Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үтеп кенә киткән ғүмеремде Оҡшатамын һыуҙың ағышына...”
“Үтеп кенә киткән ғүмеремде Оҡшатамын һыуҙың ағышына...” Өйҙәренә ингәндә Зәбирйән ағай еңелсә генә кейенеп алып, беҙҙең яҡтарҙа ифрат киң таралған башҡорт халыҡ йыры “Шафиҡ”ты йырлап ултыра ине:

Төнгө йоҡоларым йоҡлағанда
Уяндым мин күнәк тауышына.
Үтеп кенә киткән ғүмеремде
Оҡшатамын һыуҙың ағышына.


Ошо арала еңгәй сәй әҙерләп өлгөрҙө. Самауыр янында ағай: “Был йыр, әйтерһең дә, миңә төбәп сығарылған. Йәшлегем дә боролоп-боролоп аҡҡан, Ҡалыя араһында йырҙарҙа йырланған Ҡаҫмарт йылғаһына һыйынып ултырған Ейәнсура районының Сәғит ауылында үтте бит. Ул йөрәгемдә мәңгелек һаҡланды, хатта ауыр йәрәхәт алғанда ла күҙҙәрем алдында торҙо. Ете ятып, ете торһам да, 90 йәшкә етермен тип уйламағайным, ә мин һуғышта ҡатнаш­ҡандарҙың иң йәше, әле үткән ғүмеремә байҡау, башҡарған эштәремә йомғаҡ яһап ултырам”, — тине.
Ә уның Ҡаҫмарт йылғаһы буйында һалған эҙҙәре күп булды. Беренсенән, тәбиғәт матурлығына һоҡланып йәшәһә, икенсенән, ошо йылғала балыҡ ҡармаҡларға, ат йөҙҙөрөргә яратты. Ул ваҡытта йылғаның ятыуында балыҡ һыуҙың өҫтөн күрһәтмәй ҡотора, уйнай торғайны.
Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Шуға күрә ағай, ауыл малайы булараҡ, иптәштәре нимәгә тотонһа, шуны эшләргә тырышты. Бала сағынан колхозда ат егеп ер һөрҙө, бесән сапты, йәмәғәт малдары өсөн һалам, бесән ташыны, урманға утынға барыр ине. Дуҫ-ишен, ауыл халҡын һоҡландыра торған үтә матур бер сифаты булды — уҡырға һәләтле ине, уҡытыусылар һәр саҡ уны өлгө итеп ҡуйҙы. Башланғыс кластарҙа уҡ бүләктәрен миңә алып ҡайтып бирә торғайны. Ә Байыш ете йыллыҡ, Абҙан урта мәктәбендә уҡығанда ололарҙың ҡурай бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урын яулағаны өсөн мандолина бүләк иттеләр. Һөҙөмтәлә мин ауылда берҙән-бер мандолинасы исемен алдым. Йәштәр һәм тиңдәштәр араһында бик абруйлы кеше булып киттем, уларҙың йыр-бейеү кисәһе минһеҙ үтмәй торғайны. Тағы уға өс метр туҡыма бүләк иттеләр, унан миңә күлдәк-ыштан тегеп кейҙерҙеләр.
Ағайым уҡыуға ғына һәләтле булманы, бала саҡтан йыр-музыка менән мауыҡты. Үҙ алдына ҡурайҙа уйнарға өйрәнде, бер кемгә лә барып йөрөмәне. Бала ғына булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халыҡ көйҙәрен моңло, бөтә бөгөлөштәрен урынына еткереп уйнауы менән ауыл халҡын аптырашта ҡалдырыр ине. Яҙ көндәрендә беҙҙең өй тирәһендә ҡар иреп бөтөү менән ихата йәштәр генә түгел, ә ололарҙың йыр-бейеү урынына әйләнә торғайны. Ололар: “Йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡайҙан өйрәнгән, нисек матур, йөрәккә һеңдереп уйнай”, — тип һоҡлана ине. Әлбиттә, был һәләт уға атайым менән әсәйемдән күскәндер, сөнки улар халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталары булды.
