Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күгәрсен бөркөтө
Күгәрсен бөркөтө Әҙәм балаһы өсөн донъялағы иң ҡәҙерлеһе булған тыныслыҡтың үҙенсә символына әйләнгән Күгәрсен исемен йөрөтһә лә, был районда тыуып үҫкән арҙаҡлы кешеләрҙең, тарихи шәхестәребеҙҙең исемдәрен яңынан барлай башлаһаң, ошо һоҡландырғыс йәмле яҡтарҙың, ысынлап та, бөркөттәр төйәге булғанлығына нығыраҡ инанаһың һәм ғорурланаһың. Ғорурланмаҫлыҡмы ни?!
Ошондағы Бесәнсе ауылында тыуған Шәһит Хоҙайбирҙин үҫмер сағынан уҡ ғилем һәм көрәш юлына баҫҡан. Ун өс йәшендә үҙҙәренән 150 саҡрым алыҫлыҡтағы Ырымбурға йәйәүләп барып етеп, атаҡлы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға ингән. Шәкерттәр забастовкаһында ҡатнашҡан был шәхестең Беренсе донъя һуғышында ҡаты яраланыуы, артабан һалдат хәрәкәтендә ҡайнауы һәм бик йәшләй – утыҙ йәше лә тулмайынса вафат булғанға тиклем яңы Башҡортостан Республикаһының иң күренекле етәкселәренең береһе булып танылыуы хайран ҡалырлыҡ.

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы илебеҙгә байтаҡ данлы шәхестәр биргән. Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы, Шәреҡ ҡатын-ҡыҙҙары араһынан башлап трилогия яҙған, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының тәүге лауреаттарынан булған Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен нисәмә быуын яратып уҡый, әҙибәнең ижады ҙур илебеҙҙә хөрмәт ҡаҙанды.
Яңыраҡ был яҡтарҙың бай тарихы, матур тәбиғәте, хеҙмәт ҡаҙаныштары, күренекле шәхестәре тураһында “Кугарчинский район” тигән ике томлыҡ бай йөкмәткеле альбом-энциклопедия баҫылып сыҡты. Был ике китапты мин бик ҡыҙыҡһынып уҡыным. Күпме дәүләт эшмәкәрҙәре, яу һәм хеҙмәт геройҙары, яҙыусылар, ғалимдар, хеҙмәттең төрлө тармаҡтарында дан ҡаҙанған уңған кешеләр – ни тиклем шәхестәр был төйәктә генә түгел, тотош илебеҙгә танылған.
Улар – Күгәрсен районынан күтәрелгән көслө бөркөттәр! Күптәрен яҡындан белеүемә, байтаҡ йылдар аралашып йәшәүемә, улар менән замандаш, фекерҙәш булыуыма ҡыуанам. Ошо бөркөттәр араһынан Башҡортостандағы абруйлы шәхес, әлеге ике матур китапты сығарыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан Венир Ғәлимйән улы Аҙнағоловтың исемен айырыуса оло хөрмәт менән атағым килә. Ошо көндәрҙә уға етмеш йәш тулды. Ләкин был хөрмәт һүҙҙәрен мин, ғәҙәттәгесә, юбилей йолаһын үтәү өсөн генә әйтмәйем. Венир Ғәлимйән улына булған ихтирамлы ҡарашым, ихлас мөнәсәбәтем оҙайлы ваҡыт һынауын үткән, күпме осрашыуҙарҙа, хатта уның менән бергә булған хеҙмәт юлымда нығынған.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарының икенсе яртыһында – 90-сы йылдарҙа Венир Аҙнағолов менән йышыраҡ осраша башлаған осорҙа – ул инде һалдат хеҙмәтендә булып ҡайтҡан, юғары уҡыу йортон бөтөргән, ваҡытында колхозда агроном, партком секретары булған, 1978 йылда 31 йәшендә КПСС-тың Күгәрсен райкомының икенсе секретары итеп һайланған, ҡыҫҡаһы, ҙур хеҙмәт юлы үткән, ә хәҙер инде райондың бөтә эштәренә яуап биргән беренсе, йәғни иң яуаплы етәксе ине. Беҙ күберәк рәсми осрашыуҙарҙа, Зәйнәб Биишеваға арналған ижади кисәләрҙә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдарында бергә ҡатнаша торғайныҡ. Тыуған ауылында Шәһит Хоҙайбирҙиндың 100 йыллығына арналған тантаналағы сығыштар әлегеләй хәтеремдә.
