Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ күңелендә ҡалған моң
Халыҡ күңелендә ҡалған моң Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла (1831—1895) — үҙе тере сағында уҡ халҡының, заманының бөйөк улы булып танылған данлыҡлы шәхестәрҙең береһе. Ул мәғрифәткә өндәгән дәртле бер сәсән-шағир булып йәшәне, шәхсиәте менән дә, поэтик ижады менән дә халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең гүзәл өлгөләрен күрһәтте. Дөйөм уяныу, башҡорт халҡының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул исемдәре легендаға әйләнгән атаҡлы йырау һәм сәсәндәрҙең, башҡорт ауыҙ-тел ижадының быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттерҙе, яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, әхлаҡи камиллыҡты, батырлыҡты данланы.

Аҡмулла шиғриәте — үҙе бер донъя. Бай һәм ҡатмарлы, ҡабатланмаҫ донъя. Унда заманаһының моң-һағышы ла, аһ-зар аша яңғырар ҡыуаныс ауаздары ла, уй-хыялдары һәм ынтылыштары ла ифрат асыҡ сағылды. Халыҡ яҙмышын, халыҡ киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнап йәшәгән шағир заманының ижтимағи үҫешен билдәләрлек мөһим проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы хәл итергә ынтылды.
Аҡмулла үҙ дәүеренең ысын мәғәнәһендә новатор шағиры булды. Уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге әҙәбиәтте урта быуат схоластикаһынан арындырып, донъяуи ерлеккә ҡайтарыуҙа, халыҡ араһында мәғрифәт, яңырыу идеяларын пропагандалауҙа, әҙәбиәтте һәм уның телен демократлаштырыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнаны. Һәр строфаһы үҙе бер мәҡәл булырлыҡ шиғри гәүһәрҙәре менән, Көнсығыш классикаһының, халыҡ ижадының гүзәл традицияларынан һутланып үҫкән шиғриәте менән әҙәбиәтебеҙ тарихында иң күренекле урындарҙың береһен алып торорлоҡ поэтик һәйкәл ҡалдырҙы.
Аҡмулла бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Йылдар үткән һайын, мәшһүр шағирҙы тыуҙырған дәүерҙән алыҫлаша барған һайын һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла сағыуыраҡ күренә. Уның поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләрҙә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
Бөйөк таланттарға хас булғанса, Аҡмулла үҙ халҡының ғына милли даирәһе менән сикләнеп ҡала алманы. Ул күтәргән проблемалар, ул үткәргән идеялар төрки телле бик күп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн дә уртаҡ ине. Тәбиғиҙер, Аҡмулла моңо, Аҡмулла зары улар күңеленә лә хуш килде. Шуға ла уның Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич кеүек күренекле башҡорт әҙиптәренә генә түгел, татарҙың бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға, ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абай Ҡонанбаевҡа ла йоғонто яһауын билдәләгән ғалимдар хаҡлы.
Шулай булһын! Моңло моңдашһыҙ булмаҫ. Моң йәшәһә, уның зарын зарларлыҡ Аҡмулла кеүек мәшһүр улдары булһа, халыҡ та йәшәр. Моңло һәм рухлы булып йәшәр.

Мифтахетдин АҠМУЛЛА

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландай көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Нәсихәттәр

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер,
«Иман шарты»н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер», — тигән —хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

Биографияһы
Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов Миәкә районының Туҡһанбай ауылында донъяға килә. Данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала, күптәрҙе үҙенә ылыҡтырып торған Троицкиҙа Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһендә белем эстәй. Йәй көндәрендә ҡаҙаҡ балаларын уҡытып аҡса эшләй, ҡыш мәҙрәсәлә уҡый. Мәҙрәсәләрҙә дин ғилеме менән бер рәттән, үҙ алдына уҡып, фарсы, ғәрәп телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.
Троицк мәҙрәсәһенән киткәс, Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында балалар уҡыта, башҡорт ауылдарында ла ошо эш менән шөғөлләнә. Балалар ниндәй телдә һөйләшһә, Аҡмулла шул телдә уҡытырға ынтыла, уларҙы хеҙмәткә өндәй.
1872 йылда Аҡмулла Ҡазанда була, унда татар халҡының бөйөк мәғрифәтселәре Ш. Мәржәни, Ҡ. Насыри менән таныша, шунан Петербургҡа ла барып сыға. 1894 йылда илсе сәсән Өфөгә килеп, шул замандың күренекле зыялылары М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов һәм башҡалар менән таныша.
Мифтахетдин Аҡмулла, башҡорт халҡының батыры, сәсән-шағиры Салауаттан һуң беренсе булып, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип мөрәжәғәт итә, эске ярһыу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡыра.
Үҙ халҡын мәҙәниәтле, мәғрифәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта ошо идея менән янып йәшәү Мифтахетдин Аҡмулланы һәр ваҡыт тәрән фекерле шиғырҙар яҙырға илһамландырып, саҡырып тора.
Кешеләр менән аралашҡанда саф, аҡ күңелле булғаны, халыҡты мәғрифәткә өндәгәне, был изге эштәргә тулыһынса бирелгәне өсөн мөғәллим мулланы ҙурлап Аҡмулла тип йөрөтәләр...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511