Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил-ғәм хәстәре менән
Очерк
Көньяҡ-көнсығыш райондарға сәфәр ҡылғанда булһынмы йәки эш мәшәҡәттәре менән Күгәрсендә йөрөгәндә тиһеңме, Хоҙайбирҙинға күҙ һалып, ауылдың ыҡсымлығына, төҙөклөгөнә, тәбиғәтенең хозурлығына һоҡланып үтәм. Шулай булмауы мөмкин түгел: ауылға терәлеп тигәндәй сылтыр-сылтыр аҡҡан Керәүле йылғаһын, Ағиҙелдең бай туғай-болондарын, монарланып ятҡан Көнгәк һырттарын тамаша ҡылыу – үҙе бер мөғжизә. Хоҙайбирҙин, халыҡ телендәгесә – Бесәнсе, тиһәң, ана шул һоҡланғыс тәбиғәте кеүек, күркәм кешеләре менән дан тотҡан ауыл күҙ алдына баҫа. Күңелдә ҡанатлы уйҙар район сигендәге “Рәхим итегеҙ!”ҙе уҡығас та талпына башлай, ә ауылға еткәс, күккә ашҡан көмөштәй стелалағы “Хоҙайбирҙин”ға күҙ ташлағас, үҙенән-үҙе эске донъяң ғорурлыҡ тойғолары менән тулыша. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалғандарҙың береһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың ғәзиз төйәге бит ул!
Тамырҙары тәрән, заты затлы
Башҡорт иле тарихында Аҙнағоловтар хаҡында ҡисса-риүәйәттәр хәҙерге Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин, әүәлгесә әйткәндә, Бесәнсе ауылына барып тоташа. Һаҡланған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Бесәнсенең өлкән улы Арыҫланғол 1738 йылда донъяға килә. Ә 1747 йылда – Хоҙайғол, 1749 йылда Хоҙайбирҙе исемле уландары тыуа, шулар Бесәнсе ауылын ишәйтеп ебәрә. Ана, 1795 йылда 18 йортта 108 кеше йәшәгәне күренә. Совет осорондағы тәүге халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре 136 йортта 649 кеше көн итеүен дәлилләй. Бесәнсенең яҡын ҡәрҙәштәренән Түләк, Аллағыуат, Атанғол һәм Күҫәпҡол тигән заттар ҙа теркәлгән. Күҫәпҡолдоң Аҙнағужа (1774) һәм Муллағужа (1787 – 1856) уландары булыуы мәғлүм. Аҙнағужаның Ғәйнетдин (1814), Ғәбетдин (1819) атлы улдары Аҙнағоловтарҙың шәжәрәһенә нигеҙ һалған.
Нәҫел шәжәрәһе был заттарҙың үтә ҡыйыу, эшһөйәр, малтабар булыуын теркәгән. Ниғмәтулла Аҙнағолов, мәҫәлән, Көнгәк буйында атаҡлы һунарсы данын йөрөткән, һунарҙан айыу-бүреһеҙ ҡайтмаҫ булған. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем күпләп балыҡ менән кәсеп иткән. Был һөнәрен улы Хисмәтулла дауам итә, аҙаҡ ғилемгә тартылып, Каруанһарайҙа мәҙрәсә тамамлап, Ҡыҙыл Мәсет тарафында ғилемле булыуы менән таныла. Ғөмүмән, Аҙнағужаның күп һанлы вариҫтары бөтмөрлөгө, күркәм донъя көтөүе менән башҡаларҙан айырылып торған.
