Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күндерәк уңғаны
Күндерәк уңғаны Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында уңған, йомарт күңелле, егәрле, маҡсатҡа ынтылышлы кешеләр ғүмер итә. Был ауылдан байтаҡ арҙаҡлылар сыҡҡан. Урындағы мәктәп уҡытыусылары үҙҙәренең уҡыусыларын тырышып уҡырға, белем үрҙәрен яуларға саҡыра, һеҙҙең арала киләсәктә Әнүәр Абдрахманов һымаҡ дәүләт эшмәкәре, Миңнур Азаматова ише врач, Рәмил һәм Муллахмәт Әхмәтовтар кеүек Рәсәй һәм Башҡортостан Юғары судтары судьялары, Рәлиф Кинйәбаев шикелле драматург һәм яҙыусы, Илдар Лоҡманов һымаҡ йәмәғәт эшмәкәре, Наил Ибраһимов ише баш агроном һәм башҡа һөнәр эйәләре белем эстәй, улар ҙа һеҙҙең кеүек ошо мәктәптә уҡыған, үҙҙәренең алдына оло маҡсаттар ҡуйып йәшәгән, тип йыш ҡабатлай. Әйткәндәй, халҡыбыҙҙа хеҙмәт һөйөүсәнлек, эшмәкәрлек итеү, улай ғына ла түгел, егәрлелек, эшсәнлек һүҙбәйләнештәре һәм төшөнсәләре менән бәйле мәҡәл-әйтемдәр бихисап, шул уҡ ваҡытта олуғ шәхестәребеҙҙең ҡанатлы һүҙҙәре күпләп телмәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, күренекле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың, хеҙмәт итһәң мәслихәт һәм илеңә, ебәк билбау булыр ул үҙ билеңә, тигән фекере бигерәк тә үҙ һөнәрен яратыусыларға, уға мөкиббән бирелеүселәргә ҡағылалыр. Ысынында ундай булдыҡлылар арабыҙҙа бик күп. Шундай ир-азаматтарыбыҙҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа тармағы хеҙмәткәре БР-ҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнгән Әнүәр АБДРАХМАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Ул өр-яңы шатлыҡтар, һөйөнөслө хәбәр­ҙәр менән башланып китте. Хәйер, бөтәһен дә изгегә юрарға кәрәк, ти­ҙәр. Тулыһынса килешәм һәм шу­ға ярашлы ғүмер ағышын көйлә­гән­мен. Иртән йоҡонан уянғас та, һәр нәмәгә рәхмәтле була белеү, туған-тыумасаны, күрше-күләнде иҫән-һау күреү, уларҙың шатлығын бүлешеү – ошо бәхет түгелме ни! Насар тойғолар тураһында уйла­маҫ­ҡа тырышам, уларҙан арыныр өсөн үҙемде ниндәйҙер кәрәкле шөғөлгә арнайым.
– Башта үҙегеҙ менән яҡын­да­ныраҡ таныштырып үтегеҙ әле.
– Стәрлебаш районында тыуып үҫтем, дөрөҫөрәге, Ҡабыҡҡыуыш тип аталған күркәм ауылда. Үҙен­сәлекле исемле, шулай бит. Тиҫ­тер­ҙәрем шикелле мин дә йүгерек Күндерәк йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, туғайында ҡыуыш ҡороп, ҡыҫҡаһы, ожмахҡа тиң ерҙә аунап-уйнап буй еткерҙем. Кем үҙе­нең тыуған төйәген яратмаһын инде! Мостай Кәрим әйтмешләй,
Аяҡ баҫһаң, үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.
Илебеҙгә бихисап билдәле шә­хестәр биргән бәрәкәтле Стәр­лебаш тарафтарынан булыуым менән сикһеҙ ғорурланам.
– Заманында һеҙгә, 20-һе лә тулма­ған егеткә, тотош клубты ышанып тапшырып ҡуйғандар. Эшләп алып китеүе ауыр булманымы?
– Тиккә генә, тәүәккәллек – йөрәк ҡома­ры, аҡылдан да ҡай саҡ юға­ры, ти­мәйҙәр. Әлбиттә, баштараҡ әҙме-күпме ҡаушау-икеләнеүҙе кисерҙем, йәшермә­йем. Бәләкәйҙән үк тотҡан урындан һындыра алыу тигән сифатты ғәзиздәрем күңелгә ныҡлап һалған. Шулай булғас, ар­тыҡ ҡыйынлыҡ та тойманым. Хә­йер, сәнғәткә ғашиҡ йәндең үҙ эшенә мөкиббән китеүенә ниңә ғәжәпләнергә! Эйе, 10-сы класты тамамлау менән Ырымбур өлкә­һенә терәлеп тигәндәй ятҡан Ҡарамалы-Буҙат ауыл клубында эшләй башланым, хеҙмәт кенәгәмә тәүге рәсми һүҙҙәр нәҡ шунда яҙылды. Хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Төрлө билдәле байрамдар йәки ниндәйҙер дата менән бәйле саралар ойошто­роуҙан тыш, йыш ҡына күңелле ки­сәләр үткәреүҙе йолаға әйлән­дерҙек. Ҡарамалы-буҙаттар үҙҙәре йыр-моң яратҡас, көй-бейеүгә маһир булғас, байрамдар юғары кимәлдә уҙа торғайны.