Яҙғыһын Ҡаҫмарт йылғаһы ярһып таша, яр буйы йәштәрҙең йыр-бейеү майҙансығына әйләнә, ә беҙ, малайҙар, ҡағыҙҙан карап яһап, сәләм яҙып һыуҙа йөҙҙөрәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең ауыл кешеләрен “ҡойондар” тип йөрөттөләр. Был ҡушамат уларға уңғанлығы, бер-береһенә ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө һәм ҡунаҡсыл булғанлығы өсөн бирелгән. Әгәр кемдеңдер өйөнә таныш булмаған кеше инә икән, уға сәй эсермәй сығарып ебәрмәйҙәр. Йәштәр араһында бер-береһенә йылы ҡараш, дуҫ-туғанлыҡ, йомартлыҡ, йыр-моңға бирелгәнлек, күрәһең, быуындарҙан быуындарға күсә килә. Һәр кем “ҡойондар” ҡушаматын аҡларға тырыша.
Зәбирйән Ғүмәров дуҫ-иштәре араһында ни өсөндөр бер аҙ айырылып торҙо. Ҡаҫмарт йылғаһында сумып ярышҡанда уның алдына сыҡҡан кеше булманы. Һыуҙа тын алмай батмай ятҡанын күреп аптырайҙар. Уның сәбәбе шунда: ҡурайҙа оҙон көйҙәрҙе уйнағанда күнекмә алған, йәғни уның күкрәге киңәйә, үпкә тамырҙары әүҙем эшләй.
Һуғыш башланғас, йәш егеттәрҙе йыйып хәрби эшкә әҙерлек буйынса күнекмә үткәрҙеләр. Улар сафта йырлап ауыл урамынан үтә. Минең ағайым, буйға бәләкәйерәк булһа ла, иң алдан командир булып бара. “Күрәһегеҙме минең ағайҙы!” — тип ҡысҡырып әйтке килә.
1943 йылдың йәмле йәйе. Ауыл йәштәре килеп, ағайымды Ҡаҫмарт йылғаһы буйынан күренеп, төрлө сәскәләре менән күҙҙәрҙең яуын алған Нәжми тауы итәгенә алып китте. Ҡурайҙар һалынған ҡумтаны тоттороу өсөн мине лә эйәрттеләр. Йыр тауышы, ҡурай моңо тау-урмандар аша йөрөп, шаңдау рәүешендә кире ҡайтты. Унан һуң күмәкләп бейеү башланды.
Ошо мәлдә Зариф ағайҙың күҙҙәре эргәлә ағарып ятҡан ҙур ташҡа төбәлде. “Егеттәр, — тине ул, — 1926 йылда тыуғандар оҙаҡламай илде һаҡларға һуғышҡа китәсәк. Ошо ташҡа исемдәребеҙҙе ырып, анау Ҡушҡайын араһына күтәреп ҡуяйыҡ. Был беҙҙән оло иҫтәлек булыр”. Ташҡа матур, ҙур хәрефтәр менән Бәҙретдин, Ғилман, Ғиниәт, Зәбирйән, Зариф, Әхмәтғариф, Рәхимйән тигән исемдәр яҙылып, Ҡушҡайынға илтеп ҡуйылды. Күптәр, бигерәк тә был егеттәрҙең һөйгәндәре, күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп ситкәрәк китергә ашыҡты. Был ваҡиғаны ирҙәре йәки улдары һуғышта һәләк булған инәй-апайҙар бигерәк тә ауыр кисерҙе, сөнки улар ауыр ҡайғыны татып өлгөргәйне...
Иң тәүҙә повестка Зәбирйән ағайға һәм уның иң яҡын дуҫы (хатта уларҙы Ишәй менән Ҡушай тип йөрөтәләр ине) Зарифҡа килеп төштө. 1943 йылдың ноябрендә, шул тиклем һыуыҡ көндә, күпертеп һалынған бесән менән тулған ат санаһына ултырып, Ейәнсура хәрби комиссариатына юлландылар. Уларҙы оҙатырға тотош ауыл халҡы сыҡты. Көн үтә һалҡын булһа ла, ағайым ҡурайҙа уйнай, Зариф уның яурынына таянып баҫҡан да көр тауыш менән йырлай:
Үтә матур тауҙар-урмандарың,
Һоҡландыра ялан-ҡырҙарың.
Гүзәл ауылыма һәм халҡыма
Иҫтәлеккә ҡалһын йырҙарым!