Венир Аҙнағоловтың шәжәрәһе ошо рәүешле күҙаллана: Аҙнағужа (1774) – Ғәбетдин (1819) – Мырҙағол (1822) – Рамазан (1882 – 1925) – Ғәлимйән (1910 – 1988). Аҙнағоловтар халыҡ күргәнде күреп, ил менән 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡтар ҡылып, Парижды алғандан һуң еңеү менән Көнгәккә ҡайта. Уҙған быуат башындағы аслығын байтаҡ татый, Граждандар һуғышы осороноң бар әсеһен күтәрә. Болғансыҡ заман нәҫел-ырыуҙы аямай: Рамазан олатаһы 1920 йылда бер ат, ике һыйырға ҡарап ҡала, һуңынан афәт һәм йот йылында бер-бер артлы олатай һәм өләсәй донъя ҡуя. Атаһы Ғәлимйән, ун бер йәшлек үҫмер, япа-яңғыҙ ҡала.
Ғәлимйән Аҙнағоловтың тормошо үҙе бер ҡисса булыр, фәһем алыр, ғибрәт ҡылыр яҡтары күп. Үҙе тәрбиәләгән һәм кеше иткән ете балаһының ни рәүешле халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булырҙай инсандар итеп үҫтереү асылына төшөнөү өсөн, Ғәлимйән Рамазан улы Аҙнағоловтың, XX быуаттың үҙе кеүек үк, ҡатмарлы тәүарихына туҡталмаҡсымын.
Үкһеҙ егет донъя ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалмай, хәллерәктәрҙә эшләп, тамағын туйҙыра, тәбиғәттән бирелгән көсө, аҡылы арҡаһында бирешмәй аяҡҡа баҫа. 1924 йылда Бесәнселә йәштәрҙе туплап, комсомол ячейкаһы етәксеһе булып ала. Үҙ алдына уҡып, башланғыс белемгә эйә була. Колхоз төҙөлә башлау менән йәш юҡһыл тәүгеләрҙән булып күмәк хужалыҡта эшләй, башҡаларҙы йәлеп итә. Стәрлетамаҡта ярты йыллыҡ курс тамамлағас, ячейка секретары, ауыл Советы рәйесе йөктәрен тарта. Тик көнсөлдәр, аҫтыртын йәндәр тынғы тапмай: “Ни өсөн мулла ҡыҙы Рәйсә менән донъя ҡорған бәндә сиклитар булырға тейеш?” Тарҡала йәш ғаилә, яратҡаны, рәнйеп, Урта Азия яҡтарына сығып китергә мәжбүр була.
Аңҡы-тиңке йөрөгән Ғәлимйән бер аҙҙан Үрге Мотал ауылынан Миңъямал Бураҡаева менән башлы-күҙле була. Ике затлы нәҫелдең ҡушылып, милләтте байытыуы ине был.
1935 йылда Ғәлимйән Аҙнағолов ВКП (б)-ның Йомағужа райкомы ҡарары менән Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз рәйесе итеп ҡуйыла. 1942 йылға тиклем, фронтҡа алынғансы, шул йөктө тарта. Мәскәү өсөн барған аяуһыҙ һуғыштарҙа ҡаты яралана яугир.
Ҡайтыу менән яраһы ла төҙәлмәгән һалдат “Ағиҙел” колхозы рәйесе итеп ҡуйыла. Бер аҙҙан ҡайтанан тыуған ауылында юҡҡа сығып барған, атһыҙ, һыйырһыҙ ҡалған колхозды етәкләй. 50-се йылдар башына сәсеүлек майҙанын 1 288 гектарға еткерә, һыйырҙар – 300, йылҡы малы 70 баш булып китә. Сусҡа, тауыҡ, ҡаҙҙар үрсетелә башлай. Төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелә. Халыҡтың тамағы икмәккә туя. Ете йыл эсендә колхоз районда иң алдынғы хужалыҡҡа әйләнә.
Рәйес райком ағзаһы, райсовет депутаты итеп һайлана, абруйы күтәрелә. Тик баяғы көнсөлдәр эсендәге ағыуына сыҙаша алмай, нисек тә яйын табып, сағып алырға уңайлы мәл эҙләй. Ватан һуғышы ветераны, абруйлы етәксе тип тормайҙар, ошаҡ үҙенекен итә.