Республиканың ҙур етәкселәре ҡатнашҡан бындай саралар, әлбиттә, тотош халыҡ байрамына әйләнә ине. Делегация булып саҡырылып килһәк тә, ул саҡтарҙа беҙ, яҙыусылар, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, үҙебеҙҙе байрамдағыса ҡунаҡ итеп кенә хис итмәнек. Осрашыуҙарҙың уңышлы үтеүенә үҙебеҙҙә лә ҙур яуаплылыҡ тоя торғайныҡ. Нисек кенә булмаһын, уҡыусыларыбыҙ араһындағы бындай сәйәхәттәрҙән беҙ яңы тәьҫораттар менән илһамланып, дәртләнеп ҡайтабыҙ.
Бына хәҙер ошо тантаналарҙа Венир Ғәлимйән улының кисерештәрен күҙ алдына килтерергә тырышам. Халыҡ ихлас күңелдән байрам итә, ләкин етәксенең яуаплы хеҙмәте туҡтамай, күп әҙерлек эштәренә ошо мәлдә йомғаҡ яһала, ғәҙел хөкөм сығарыла бит. Венир Аҙнағоловтың барлыҡ ғүмере шунан ғибәрәт: нисек тә кешеләрҙең шатлығын арттырырға тырышыу, барыһы өсөн дә ҙур яуаплылыҡ, оло хәстәр, бурыс тойоп йәшәү.
Ғүмерең буйы хеҙмәт юлында булыу, һайлаған маҡсатыңдан тайпылмайынса алға барыу, әлбиттә, ҡатмарлы һынау. Һәм кешелектең үҫеше нәҡ шуның менән, шул һынауҙа һынатмау менән билдәләнә. Кешенең көнө хәләл хеҙмәт менән үтә икән һәм ул тыуасаҡ таңды ла шул эше менән ҡаршылай икән – ул ғәҙел йәшәй, тормошҡа яҡшылыҡ, матурлыҡ өҫтәй. Ошондай шәхестәре булғанға ла донъя йәмле.
Венир Аҙнағолов ауыҙынан мин ниндәйҙер яңғырауыҡлы һүҙҙәр ишеткәнем юҡ. Ул эш тураһында уйлай, шул хаҡта һөйләй, барыбыҙ өсөн дә кәрәкле ғәмәлдәрҙе күберәк башҡарырға тырыша. Шуға ла уның шәхес баһаһы, етәксе абруйы һәр яуаплы вазифала ла юғары булып ҡалды. Венир Ғәлимйән улының был сифаттарын уның менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа хеҙмәттәш булған йылдарҙа тағы ла нығыраҡ аңланым. 2008 йылдың мартында мин Башҡортостан парламентына депутат итеп һайландым һәм 2013 йылдың сентябренә тиклем ошонда Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе булып даими эшләнем. Дүртенсе саҡырылыштың беренсе пленар ултырышын асыуҙы йәшем буйынса иң өлкән депутат тип миңә тапшырғайнылар. Йәшем шулай булһа ла, бындай яуаплы эштә минең тәжрибәм бөтөнләй юҡ ине. Шуға тәжрибәле коллегаларым менән йышыраҡ аралашырға, белгәндәрҙең кәңәштәрен күберәк тыңларға тырыштым. Бигерәк тә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Секретариат етәксеһе Венир Ғәлимйән улы Аҙнағоловтың кәңәштәре эшемде ойоштороп ебәреүҙә ныҡ ярҙам итте. Ул республика парламентына быға тиклем дә бер нисә тапҡыр һайланғайны. 2000 йылдан Секретариат етәксеһе булып эшләй ине. Шуға беҙ ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса кәңәш һорап уға йыш мөрәжәғәт итер булдыҡ. Ул һәр саҡ ихлас ярҙам ҡулын һуҙҙы, депутаттарҙың эшен яҡшыраҡ ойоштороуҙы үҙенең төп бурыстарынан һананы.
Венир Аҙнағолов Секретариат етәксеһе булған йылдарҙа башҡарылған бик мөһим эштәрҙе бәйнә-бәйнә һанап тормайым. Уларҙың ҡайһы берҙәренә генә туҡталып киткем килә.