Был ваҡиғаға бер кем дә битараф ҡалмағандыр, һуғышҡа киткәндәргә һәр кем үҙенең йылы мөнәсәбәтен белдерергә тырышты. Йылдың ауыр булыуына ҡарамаҫтан, бәғзеләр сохарый, май, ҡорот бирҙе.
Зариф ағайҙың яратып йөрөгән ҡыҙы Хәкимә, ағайымдың ҡыҙы Зөлфиә бигерәк тә ауыр кисерҙе, ҡулъяулыҡтары менән тәгәрәп төшкән йәштәрен һөртөп өлгөрә алмайҙар ине. Шуныһы үкенесле, Зариф ағайҙың был йыры ауыл халҡына мәңгелек иҫтәлек булып ҡалды — ул һуғыштан ҡайтманы. Ә мин ағайымдың ҡыҙы Зөлфиәне, яҡын күрепме, еңгәй тип йөрөтә башланым. Әгәр икенсе егет менән күреп ҡалһам, ағайыма яҙып ебәрәм, тип ҡурҡытып ҡуя торғайным. Хәйер, мин уларҙың ғаиләһенә яҡын туған булып киттем.
Оҙаҡламай ағайымдан өскөл хаттар килә башланы, “Илде дошмандан азат иттек, оҙаҡламай Берлинға ла барып етербеҙ”, — тип яҙа ине. Әммә бер ваҡыт хат килеүҙән туҡтаны. Атай-әсәйем борсолдо, сөнки күптән түгел оло ағайым Ғәфүрйән тураһында “батырҙарса һуғышып яуҙа һәләк булды” тигән ҡара ҡағыҙ килгәйне. Был ауыр ҡайғынан да арынып бөтмәгәйнеләр, өҫтәүенә ағайҙың дүрт балаһы етем ҡалды, иң бәләкәй улы атаһы һуғышҡа киткәс тыуғайны.
Күп тә үтмәне, “улығыҙ Зәбир Ғүмәров хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килтерҙе почтальон апай, ә һуңынан ағайымдан өскөл хат килеп төштө. Баҡһаң, ул һуғышта ҡулын юғалтҡан. Ҡан эсендә ятҡанда “көнөм бөттө, ошо һуғыш яланында үлергә яҙғандыр, күрәһең” тип уйлай һәм аңын юғалта. Күҙен асып ебәрһә, уның алдында аҡ халатлы медицина кешеләре йөрөй, ярҙам итәләр — үлемгә дусар кешене ялан госпитале хеҙмәткәрҙәре алып китеп иҫенә килтерә һәм уны “былай булғас, һин бик оҙаҡ йәшәй­һең” тип шатландыра. Госпиталгә Львов ҡалаһына эләгә. Әммә бында ниндәйҙер шомло хәл-ваҡиғалар башлана: йәрәхәт алған һалдаттар ҡалаға сыҡһа, әйләнеп ҡайтмай, уларҙы юҡ итәләр. Бәхетенән ағайҙы Винница ҡалаһына күсерәләр.
1945 йылда Еңеү көнө үткәс, шинеленең һул яҡ еңен кеҫәһенә тыҡҡан ағайым ҡайтып төштө. Уны күреү өсөн ауыл халҡы эркелеп килде, ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең йөҙөндә шатлыҡ билдәһе күренмәне — ҡурай моңон ишетә алмаҫтарына борсолалар ине. Ағай ауыл тормошона тиҙ өйрәнде, һыңар ҡулы менән булһа ла урмандан утын алып ҡайтты, бесән-һалам ташыны. Атайым еңел генә һөйәндән ағас “ҡул” яһап бирҙе, уның терһәген шарнир менән беркетте. Еңенә тығып ҡуйһа, хатта ағайҙың ике ҡулы ла һау-сәләмәт кеүек күренде. Үҙенең яратып йөрөгән ҡыҙы Зөлфиәгә өйләнеп беҙҙе шатландырҙы, минең “ысын еңгәйемә” әйләнде сибәркәй.
1949 йылдың 1 апрелендә уларҙың улы тыуҙы, Хәлил тип исем ҡуштылар. Ағайым, “Ғәлиәбаныу” пьесаһында Хәлил ролен башҡарып, йыры менән халыҡҡа бик оҡшағайны. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәлилгә 67 йәш. Яҙмыш ҡайһы ваҡытта әҙәм балаһына ҡаты бәрелә бит: Зөлфиә еңгәй өс баланы үҫтереп, 41 йәшендә генә был донъяны ҡалдырып китте. Хәлил әсәһенең исемен мәңгеләш­тереү маҡсатында тәүге ҡыҙына Зөлфиә тип исем ҡушты. Әле Зөлфиәнең улы өйләнде, геүләтеп туй үткәрҙеләр. Бөтәһе лә хәҙер Баймаҡ ҡалаһында йәшәй...