Уҙған дәүерҙең иң рәхимһеҙ, кешелекһеҙ яғы – золом ҡорбанына әйләнә намыҫлы коммунист, алдынғы социализм төҙөүсе, әммә яҡты киләсәккә, дөрөҫлөктөң еңәсәгенә бер ваҡытта ла ышанысын юғалтмай, ауырлыҡтарға тешен ҡыҫып түҙә. Өлкәнәйә барған балалары Юнир, Зәйтүнә, йәмәғәте Миңъямал нимә күрмәй ҙә ниндәй генә хурлау һүҙҙәре ишетмәй. Түҙә, зарлана белмәй Аҙнағоловтар.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, Ғәлимйән кешеләрҙән үс алып йөрөмәй, дөрөҫлөк юллап ыҙаламай, етәкселәр тупһаһын тапамай. Ағиҙел буйындағы промартелгә эшкә урынлашып, сәмләнеп донъя көтә башлай. Оҫта ҡуллы әүәлге етәксе өйөн үҙе яһаған матур мебель менән тултыра, һорағандарға ла баш тартмай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 531-се Мораҡ юл төҙөлөшө идаралығында хеҙмәт итә. 1966 йылда Наҡаҫ күперен төҙөүҙәге хеҙмәттәре өсөн БАССР Министрҙар Советы янындағы Юл төҙөлөшө һәм транспорт идаралығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 1970 йылда “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға. Яугирҙең киң күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, тиҫтәләгән миҙал биҙәй.
Әсәһенән дә уңа балалары. Әйткәнебеҙсә, Миңъямал Көйөргәҙе районының Үрге Мотал ауылынан, данлыҡлы Бураҡаевтар затынан. Уның абруйы бик ҙур була, балаларына, уларҙың күп һанлы бәләкәстәренә хәстәрлекле өләсәй, кәрәккәндә яҡын дуҫ була. 90 йәшенә еткәндә лә ил инәһе хәтеренә зарланмай.
Ана шулай Бураҡаевтарҙың йоғонтоһо Юнир, Насир һәм Венирға, ҡыҙҙары Зәйтүнә менән Сәлимәгә лә ҙур булғандыр. Әбделхәй Бураҡаев, мәҫәлән, Хоҙайбирҙинға килгән һайын егеттәрҙең үҫеше, ни эшләй белеүҙәре, кем булырға ынтылыуҙары менән ҡыҙыҡһынып торған. Мотлаҡ белем алып, кеше булыу өсөн тырышыуҙарын теләгән.
Һынатмай йәш быуын Аҙнағоловтар, һәр береһе юғары белем алып, яратҡан һөнәр үҙләштереп илгә хеҙмәт итә. Ана, иң өлкәндәре Ғәлийән, үҙ әсәһе наҙынан мәхрүм үҫһә лә, ырыу-заттың аҫыл сифаттарын үҙләштерә, тырыш, тәрбиәле. Хоҙайбирҙин мәктәбен тамамлап, әсәһе Рәйсә янына барып, Бохара пединститутын тамамлай. Мәғариф идаралығы хеҙмәткәре Денау ҡалаһында оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләй. 1971 йылда Өфөгә ҡайтып, 20-се гимназияла физика-математика фәндәренән уҡыта, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Юнир Аҙнағолов та – республикабыҙҙа киң билдәле шәхес. Оҙаҡ йылдар партия һәм совет органдарында эшләй, Мәләүез ҡалаһында “Башкельме” спорт аяҡ кейемдәре фабрикаһын төҙөй һәм хәтһеҙ дәүер уға етәкселек итә. Етәксе, журналист, шағир, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң әүҙем ағзаһы данлы замандашыбыҙ.
