Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Беҙ уны үҙ-ара халыҡ шағиры, классик тип йөрөтәбеҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, был ысынлап та шулай. Рәсми исемдәр, лауреатлыҡ ҡына бер кемдең дә ижадын халыҡсан, ысын сәнғәт әҫәре итә алмай. Был донъялыҡта бөтәһен дә һатып алып була, тик бына Аллаһ Тәғәлә бүләк иткән талант тамғаһы ғына әһәр әйткән һүҙеңдә, һәр шиғырҙа сағыла.
Салауат Әбүзәров ижады – ул XXI быуат башҡорт шиғ­риәтенең иң юғары өлгөләренең береһе. Уның әҫәрҙәрен­дәге тәрән фекер, сағыу образлылыҡ һәм гражданлыҡ позицияһы уҡыусы­ларҙың күңелендә урын алды.
Салауат үҙе күреп белгән, йөрәк тетрәткән ваҡиғалар хаҡында яҙа. Уның ижады оран, мөрәжәғәттәрҙән азат, ул – рәссам. Ҡәләме менән бөгөнгөнөң, үҙен уратып алған донъяның, күңеленең, хиссиәтенең картиналарын тыуҙыра. “Еремә йыр”, “Ыҙғыш алмаһы”, “Туғы­ҙынсы тулҡын”, “Йыһан емеше” тип аталған шиғри йыйынтыҡтарын ҡулына алған һәр кем шуға инаныр, уларҙа бер генә лә яһалма тойғо, эшләнгән әҫәр юҡ. Китаптарында – шағирҙың йөрәгендә тыуған ҡайнар хистәр һыҙландырғыс уйҙар менән бергә сорналып, сабый күҙҙәре менән уҡыусыһына баҡҡандай. Ябай тел менән яҙылған ха­лыҡсан, баҙрап торған образлы шиғырҙар, поэмалар әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен сафландыра, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Шағир Аллаһ Тәғәлә уға насип иткән юлдан тайпылмайса, талантына хыянат итмәй үҙ юлы менән бара, йөрәге үлсәмдәре менән заманыбыҙҙы, замандаштарын баһалай. Мөхәббәткә табын­ған, күңелендә донъяны, кешеләрҙе яратҡан ир-егет образы күҙ алдына баҫа уның әҫәрҙәрен уҡығандан һуң.
Ошо уҡ образды ул драматургияға ла алып килде. “Хыялый”, “Ғүмерлек ғазап” пьесаларының төп геройҙары – башҡорт кешеһенең асылын, күңел донъяһын асып һала. Эйе, улар донъя артынан ҡыумай, улар өсөн намыҫ, мөхәббәт, тоғролоҡ кеүек изге төшөн­сәләр – тормош мәғәнәһе. Кешеләрҙе кеше иткән яҡшылыҡ, ышаныс, өмөт кеүек юғары тойғоларҙы маяҡ итеп алған автор үҙенең әҫәрҙәрендә. Был махсус рәүештә лә эшләнмәй, әммә үҙе лә нескә күңелле, баҫалҡы, тыйнаҡ холоҡло, ысын талант эйәһе Салауат Әбүзәровтың ижад емештәре йөрәгендә тыуа. Кеселекле асылын да яратам мин Салауаттың. Уның кеүек тыумыштан шағир менән замандаш булыуыма сикһеҙ ғорурланам.

Салауатҡа
Бик күптәнән беләм бер оҫтаны –
Ул мәңгелек ҡылын уйната.
Юғарыны, төпкөлдәрҙе айҡай,
Туң йөрәктең йәнен уята.

Ҡағылыуы була ҡулдарының
Ҡыу ағас та китә терелеп:
Ботаҡ, олондарға һут йүгерә,
Япраҡ йырлай көнгә үрелеп.

Ул юғары өндәр иле улы –
Моң даръяһы унан түгелә.
Бер һирпелһә моңсол ҡараштары,
Һулып ҡалған гөлдәр терелә.

Оҫта ҡулдарында сыңлап китә
Үрмәксенең көмөш ауҙары.
Ҡарашында яҡты һағыш йәшәй,
Кейек ҡаҙҙар киткән ауҙарып.

Кешеләргә бүләк итер өсөн
Хиссиәттән сихри нур өҙә.
Бойоҡ тойолһа ла һуҙған йыры
Күңелендә уның таң йөҙә.

Сүмес йондоҙлоғон ҡулға алып,
Йыһан көмбәҙенән йыр һөҙә.
Өҙөлөп тә ҡалған заман йырын
Боронғоға бәйләп тергеҙә.

Бик күптәнән беләм бер оҫтаны –
Йөрәгендә моңдар уйната.
Күңелендә – нур фекерле тойғо,
Зиһенендә – хисле уй ята.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506