Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Быуат ағинәйе Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, беҙ хәҙер китаптарҙан ғына уҡып белгән шанлы революция, колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа тарихи ваҡиғаларҙың йәнле шаһиты булған Зөһрә Йәрмөхәмәтова ошо көндәрҙә үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Аҡъяр ауылында йәшәгән ағинәй менән осрашыуға бер аҙ тулҡынланып барҙыҡ. Нисегерәк ҡабул итер, тормош хәтирәләре менән уртаҡлаша алырмы икән тигән уйҙар геройҙың үҙен күрмәгән, тынғылыҡ бирмәне.
Зифа ҡыҙы менән йәшәгән быуат ағинәйе беҙҙе йылмайып ҡаршы алды. Зиһене шәп, аҡылы теүәл, күҙе күрә, ҡолағы ишетә. Ҡулдары йыйырсыҡланып, маңлайына бураҙналар һалынып, сәстәренә аҡ ҡырау ҡунһа ла, иң мөһиме – йәшәү дәртен юғалтмаған, йор һүҙле, теремек һәм асыҡ булып ҡала алған. Үҙ дәүеренә хас булғанса, Зөһрә Сәлихйән ҡыҙының яҙмышы бик ғибрәтле, фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙға­ныслы. Әйтерһең дә, үҙе бер тере тарих.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән инәйгә бала саҡтан ауыр­лыҡтар кисерергә тура килә. Быуыны ла ҡатып етмәгән ҡыҙ бала төрлө эштә тир түгә. “Ҡайҙа инде ул саҡта уҡыу? Кейергә кейеме, ашарға ризығы юҡ ине”, – ти Зөһрә Йәрмөхәмәтова. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында уларҙың ғаиләһе район үҙәге Аҡъярға күсеп килә. Тап ошонда буласаҡ йәмәғәте Шаһибал Хәйбулла улын осрата. Алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, район комсомол ойошмаһында эш башлаған егетте ҡыҙ шунда уҡ оҡшата. Йәштәр 1934 йылда өйләнешә. Зөһрә инәй, иренең белемгә ынтылышының шул тиклем ныҡ булыуын аңлап, уның артабан уҡырға теләгенә ҡаршы килмәй. Ғаиләле көйөнсә йорт хужаһы ике йыллыҡ Коммунистар партияһының ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. Артабан йәш белгес район үҙәгенең финанс бүлегендә эш башлай.
Бәхетле йәштәрҙең иң матур саҡтарын ҡәһәрле һуғыш урлай: 1942 йылда туптай ике улын, өсөнсө балаһына йөклө булған ҡатынын ҡалдырып, Шаһибал Йәрмөхәмәтов яуға китә. Ул тәүге көндән алып һуғыш тамамланғансы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында данлы һәм шанлы юл үтеп, Берлинғаса барып етә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зөһрә инәй ауыр һуғыш осоронда таралған сир арҡаһында ике улын юғалта. Бала ҡайғыһын йәш әсә яңы тыуған сабыйына баҫып, колхоз эшенә сума. Көн тимәй, төн тимәй тир түккән ҡатын-ҡыҙҙар нисек тә Еңеү көнөн тиҙерәк яҡы­найтырға тырыша, һөйгәндәренең ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Һуғыштан һаулығын ныҡ ҡаҡшатып ҡайт­ҡан ирен ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн йәш ҡатынға еңелдән булмай. Әммә ул барыһына ла түҙә. Балаларын баға, ирен ҡарай, колхоз эшенән дә ситләшмәй. Бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә. Һуғышта алған яралары йылдар үткән һайын үҙен нығыраҡ һиҙҙереп, 1963 йылда Зөһрә Сә­лихйән ҡыҙы ирен юғалта. Йәнә ул балалары өсөн йәшәргә тырыша: нисек тә уларҙы уҡытырға, кеше итергә тырыша. Бәхетенә күрә, ҡыҙҙары һәм улы уҡыуға зирәк була, барыһы ла белем алып, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр ала. Бөгөн бәхетле юбилярҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре бар.
– Әсәйем беҙҙе һәр саҡ бөхтәлеккә өй­рәтте. Үҙе кейем тегер ине, төндәрен теген машинаһының туҡылдаған тауышына йоҡлап китһәк, иртән уның тауышына уяныр инек. Беҙҙе уҡытыр, кеше итер өсөн әсәйебеҙ бигерәк ныҡ тырышты. Хәҙер уйлап алабыҙ, ҡайһы ваҡытта йоҡлағандыр, ял иткәндер, тип. Бигерәк зауыҡлы булды ул, беҙҙе, ҡыҙҙарын, аҡлы-суҡлы итеп үҙе тегеп кейендерер ине, матурлыҡты яратты, беҙҙе лә гүзәллеккә өйрәтте, – ти ҡыҙы Зифа апай.
Уның һүҙҙәренә ейәнсәре Нәзирә лә ҡу­шыла. “Өләсәйем ейән-ейәнсәрҙәренең хәле менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора, һора­ша, кәрәк икән, телефондан шылтырата. Әле лә һәр береһенә исеме менән өндәшеп, балаларыбыҙ хаҡында белешә. Мин уның бер ваҡытта ла буш ултырғанын күргәнем булманы, ҡулында һәр саҡ бәйләме булды, йәшерәк саҡта текте, баҡса үҫтерҙе, бигерәк тә гөлдәр үҫтерергә яратты. Кешеләргә изгелекле булығыҙ, ауыр һүҙ әйтмәгеҙ, кешене кисерә белегеҙ, эш һөйөгөҙ, йылмайып йә­шәгеҙ, тип өйрәткәндәрен һәр саҡ хәте­ре­беҙҙә тотабыҙ, уға оҡшарға тырышабыҙ”, – ти. Ысынлап та, геройымдың “кешеләрҙе кисерә белегеҙ” тигән тормош девизы – үҙенең ошо матур миҙгелгә килеп етеүенә бер миҫал. Тормошто яратып баҡҡандарға ғына тормош үҙе лә шул уҡ яҡшылыҡ менән яуап бирә. Һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ йәшәүҙән йәм һәм тәм табып йәшәгән Зөһрә инәй Йәрмөхәмәтоваға артабан да күңел бөтөн­лөгө, йән һәм тән тыныслығы, балалар бәхете, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөү бәхете яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 186

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 143

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 224

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 200

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2566

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 231

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 176

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 179

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 401

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 416

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 427

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 415