Нәҫел даны – ил намыҫы
Венир Аҙнағолов – олуғ шәхес, танылған етәксе, дәүләт эшмәкәре, ғалим, әүҙем йәмәғәтсе, Кеше хаҡында гәзит-журналдарҙа аҙ яҙылманы. Бындай шәхестәр, минеңсә, әллә ҡайҙан күренеп торған олуғ ҡаяны хәтерләтә. Ғәҙәттә, барыбыҙҙың да күҙ алдында торһа ла, шул ҡаяны һәр кем үҙенсә күрә, баһалай, шәхсән аса. Тауға бағып, үҙеңсә һүҙ әйтеү барыбер анһат кеүек: ни тиһәң дә, тау күтәрә, маҡтауыңды маһаймай ҡабул итә, асып-әйтеп еткермәгәнеңде сабыр көтә, хилаф ҡылһаң, ғәфү итә.
Венир Аҙнағолов ғаиләлә малайҙарҙың иң кесеһе булып тыуа. Бәләкәйҙән үтә һөйкөмлө, ҡыпсаҡтарға хас булмағанса, аҡ йөҙлө, сөм-ҡара сәс, ҡаш, мыҡты, тулы тәнле малай. Төҫөндә Бураҡаевтарға тартым һыҙат ярылып ята. Өҫтөндә – һәр ваҡыт пинжәк, башында – яратҡан түбәтәйе, төҙ буй-һын, еңел-елпелектең эҙе лә юҡ.
Тырыш, тәртипле, һәр эштең уртаһында ҡайнар үҫмер булып етешә. Һигеҙенсене тамамлағас та урта белемгә ынтылған егет Маячный ҡасабаһының интернат-мәктәбенә юллана. Үҙ дәүеренең һәр кешеһе кеүек әрме сафына баҫа. Уныһын булдыҡлы егет Венгрияла өлгөлө хеҙмәт итеп, намыҫ менән үтәй. Ҡайтҡас та Күмертау ҡалаһында ДОСААФ рәйесе булып эшкә урынлаша. Бында ла хеҙмәтен Аҙнағоловтарса, “Сифат тамғаһы”на башҡара.
1969 йылда документтарын алайым тип, Өфөгә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, шөһрәтле Муса Гәрәевкә килә. Герой уның хеҙмәтен юғары баһалай, бер йылда ойошманы республикала иң алдынғылар рәтенә сығарҙың, әммә уҡырға инеүеңде хуплайым, һиңә ышанам, ти.
1974 йылда Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес Хоҙайбирҙин колхозға агроном итеп эшкә ебәрелә. Ҡасандыр атаһы нигеҙләгән, ике тиҫтә йылға яҡын етәкләгән хужалыҡта эш башлай ғалим-агроном. Белем етерлек, көслө ҡулдар эшкә һыу­һаған. Тиҙерәк теорияны ғәмәлдә һынайһы ине. Оҙаҡҡа һуҙылмай эшмәкәрлеге, тағы ла яуаплыраҡ эште – колхоздың партия ойошмаһын ышанып тапшыралар. Шул ваҡытта райондың Сәпәш ауылы һылыуы, юғары уҡыу йортон тамамлап ҡайтҡан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәбүрә Яҡшыбаева менән татыу һәм һоҡланғыс ғаилә ҡороп ебәрә.
Һәр яҡлап та өлгөрә Венир Аҙнағолов. Уның хаҡында райком, хатта обкомдың үҙендә йылы һүҙҙәр йөрөй башлай. 1978 йылда 31 йәшлек етәксе бер тауыштан Күгәрсен райкомының икенсе секретары итеп һайлана. Төп эшмәкәрлеге – райондың ауыл хужалығына идара итеү, башҡарма комитеттың ауыл хужалығы бүлеге эшен ойоштороу, колхоз-совхоздар менән бер йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү. Булдыра быныһын да энергиялы белгес, коммунист Аҙнағолов. Абруйы үҫә, исеме йыш ишетелә. Ә бит районда “беренсе” лә бар. Ә ул – тигеҙ ерҙә соҡор эҙләгән зат, ҡайҙа барһа ла, низағ сығара. Сәбәп, бәлки, көсө, абруйы үҫеп барған “икенселә”лер? Бындай шарттарҙа “икенсе” үҙ урынын халыҡ араһында, колхозсылар, совхоз эшселәре араһында күрә. Улар һәр кәңәшенә ҡолаҡ һала, ҡушҡанын теүәл үтәй. Йәне тыныслана, имеш-мимешкә иғтибар итмәй.
