тын да алмай, команда көтәләр. Орудие командиры Әлибаев дошман танкыларының яҡына­йыуын көттөрә: ҡыҫҡа дистанциянан ҡапыл ут асып, уларҙы юҡҡа сығарырға кәрәк. Фашист танкылары 700 метр аралыҡҡа еткәс, Әлибаев ут асырға команда бирә. Беренсе снаряд тан­кының артында шартлай, икен­сеһе алдынараҡ төшә. Танкылар ҡыйыу рәүештә алға бара.
– Ҡана әле үҙем! – ти ҙә Мөхәмәт пушканы тоҫҡап атып ебәрә. Дошман танкыһы урынында ҡатып ҡала. Васюков: “Молодец, Мөхәмәт!” – тип шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. Пушканың көбәген уңғараҡ бороп, Мөхәмәт тағы ата. Снаряд фашист танкыһының башняһын осора һуға, танк ҡыбырҙамаҫтан ергә һеңә. Фашистар, быларҙы аңғарып ҡалып, ут аса. Беҙҙең егеттәр, йәнтәслим алышып, дошман танкыларын утҡа сол­ғай, ике танк кире ҡаса. Шулай итеп, немец танкыларының һөжүме кире ҡағыла. Мөхәмәт Әлибаев һаҡлаған сиктән бер фашист танкыһы ла үтә алмай. Тыуған ил уны юғары наградалар менән билдәләй: Мөхәмәт Әлибаев Ватан һуғышы ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Һуғыш дауам итә. 1943 йыл­дың декабрендә өс көн эсендә лейтенант Николай Матриен­ко­ның батареяһы дошмандың 13 атакаһын кире ҡаға. Орудие расчеты командиры Әлибаев та ошонда һуғыша. 800 фашист һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Бригаданың политотдел начальнигы Иван Петрович Чурюмов былай тип хәтерләй: “Беҙҙең дан ҡаҙанған батыр артил­лерисыбыҙ Мөхәмәт Әлибаев бик ғәйрәтле һуғышты. Калинин фронтындағы Турки-Перевоз ауылы эргәһендә булған үле­месле һуғышта уның расчеты сафтан сыға, үҙе яралана, әммә орудиеһынан өҙлөкһөҙ атып ята. Шунан, снарядтар килтерергә хәле булмағас, автоматтан ата башлай. Аңын юғалтҡансы ата. Үтә ауыр хәлдә танкистар уны яу яланынан алып сыға һәм госпиталгә оҙата”.
Ҡыҙылармеецтарҙың “На разгром врага” тигән гәзитендә һалдат Е. Колесников былай тип яҙа: “Ниңә мин үҙемдең полкымды яратам? Сөнки ул бер ерҙә лә, бер ҡасан да дошмандан сигенмәне… Орудие командиры Әлибаев тура наводка менән бер үҙе дошмандарҙы ҡырҙы. Ул яраланды, әммә ко­мандирына былай тип ҡысҡыр­ҙы: “Пушка мин мәңгелеккә күҙемде йомғанда ғына туҡ­таясаҡ!” Һәм ул һүҙендә торҙо – бирешмәне…” Ошо яуҙағы батырлығы өсөн Мөхәмәт Әли­баев ҙур наградаға лайыҡ була – уны Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләйҙәр.
Яугирҙән 1944 йылдан алып хат килмәй башлай. Ҡатыны Сәғилә Фәйзулла ҡыҙы, 28711-се ялан почтаһына хат яҙып, уның оҙаҡ хат яҙмауының сәбәбен асыҡлауҙы үтенә. Таһиров фамилиялы майор былай тип яуап яҙа: “Ирегеҙ Әлибаев Мөхәмәт беҙҙең часта 1943 йылдың 3 де­кабренә тиклем булды, яралан­ғас, госпиталгә оҙатылды. Шунан бирле уның тураһында бер хәбәр ҙә алғаныбыҙ юҡ. Һуғышта иптәш Әлибаев үҙен ҡурҡыу белмәҫ батыр итеп күрһәтте, ғәжәп ҡыйыу һәм ғәйрәтле булды”. Шуға ла уға иң юғары наг­рада – Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелә.
34 йыл буйы ҡатыны, улы, әсәһе, дүрт ҡарындашы уның тураһында бер ни белә алмай. Хәҙерге көндә, иң кесе һеңлеһе Фәтиха Ғималовнанан башҡа, бөтәһе лә баҡый донъяға күскән.
Геройҙың Фәтиха һеңлеһе бер туҡтауһыҙ ағаһын эҙләй, фронтташтары менән хәбәр­ләшә. Мәҫәлән, 699-сы истребитель-танкыға ҡаршы һөжүм иткән полк ветераны М. Бабиков, И. Чурюмов менән хат яҙышып тора. Уларҙан килгән гәзиттәрҙе йыйып бара – ағаһы тураһында ғәжәйеп мәҡәләләр булған икән.
Ниһайәт, Фәтиха Ғимал ҡыҙы эҙләнеүҙәренең осона сыға: ағаһын, Мөхәмәтдин Әлибаевты, 1943 йылдың 4 декабрендә гос­пи­талгә алып китәләр, шунан “эҙ­һеҙ юғала” (күрәһең, өс айға яҡын ҡайҙалыр госпиталдә ят­ҡан­дыр), 1944 йылдың 27 февралендә Ленинград өлкәһе­нең Оленино тигән ауылында мәрхүм булып, шунда ерләнә. Һуғыш бөткәс, Псков өлкәһен­дәге Палкин районының Воронино тигән ауылына күсерелеп, шундағы туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Был һуңғы мәғлүмәтте Фәтиха Әлибаева быйыл ғин­уарҙа Интернет селтәрендә эҙләп таба.
Шулай осланып ҡуя Мөхә­мәтдин Ғимал улы Әлибаев тигән ғәййәр егеттең, ғәжәп итмәле илһөйәрҙең, 30 йыллыҡ ғүмере.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518