Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр ҡылығы беҙҙе тәрбиәләне
Уҡытыусы һөнәренә мин шулай итеп ҡарайым: ул үҙ фәнен яҡшы итеп уҡытыуҙан тыш, һәр ҡылығы, аралашыуы, кейенеүе, хатта атлап йөрөшө, һөйләшеүе, кешеләргә мөнәсәбәте, үҙен тота белеүе менән дә уҡыусыларын тәрбиәләй. Бәхеткә күрә, беҙгә заманында ана шундай шәхестә белем алырға насип булды. Һүҙем — Ғәлим Нурғәле улы Ҡужәхмәтов хаҡында.
Үҙ ваҡытында ул 120 йылдан күберәк тарихлы Аксен ауыл хужалығы техникумында йәшләй генә эш башлаған. Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын бөткәс була был хәл. Сығышы менән был яҡтыҡы түгел ул, ә Мәләүез районының Эткөсөк ауылында күп балалы хеҙмәт һөйөүсән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, әсәһе Ғәмбәр — Герой-әсә исемен йөрөткән шәхес.
Әле генә мәктәптәр бинаһы, балалар һаны хаҡында төрлө фекерҙәр әйтеп, бәхәс сығаралар. Ә элек белем биреүсеһе генә табылһын, уҡырға ынтылып торған балалар бик күп булған. Урта белем алыр өсөн дүрт мәктәптә уҡырға тура килә тырыш ауыл малайына. Боһорман, Йомағужа һәм Нөгөш ҡасабаһына йәйәүләп тә, саңғыла ла, велосипедта ла көн һайын йөрөп уҡып, үҙенең һаулығын нығыта, маҡсатына ынтылыусан егет булып үҫә. Шуғалыр ҙа инде юғары уҡыу йортон тамамлау менән генә сикләнеп ҡалмай, Мәскәүгә юллана. Унда К. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлай.
Ғәлим Нурғәле улына фән юлын һайларға тәҡдим итеүселәр ҙә булған, әммә ул тыуған яғына тартылып, Башҡортостанына ҡайтҡан. Ә төптән уйлаһаң, ул — диссертация яҡламаған ғалим, күп яҡлы белем эйәһе, йәне-тәне менән эшкә бирелгән кеше. Шуғалыр ҙа инде уға барыһы ла ынтылып тора, яҡын күрәләр, хеҙмәттәштәре ихлас ихтирам итә, кәңәшләшә.
Ғәлим Нурғәле улы – аяҡлы энциклопедия ул. Күп йылдар остазыбыҙ колледжда уҡыу-уҡытыу бүлеген етәкләне, бурысын еренә еткереп, арыу-талыу белмәй көс түкте, эште ойоштора ла, башҡара ла белде. Шул арала Ғәлим Нурғәле улы директор ҙа, ауыл Советы депутаты ла булырға өлгөрҙө, профсоюз ойошмаһының етәксеһе лә булды.
Тормош һынауһыҙ булмай. Барлыҡ күңелен эшкә биреп, пландар ҡороп йәшәй генә башлағанда ҡатыны Әсмә Әхмәт ҡыҙы ҡапыл сирләп вафат булды. Шул ваҡытта инде балалары Ринат, Ғәлиә, Гүзәл бер-береһенә терәк булып, ҡайғы­ларын уртаҡлашып, еңел булмаған осорҙо үткәреп ебәрҙе.
Хәҙер Ғәлим Нурғәле улы иртә ирен юғалтҡан Гүзәлиә Рәшит ҡыҙы менән донъя көтә. Улар балаларға ла тигеҙ ҡарай, ейәндәрен тәрбиәләшергә лә ярҙам итә.
45 йылдан ашыу эш дәүерендә Ғәлим Нурғәле улы меңдәрсә уҡыусыға төплө белем, яҡшы тәрбиә бирҙе. Ул уҡыусылары менән бәйләнеште юғалтмай, уҡыу йортон тамамлағандан һуң да уларҙы хәстәрләп, кәңәштәрен биреп тора. Ә бит ғорурланып телгә алырҙай шәкерттәре байтаҡ. Данлыҡлы Аксен ауыл хужалығы колледжының әлеге етәксеһе Абдулвәлиев Ришат Рифмил улына докторлыҡ диссертацияһы өсөн күп кенә материал туплашҡан да кеше – уҡытыусыбыҙ.
Заманында уның үҙенә лә ана шулай ихлас ярҙам ҡулы һуҙыу­сылар табылған. Ғәлим Ҡужәх­мәтов: “Был тормошта яҡшы кешеләрҙән ныҡ уңдым, үҫкән ваҡытымда, йәшлегемдә, уҡығанда, эшләгәндә дөрөҫ юл күрһәткән, кәңәш биргән Рим Әбсәләмов, Рауил Ғиләжетдинов, Рима Арыҫ­ланова, Константин Лавров, Алексей Головкинды әле лә йылы хәтирәләр, хөрмәт менән телгә алам”, – ти ул.
Тормоштағы ауыр минуттарҙа таянған яҡын кешеләренә — һылыуы Клара, апаһы Мөслимә, ҡустыһы Миңлеғәле, күршеләре Әлемғол Рәхмәтуллин һәм Әхтәм Иҫәкәев, курсташы Флүз Хәбибул­линға, барлыҡ хеҙмәттәштәренә рәхмәте ҙур уның.
Бер ҡараһаң, бәхетле, икенсе яҡтан ҡараһаң, һынаулы яҙмышына күҙ һалып, китап яҙырлыҡ ғүмер юлы, тип әйтке килә. Юҡҡа ғына Күктәр ҙә иң яратҡан кешеләренә һынау бирер, тимәйҙәр, күрәһең. Уларҙы лайыҡлы үтеү, ниндәй генә ауыр хәлдә лә кеше булып ҡалыу шарт. Ана шундай сабыр холҡо менән дә уҡытыусыбыҙ беҙгә өлгө.
Бөгөн ул – үҙе эшләгән кол­­лед­ж­дың иң абруйлы вете­рандарының береһе, әле лә сафта, уҡытыу эшен дауам итә. Был төбәктә ауыл хужалығы белгес­тәрен әҙерләүгә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Ғәлим Нурғәле улы Ҡужәхмәтовтан да күберәк көс һалған кешене беҙ белмәйбеҙ ҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504