Венир Ғәлимйән улы 1982 йылда иркен тын алып ҡала – Күгәрсенгә райком, райсовет, обком баҫҡыстарын үткән атаҡлы Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов беренсе секретарь итеп һайлана. Ике етәксе лә бер ҡарашта, ауылды күтәреү, колхозсыларҙың хәлен яҡшыртыу, иҡтисадты артабан үҫтереү идеяһы менән яна. Уртаҡ тел тиҙ табыла.
Был осорҙа Күгәрсен районы ырамлы аҙымдар менән үҫеш юлына баҫа. Өлкә комитет артта ҡалғандарҙы ҡайғыртып, халыҡтың үтенесенә ҡарамай, 1986 йылда Исмәғил Ғәбитовты Хәйбулла райкомының беренсе секретары итеп тәғәйенләй. Алмашты һайлатырға Күгәрсенгә республика хужаһы Миҙхәт Шакиров үҙе килә. Беренсе тапҡыр райкомдың беренсе секретарын өҫтән төшөрөлгән бер ниндәй күрһәтмәһеҙ коммунистар үҙҙәре һайлай! Республикалағы тәүге тәжрибә.
Ике кандидатура дәғүә итә: райсовет рәйесе, ҙур тәжрибә туплап өлгөргән Мөхтәр Ғилман улы Шәрипов һәм Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов. Йәшерен тауыш биреү. Ни кисергәнен, нисек тулҡынланыуын бөгөн Венир Ғәлимйән улы үҙе генә белә торғандыр. Моғайын, һайлау барышында ата-бабалары, колхоз рәйесе, яугир, нахаҡҡа ғәйепләнгән Ғәлимйән Аҙнағолов яҙмышы, әсәһенең аслы-туҡлы көйө иртә таңдан һауынға сабыуы, ауыр бала сағы күҙ алдынан үткәндер. Коммунистарҙың йөҙөндә ышаныс, уға ҡарап төбәлеүҙәрен, ҡараштарында “Беҙ һинең менән, Венир!” тигәнде күреү иңдәренә оло яуаплылыҡ һалырға этәргәндер.
Венир Аҙнағолов Күгәрсен коммунистарын 15 йыл әйҙәп бара, ысын мәғәнәһендәге етәксе, халыҡтың үҙ иткән шәхесенә әүерелә. 1991 – 2000 йылдарҙа райсовет рәйесе, район хакимиәте башлығы вазифаларын башҡара. Шулай яҙмышы ил, халыҡ яҙмышына айырылғыһыҙ ептәр менән бәйләнә. Әле килеп шуны уйлайым: дәүер һынауҙарын, болғансыҡ заманды күгәрсендәр зыян-зәүрәтһеҙ, юғалтыуһыҙ үткәрә, сөнки ике дәүерҙә лә бер етәксе –“беренсе” һәм район хакимиәте башлығы. Бындай ыңғай күсәгилешлек башҡа ерҙә күҙәтелдеме икән?
Ер яҙмышы – ир ҡулында
Ер яҙмышы – ир ҡулында, тиҙәр. Йәш һәм дәртле Венир Аҙнағолов дәүер һулышын, замандың ниндәй үҙгәрештәр алып килеүен яҡшы тойҙо. “Яңылыҡтарға киң юл асырға, кешеләрҙе рухландырырға кәрәк”, – тигән һығымта яһай ул. Райком һәм барлыҡ ойошмаларҙың эшен шуға йүнәлтә.