– Әнүәр Муллағәле улы, ҡайҙа эшләнегеҙ һуңынан?
– Ҡайҙа ғына эшләмәнем: көтөү ҙә көттөм, комбайнда игенен дә һуҡтым, тракторҙа ла йөрөнөм. Һалдат ҡайышын билгә таҡмаған ир-ат кем ул? Һүҙ ҙә юҡ, Ватан алдындағы бурысты намыҫ менән үтәнем. Кем әйтмешләй, мул итеп белем алғас, Дим буйында бер аҙ эшләп алдым. Ҡайҙа тиһегеҙме? “Башпотребсоюз” йәм­ғиә­тенең Раевка район-ара базаһы пред­приятиеһына эшкә ҡоҙаланылар, унда сы­ны­ғыу алғас, Өфөгә саҡыртып алдылар. Аҙаҡтан иһә Башҡорт кооператив техникумына директор итеп тәғәйенләнеләр. Үҙем уҡыған белем усағына етәкселек итермен тип башыма ла килтермәгәйнем.
– Күп нәмә ғаиләлә алған матур тәрбиә менән бәйле. Һеҙ ошо фекер менән килешә­һе­геҙме?
– Был турала һүҙҙең булыуы мөмкин дә түгел. Әсәйем Ғәзимә Үлмәҫҡол ҡыҙы менән атайым Муллағәле Ғайса улы икеһе лә тирә-яҡта бик абруйлы кешеләр ине. Үҙҙәренең эргә-тирәгә, күрше-күләнгә яр­ҙам­сыллығы, ауылыбыҙ төҙөклөгө өсөн янып-көйгәндәре арҡаһында улар менән иҫәпләштеләр, ишегебеҙ һәр ваҡыт һәр кем өсөн асыҡ булды. Шәхсән үҙемә килгәндә, уйым бына ниндәй: малай өсөн атай бөтәһе лә. Ул эшкә өйрәтеүсе лә, ғилемгә өндәүсе лә, айырыуса донъя көткәндә күберәк атай кешенең өлгөһөнә эйәрәһең. Күбеһенсә аталары янында йөрөгәндәр тәүәккәл була, ныҡышмаллыҡ һыҙаттары унда ярылып ята, сослоҡ, сәмселлек, өлгөрлөк хаҡында телгә лә алмайым.
– Күп ваҡытыбыҙ эштә үтә, ун­дағы коллектив менән бер туғандай булһаҡ та, барыбер ҙә ғаиләне бер нәмә лә алмаштыра алмай. Нәҡ ғаилә янында тыныслыҡ һәм яҡлау табабыҙ. Эшенә ашҡынып тороусы­лар­ҙы, өйөнә йүгереп ҡайтыусы­лар­ҙы бәхетлегә тиңләйҙәр. Ә һеҙ­ҙең быға ҡарашығыҙ нин­дәй?
– Башҡорт кооператив техникумында ғилем эстәгәндә башлы-күҙле булыу тураһында ла уйлана башланым. Бар ине шунда бер сибәркәй, исеме – Рәмзиә. Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ тиҙәр ундай һылыу ҡыҙҙар хаҡында. Ҡатыным ғүмере буйы мәғариф системаһында бухгалтер ише еңел булмаған вазифаны башҡарҙы. Башҡортос­тандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Рәмзиә Саях ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡыуаныстарҙы ур­таҡ бүлешеп, мәшәҡәтле саҡтарҙы бергә күтәреп йәшәп ятабыҙ. Ике баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ: медицина фәндәре кандидаты, Баш­ҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Лилиә ҡыҙыбыҙ – врач, улыбыҙ Айҙар шулай уҡ үҙ юлын тапты. Ейәнебеҙ Илдар һәм ейән­сәребеҙ Алһыу – беҙҙең шатлығыбыҙ.
– Гәзит уҡыусыларға теләк­тәрегеҙ ҙә барҙыр...
– Маймыл йылын оҙатып, Әтәс йылына аяҡ баҫтыҡ. Әҙәм балаһы үҙенә күрә эҙәрмән, күңеленә нимә тынғылыҡ бирмәй, шул турала белергә ынтыла, төрлө сығанаҡтан мәғлүмәт туплай. Һәр саҡ шулай камиллашыуҙан туҡтамайыҡ. Ҡыш­тырҙатып гәзит-журналын да уҡыйыҡ, компьютер менән дә дуҫ булайыҡ, Интернет киңлектәрендә лә рәхәтләнеп гиҙәйек, шул уҡ ваҡытта рухи аҙыҡ тураһында ла онотмайыҡ. Һәр кемдең шатлығын күреү – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс.
Ваҡыт уҙған һайын артҡа йышыраҡ ҡарайым, үткәндәрҙе тәрәнерәк барлайым. “Ошо йәшемә етеп тормоштан уңдыммы?” тип үҙ-үҙемә һорау бирәм дә “эйе, ундым” тип яуаплайым.
– Әнүәр Муллағәле улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509