Ағай колхозда кладовщик, иҫәп-хисапсы булып эшләне. 1940 йылдар аҙағында партияның Абҙан район комитетына эшкә саҡырҙылар. Мин ағайҙың һәм еңгәйҙең шул тиклем кешелекле, ярҙамсыл, түҙемле булыуҙарына бөгөн дә хайран ҡалам. Бер генә бүлмәле барак өйөнә мин, бер туған Зөләйха апайым, бөтөнләй туғанлығы булмаған Заһиҙә йәшәп, Абҙан урта мәктәбендә уҡыныҡ, өҫтәүенә бәләкәй туғаным Хәлил бар ине. Беҙ бер ваҡытта ла уларҙың йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһен күрмәнек, тормошто яратыуҙары ошонда ла сағыла ине.
Райкомдың аттары, хужалыҡ эштәре өсөн бер үгеҙе булды, ошо еңмеш малды егеп, 8–10 саҡрым ятҡан урмандан утын алып ҡайта торғайным. Минең — уҡытыусы, мәктәп директоры, “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның баш мөхәррире, Зөләйха апайымдың танылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китеүебеҙҙең нигеҙе тап ағайымдар ғаиләһендә бөрөләнде. Уларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Абҙан райкомында эшләп йөрөгәндә бик уңған һәм кешелекле беренсе секретарь Ҡыям Мостафин: “Был йәш кеше бик өмөтлө һәм ышаныслы күренә”, — тип Зәбирйән ағайҙы Өфө ҡалаһына ике йыллыҡ партия мәктәбенә ебәрә. Бында ул танылған дәүләт эшмәкәре, һәләтле яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, Исмәғил Ғөбәйҙуллиндар менән бергә уҡый. Өмөтбаев ағайҙан бик күп яҡшы сифаттарҙы үҙенә ала. Ҡыҫҡаһы, ағай бөтә тормошон партия һәм совет органдары эшенә бәйләй, саф намыҫ менән хеҙмәт итә. Ейәнсура район советы башҡарма комитеты рәйесе, ике тиҫтә йылға яҡын райкомдың икенсе секретары вазифаһын башҡара. Ат ектереп, һыңар ҡул менән дилбегә тотоп район үҙәгенән 100—120 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан “Победа”, Матросов исемендәге колхоздарға сығып китер ине. Халыҡ араһында абруйы шул тиклем ҙур булғандыр, күрәһең, барып төшөүе менән ҡаршы алып, атын туғарып, ашатырға ҡуйыуҙары хәтерҙә.
Вазифа буйынса икенсе секретарь ауыл хужалығы өсөн яуаплы. Ырымбур яғынан иҫкән елдәрҙең Ейәнсура районына ла йоғонтоһо булды — йыш ҡына ҡоролоҡ менән йонсотто. Малдарҙы аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн ул Украинала, Балтик буйы республикаларында, Ҡаҙағстанда булып, һалам, бесәнде вагондар менән тыуған яғына оҙаттырҙы. Ә шулай ҙа етәкселәрҙең оҫта ойоштороусы булыуы, колхоз-совхоз хеҙмәткәрҙәренең уңғанлығы арҡаһында район йыш ҡына социалистик ярышта еңеп, алдынғыларҙың фотоһүрәттәре республика баҫмаларында баҫылып сыға ине. Ағайым райондың беренсе секретарҙары Яхин, Сергей Щербинин, Рәшит Мәхмүтов менән бик килешеп эшләне. Улар ҙа ағайҙың тырыш­лығын, эшкә бирелгәнлеген ярата торғайны, бер ниндәй ҙә сер булмағандыр, асыҡтан-асыҡ һөйләштеләр.