Район активы аҙна һайын хужалыҡтарға, ялан һәм фермаларға, ябай кешеләр янына сыға, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшә. Күп кенә хужалыҡтарҙа демократик юл менән, халыҡ фекеренә таянып, яңы етәкселәр һайлана. Бығаса булмаған “Ҡаҙ өмәһе”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үтә. Етәксе, үҙе йөрөп тигәндәй, тынлы оркестр ойоштороп ебәрә. 1988 йылда коллектив республика марш-парадында I дәрәжә диплом менән бүләкләнә. “Алтын башаҡ” район агитбригадаһы төбәк конкурсында лауреат исеме ала. Талантлы халыҡ, ысынлап та, йоҡоһонан уяна. Бер-бер артлы еңеүҙәр яулау башлана. “Йыр булһа, икмәк тә була” тигән заман ине ул осор. Шул дәүерҙә район комсомолы секретары, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт идаралығын етәкләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Х.З. Әбдрәхимов һөйләгәне:
– Етәксебеҙҙең күңеле матур, уның олоно – оло, кесене кесе итеүенә, ябай хеҙмәткәрҙәр менән аралаша белеүенә һоҡландым. Был сифаттар уның йөҙөндә балҡый. Сәнғәтте яратҡан кеше район мәҙәниәтен күтәреүгә көсөн йәлләмәне.
Етәксе, ғалим-агроном хужалыҡ итеүҙә лә яңылыҡ эҙләне. Хәл итәһе мәсьәләләр шулай ҙа күп ине: 12-се биш йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса район дәүләткә иген һатыу планын бары 66 процентҡа үтәй, үҫеш ни бары 5 процент, йәғни йыл һайын дәүләткә 13 674 тонна иген тапшырылған. Йылына егерме мең тоннаға еткән ваҡыттар бар ине Эйек буйҙарында. Бындай шарттарҙа район советы крәҫтиән хужалыҡтарына арендаға кәмендә – 25 , ә айырым кешегә бер гектарҙан да кәм ер бирмәҫкә тигән ҡарар сығара.
1991 йылда Мораҡтың 90-сы ПУ-һы фермер-арендаторҙар әҙерләүгә күсә. Районда 37 фермер хужалыҡ ойоша, улар 1 821 гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртә, ә тиҙҙән ул өс меңдән аша.
Тиҙҙән районда 107 крәҫтиән хужалығы ойоша, улар 1 838 гектар ер эшкәртә башлай. Әммә, ни тиһәң дә, ул йылдар ҡатмарлы, ауыр ине. Хужалыҡтар күпләп ҡыйралған, ауыл хужалығына ил етәкселәренең иғтибары бөтөнләй юҡ осор булды. Венир Ғәлимйән улы күптәр кеүек ер өсөн, ауыл халҡы яҙмышы өсөн борсолоп йәшәй. Борсолор урыны бар: 1998 йылда район 13 890 центнер ит етештерҙе, ә 1990 йылда ул 40 меңдән ашыу ине. Нисек ауылды һаҡлап ҡалырға?
Ошондай заманда ауыл халҡына, ер кешеһенә яҡташтары Мортаза Рәхимов һәм Исмәғил Ғәбитов ярҙамға килде. Улар техника, яғыулыҡ, төҙөлөш материалдары менән ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтте. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы “Ҡыҙыл Байраҡ” колхозын тулыһынса шефлыҡҡа алды, тимәк, Тәүәкән юҡҡа сыҡмаясаҡ! Мәскәүҙе, Өфөнө аҙ тапаманы район башлығы. Тынғылыҡ бирмәгәне – юл төҙөү, йорттарға газ үткәреү, халыҡты эш менән тәьмин итеү. Районда 1986 йылдан “Башгидрострой”ҙың № 2 ПМК-һы төҙөлөш эштәре йәйелдерә. Йылына 17-18 мең квадрат метрлы торлаҡ, 500 урынлыҡ гараж, Иштуған һыу һаҡлағысы төҙөлә башлай. Кирбес заводы сафҡа инә. Бөгөн Йомағужа һыу һаҡлағысы республика халҡына киң билдәле.