Венир Ғәлимйән улы депутаттарға, Секретариат хеҙмәткәрҙәренә уңайлы эш шарттары булдырыуға, уларҙы кәрәкле эш ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә ныҡ иғтибар итә ине. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырыштарына документтарҙы әҙерләүгә талапсан булды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың абруйын кү­тә­реүгә күп көс һалды. Рәсәй Федерацияһы субъ­екттары араһында иң беренсе Парламент музейы Башҡортостанда асылды. Ул үҙенең экспонаттарға бай, йөкмәткеле булыуы менән хәҙер ҙә һоҡландыра. Ошо осорҙа район һәм ҡалаларҙың символикаһы булдырылды. Бөтә герб һәм флагтар, район һәм ҡала Советы ултырыштарында тикшерелеп һәм раҫланып, Башҡортостан Республикаһы символика­ла­рының дәүләт регистрына һәм Рәсәй ­ дәүләт геральдикаһы регистрына индерелде. Аҙаҡ улар тураһында матур альбом нәшер ителеп район һәм ҡалаларға таратылды.
Венир Ғәлимйән улы инициативаһы менән республикабыҙ үҙенең үҫешендә ниндәй ҡатмарлы юлдар үтеүен күрһәткән документтар йыйылған 17 томдан торған “Свод законов и нормативных правовых актов Башкортостана” әҙерләнә һәм баҫылып сыға. Ошо уҡ йылдарҙа Башҡортостанда парламентаризм һәм закондар сығарыу власының нисек формалашыуы хаҡында бик йөкмәткеле ике томда “Парламентаризм в Башкортостане. История и современность” һәм “Государственное Собрание – Курултай Республики Башкортостан. История становления и развития” китаптары донъя күрҙе. Шулай уҡ Венир Ғәлимйән улы етәкселегендә юридик һәм сәйәси терминдарҙы тәржемә итеүҙә килеп сыҡҡан бәхәстәрҙе туҡтатыуға булышлыҡ иткән “Русса-башҡортса сәйәси терминдар һүҙлеге”, “Русса-башҡортса аңлатмалы юридик һүҙлеге” әҙерләнде һәм нәшер ителде. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында бындай хеҙмәттәр әлегә тиклем юҡ.
Венир Ғәлимйән улының егәрле, тырыш кеше булыуын уның бик яуаплы, мәшәҡәтле вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, сәйәси фәндәр кандидаты диссертацияһын уңышлы яҡлауы ла дәлилләй.
Хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Венир Ғәлимйән улы Аҙнағоловҡа тапшырылған юғары дәүләт наградаларын Салауат Юлдаев орденынан алып һанай башлаһаң, оҙон исемлек килеп сығасаҡ. Ләкин мин уға бирелгән ике дәрәжәне айырым атап үтергә теләр инем. Ул – Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты. Икеләнмәйенсә шуны әйтә алам: шул лауреаттар араһында Аҙнағолов иң лайыҡлыһы! Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәм Зәйнәб Биишеваның һәр береһенең бынамын тигән музейын, һәйкәлдәрен булдырыу өсөн Венир Ғәлимйән улы күп көс һалды. Уның тырышлығы арҡаһында икеһенең дә альбомдары, улар хаҡында иҫтәлектәр, китаптар баҫылып сыҡты. Үҙенең кескәй һәм оло Ватанына һәр саҡ тоғро, көсөн йәлләмәйенсә шундай изге эштәр башҡара ала.
Беҙҙең халыҡта башлаған эшен еренә еткереп үтәгән, уңған кешене “Булдыҡлы!” тигән бер һүҙ менән генә бик тапҡыр ололайҙар. Венир Ғәлимйән улы – бына шундай булдыҡлы кеше, халҡы һәр саҡ ғорурланып атарлыҡ ир-азамат. Ул әле – ОАО “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең һигеҙ мең профсоюз хеҙмәткәрен берләштергән республика комитеты етәксеһе.
Күгәрсендәрҙең Өфөләге “Оло Эйек” тигән яҡташтар ойошмаһы алып барған бик бай саралар тураһында, шунда оҙаҡ йылдар буйына төп эштәрҙе ойошторған Венир Аҙнағолов хаҡында, был изгелектәрҙең замандаштарыбыҙҙы бергә туплауға, рухи тәрбиәләүгә ниндәй ҙур өлөш индереүҙәре тураһында махсус ентекләп һөйләргә кәрәк. Үтер юлдарың оҙон, күктәрең бейек, офоҡтарың киң булһын, Күгәрсен бөркөтө!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509