Колхоз етәкселәре булып эшләгән дуҫтары ҡайһы ваҡыт үпкәләп ҡуя торғайны. Бала саҡтан бергә үҫкән Бәҙретдин Йомалин: “Зәбирйән, һинең баҙарҙа йөрөгәнеңә үҙем оялып ҡуям. Колхоздыҡын түгел, үҙем хәләл көсөм менән үҫтергән тананың итен килтерәм, шуны ла алмайһың”, — ти ине. Ағайым: “Эш хаҡы алам, үҙең килтергән ит менән һине һыйлап ҡайтарыу беҙҙең ғәҙәткә инмәгән, кәрәк сағында үҙем һорап алырмын”, — тип яуаплай.
Зәбирйән ағайҙың тағы бер үтә яратҡан шөғөлө бар. Ул йыр-моңға ғашиҡ. Һуғыштан ҡайтҡас, тальян гармунда уйнарға өйрәнде. Уң ҡулының бармаҡтары телдәр буйлап йүгерһә, күрек яғын тубығына бәйләп тартыр ине. Һуңынан пианино һатып алды. Әлбиттә, иң яратҡаны йыр булды, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙары “Урал”, “Зөлхизә”, “Хисам”, “Сибай”, “Уйыл”, “Зәлифәкәй”, “Ҡаҫмарт буйы” һәм башҡаларҙы башҡарғанда халыҡ тын да алмай тыңлай торғайны.
Күренекле композиторыбыҙ Заһир Исмәғилев Ейәнсураға килһә: “Мин Зәбирҙең йырын ишетмәйенсә ҡайтмайым”, — тип ағайҙарҙа йырлашып ҡымыҙ эстеләр. Күрәһең, ошо сифат уға оҙаҡ йәшәргә көс-дәрт биргәндер. “Йырһыҙ йәшәүҙең мәғәнәһен тапмайым” тип әйтә торғайны ул.
Шулай заман үтә торҙо. Зөлфиә еңгәй мәрхүм булғас, ағай башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зоя еңгәйгә өйләнде. Әле улар 47 йыл бик матур йәшәй.
Ауылдан һуғышҡа киткән ете егеттән бер Зәбирйән ағай ғына иҫән. Зариф һуғышта һәләк булды, ҡалғандары ҡайтып донъя ҡуйҙы. 90 йәшкә еткәненә ул үҙе лә аптырап ҡуя, атай-әсәйемә, тәбиғәткә, әлбиттә, Хоҙайға рәхмәтен әйтеп тора. Әле боролмалы тормош юлдарына йомғаҡ яһап, Зәбир Ғүмәров 90 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына, уға һаулыҡ һәм сәләмәтлек, бәхет теләйек.


Автор: С. ҒҮМӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ғәли
    Ғәли от 21.12.2016, 19:50
    Был мәҡәлә, тәүге һәм һуңғы һөйләме генә үҙгәртелеп, ике - өс йыл һайын ҡабатлап баҫылып тора! Аптыраҡ...






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 186

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 143

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 224

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 200

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2566

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 231

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 176

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 179

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 401

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 417

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 427

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 415