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Утыҙ йәшенән иңдәренә ил йөгөн һалған Венир Аҙнағолов ҙур тәжрибә туплай, һәр проблемаға ил, халыҡ күҙлегенән ҡарай башлай, уның идарасы офоғо киңәйә. Был осраҡта тарта алғандарға тағы ла ҙурыраҡ, ҡатмарлыраҡ йөк тейәйҙәр. 2000 йылда В.Ғ. Аҙнағоловҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Секретариат етәксеһе вазифаһын йөкмәтәләр. Ҡаушап тораһы юҡ, закондар сығарыу эшмәкәрлеге ят түгел. БАССР Юғары Советының XI һәм XII саҡырылыш депутаты итеп һайланды, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың I, II саҡырылышында депутат бурысын намыҫ менән үтәне, комитеттарҙа закондар сығарыу тәжрибәһен тупланы. Ил-ғәм яҡшы хәтерләй: был йылдар суверенитет яулау, бығаса күрелмәгәнсә, республика халҡы мәнфәғәтен сағылдырған яңы ҡануниәт эше, уларҙы тормошҡа ашырыу дәүере ине. Ғәҙәтенсә, Венир Ғәлимйән улы уға хас яуаплылыҡ, башҡарыу теүәллеге, ҡул аҫтындағыларға талапсанлыҡ, шул уҡ ваҡытта кешелеклелек сифаттарын һаҡлап, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Республикабыҙҙың дәүләт символдарын, муниципаль берәмектәрҙең геральдикаһын булдырыу, уларҙы сифатлы итеп эшләү – күпме ойоштороу эшмәкәрлеген, ҡанундарҙы теүәл үтәүҙе талап итте! Хеҙмәте ни тиклем тығыҙ булмаһын, фәнни эш менән шөғөлләнеүҙе лә үҙ итеп алды ул. Дәүләт хеҙмәтендә лә фәнһеҙ булмай икән. Заман ғилми эҙләнеүҙәрҙе, тәжрибәне фәнни яҡтан өйрәнеүҙе, анализлауҙы талап итте. Ике томлыҡ “Башҡортостанда парламентаризм: тарих һәм заман”, “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай: барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе” кеүек фундаменталь хеҙмәттәр яҙҙы сәйәси фәндәр кандидаты. “Ведомости Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан” закондар тупланмаһын даими сығарып тороу ҙа уның иңдәренә ятты. Венир Ғәлимйән улының ғилми хеҙмәттәре хаҡында һөйләгәндә шуны әйтергә кәрәк: беҙҙә һәм башҡа төрки республикаларҙа әлегәсә юридик терминдар һүҙлеге булмаған, сәйәсмәндәр, дәүләт етәкселәре, журналистар кем нисек теләй, шулай яҙа һәм һөйләй биргән. Башҡорт һәм рус телдәрен берҙәй яҡшы белгән дәүләт эшмәкәре үҙе тотона изге эшкә. Академиктар З. Ураҡсин, М. Зәйнуллин редакция­һында “Башҡортса-русса сәйәси терминдар һүҙлеге” донъя күрә. Артабан В. Аҙнағолов етәкселегендәге редакция коллективы бер нисә йыл эсендә “Русса-башҡортса аңлатмалы юридик терминдар һүҙлеге”н баҫтыра. Хеҙмәттең баһаһы уға ингән 12 меңдән ашыу терминға тулы аңлатма биреү менән билдәләнә. Бындай һүҙлек Рәсәй тарихында тәүге уңышлы эш булып тора. Тынғыһыҙ ғалим бер нисә ҡат “Күгәрсен районы: дәүерҙәр һәм яҙмыштар” энциклопедик хеҙмәтен яҙыуҙы ойоштора, редак­цияһын етәкләй. Ҡағыҙҙарға күмелеп, бушамауға һылтанып ятмағанда, ана ни тиклем изге эштәр атҡарып була икән!
Венир Аҙнағолов – “Оло Эйек” яҡташтар ойош­маһын төҙөүселәрҙең береһе, хәтһеҙ йылдар етәксеһе булып тора. Беҙгә ойошманың байтаҡ ултырыштарында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шуға етәксенең ойоштороу һәләтен күреп белеү насип булды. Һуңғы йылдарҙа арҙаҡлы, абруйлы шәхес “Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәте профсоюздарының республика комитетын етәкләй. Һәр ваҡыттағыса, кешеләр, ябай хеҙмәткәрҙәр менән аралашыуҙан, уларға хеҙмәт итеүҙән йәм табып йәшәй.
Тормош фәлсәфәһе хаҡында уйланғанда бер күренеш иҫкә төштө. Оло йәнле, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәгән һөйөклө әсәһе Миңъямал инәй һауынсының ауыр эшенән ҡаҡшаған бармаҡтары менән иҫән сағында Венир Ғәлимйән улына дебет ҡушылған йылы ойоҡбаш бәйләп кейҙерә. Арҙаҡлы улы, оло хеҙмәте өсөн ниндәй генә хөкүмәт бүләктәре күрмәгән етәксе, бала кеүек тулҡынлана, ойоҡбашты иң ҡәҙерле әйберҙәй күреп һаҡлай. “Бала күңеле – далала” тиһәләр ҙә, изге йөрәкле уландарҙың күңеле ғүмер буйы ҡәҙерле әсәләргә, уларҙың яҡты рухтарына тартыла шул.
Йәнә килеп, Венир Аҙнағолов йәмәғәте Мәбүрә Ғиниәт ҡыҙы менән ҡарап туйғыһыҙ бәхетле ғаилә ҡорҙо. Ғүмер юлдары бер генә мәлгә лә айырылмай, үрелеп бара. Мораҡ башҡорт гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндә Мәбүрә ханым “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 2000 йылдан алып, хәтһеҙ ғүмер Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында эшләй, абруй яулай. Күркәм ғаиләлә ҡыҙҙары Айгөл, улдары Илһам үҫә, улар үҙҙәре бөгөн билдәле шәхестәр дәрәжәһенә күтәрелде. Медицина институтын тамамлаған Айгөл Венир ҡыҙы республика Хөкүмәте аппаратында, һуңынан “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яуаплы вазифа башҡара. Олатаһы яратып туймаҫ Радмирҙы үҫтерә. Илһам Венир улы БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған, юрист. Йәмәғәте Гүзәл Мөхәммәт ҡыҙы менән Морат һәм Рәсүл улдарын тәрбиәләйҙәр.
Ғүмер тигәнең аҡҡан һыуҙай икән шул. Ни арала үтеп тә бара. Атай йәшенә лә күп ҡалмай, тигәндәй. Әммә ниндәй йылдарҙа йәшәлде бит, алмашыу-ҡыйралыштар дәүеренә эләкте замандаштарыбыҙ йәшәйеше. Шул саҡта ла ил, халҡым, милләтем тип донъя көтөү, үҙ яҙмышыңды Ватандыҡына, халыҡтыҡына бәйләү бәхет түгелме?! Ана шулай тип ғүмер кисергәндә үткәндәрең ғүмер ҡиссаһына, үҙе бер фәлсәфәгә әүерелә икән. Бындай данлы ғүмер үҙ балаларыңа ғына түгел, тотош милләтебеҙҙең рухи байлығына әйләнә.
Данлы замандашыбыҙ Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов – республикабыҙҙың Салауат Юлаев, II дәрәжә Бөйөк Петр, II дәрәжә “Ватан алдындағы фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн” ордендары, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай миҙалдары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, З. Биишева, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Күгәрсен районының маҡтаулы гражданы – үҙенең 70 йәшлек юбилейын күңел көрлөгө, аяғында ныҡлы баҫып торған уҙаман булып ҡаршылай. Намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәгән, Аҙнағоловтар исемен тағы юғарыраҡ кимәлгә күтәргән, халҡының үҙ иткән шәхесе – ҡәҙерле Венир Ғәлимйән улына киләсәктә лә сикһеҙ сәләмәтлек, оҙон бәхетле ғүмер, ғаилә ҡыуаныстары, тыныс таңдар, ғәзиз халҡына артабан да эскерһеҙ хеҙмәт итеүен теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504