Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырмыҫҡалар тоҡомонан
Ҡырмыҫҡалар тоҡомонан Ҡырмыҫҡалы районы үҙенең хеҙмәт батырҙары, һуғыш ҡаһармандары, ғалимдары, әҙиптәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән дан тота. Ғөмүмән, уңған, тырыш, сәмле халыҡ йәшәй унда. Тыуған ауылы, яҡташтары, ҡәрҙәштәре тураһында һүҙ сыҡһа, Рәсих Нурғәли улы: “Беҙ бит ҡырмыҫҡалар тоҡомонан!” – тип әйтергә ярата. Төбәк халҡының ошо сиктән тыш эшһөйәр кескенә йән эйәләренән сыҡҡанлығы тураһындағы легендаларҙы һәм фараздарҙы ла телгә ала ҡайһы саҡ. Рәсих Ханнанов хаҡында матбуғатта яҙылғылап тора. Һәр хәлдә юбилейы һайын һәм күләмле китаптары нәшер ителеү уңайынан. 35-40 йыл бергә аралашҡан кешеләргә уның тормош һәм хеҙмәт юлында, ижадында бөтөн мәғлүмәт тә билдәле һымаҡ, ләкин был шулай тойола ғына. Ата-әсәһенең йәшлегенә һәм үҙенең бала сағына бәйле байтаҡ ҡыҙыҡлы тарих бар.
Атаһы Нурғәле буласаҡ генерал Миңлеғәле Шайморатов менән уйнап үҫә. Был ике дуҫтан Миңлеғәле – аҙ һүҙле, уйсан, ҡыйыуһыҙ. Уның ҡарауы, Нурғәленең теле телгә йоҡмай, булған хәлдәргә оҫта итеп бай фантазияһын ҡушып ебәрә.
Ун һигеҙ йәшлек Нурғәле ун биш йәше лә тулмаған Орҡоя исемле ҡыҙға өйләнә. Һәм был ике етем үҙҙәренең бер туғандарын балалар йорттарынан эҙләп табып алып ҡайта. Биш малай һәм бер ҡыҙ! Ул арала үҙҙәренең Әнисә исемле ҡыҙҙары һәм 1931 йылда Рәсих исемле улдары тыуа. Йәш кенә ғаиләлә һигеҙ бала үҫә, уҡый, тормошҡа аяҡ баҫа.
Рәсих Нурғәле улы атаһына оҡшап телгә оҫта булһа, ҡәләмгә ике ағаһы үрнәгендә тартылғандыр: йәш үҫмер Сәйетгәрәй район гәзитендә даими мәҡәләләр сығарып торһа, Мөхийәрҙең ҙур ғына поэмаһын иһә хатта Муса Йәлил ыңғай баһалап хат яҙған.
– Һуғыш афәте беҙҙең ғаиләгә башҡа­ларҙан элегерәк килеп керҙе буғай, – ти Рәсих Нурғәле улы. – Усман ағай фин һуғы­шына машинаһы менән китеп урап ҡайтты, ә Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалды. Уның яралы килеш әсирлеккә эләгеп, концлагерҙа интеккәнлеген һуңынан белдек. Мөхийәр ағайым Хәсән күле янындағы һуғышҡа эләкте. Бөйөк Ватан һуғышында Шайморатов дивизияһында булды, унан флотҡа күсеп, 1-се ранг капитаны дәрәжәһендә әйләнеп ҡайтты. Сәйетгәрәй ағайым Дондағы Ростовта осоусыға уҡып сыҡты. Бер аҙҙан фронттағы иптәштәре: “Хәрби заданиенан әйләнеп ҡайта алманы”, – тип яҙып, кейемдәрен һәм документтарын посылка итеп ебәрҙеләр. Шамил һәм Рифҡәт ағайҙарҙы ла ниндәйҙер курстарға алғайнылар, фронтта ут эсендә йөрөп, иҫән ҡалдылар. Атайымдың Курск янындағы алышта һәләк булыуы тураһында “ҡара хәбәр”ен алдыҡ. Шәрғиә апайыбыҙҙың ире Вәзим еҙнәй ҙә һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, биш балаһы етем ҡалды. Бер ғаиләнән генә күпме ҡорбан!..
Буласаҡ журналист һәм әҙипкә малай ғына килеш колхозда эшләргә тура килә. Өлкән кластарҙа уҡығанда район мәҙәниәт йортонда киномеханик ярҙамсыһы булып йөрөй. Шул мәлдә уның күңелендә шиғри моңдар ярала: үлгән ауылдаштары иҫтәлегенә бәйеттәр, ҡыҙҙарҙың альбомдарына мөхәббәт йырҙары яҙа, шиғырҙары район гәзитендә баҫыла башлай.
Шулай ҙа яҙыу-һыҙыуҙы ваҡытлыса мауығыу тип иҫәпләй ул. Сәйетгәрәй ағаһының пилоткаһын, петлицаларын оҙаҡ йылдар үҙендә һаҡлаған егет уның кеүек осоусы булырға хыяллана. Хатта училищеға ла барып ҡарай, әммә керә алмай ҡайта.
Рәсих Ханнановты 1951 йылда Тымыҡ океан флотына матрос итеп алалар. Унда биш йылдан артыҡ хеҙмәт иткәндә “Тихоокеанский комсомолец”, “Боевая вахта” тигән гәзиттәргә яҙыша. Хәрби хәбәрсе булараҡ, редакцияларҙың эске тормошон өйрәнә, демобилизацияланғанда инде ул әҙерлекле журналист була. Өфөнөң тимер юл вокзалынан уҡ тура “Кызыл таң” редакцияһына керә, яҙмалары буйынса бында уны күптәр белә, ауыл хужалығы бүлегендә эш тәҡдим итәләр. “Бындай ҙур гәзит өсөн тәжрибәм етеңкерәмәҫ, ауылда әсәй яңғыҙ, уға ярҙам кәрәк, мөмкин булһа, һуңыраҡ килер инем”, – ти кисәге матрос һәм, ауылына ҡайтып, әсәһенең, туған-тыумасаһының хәлен белешкәндән һуң КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район коми­тетының беренсе секретары, үҙе лә билдәле прозаик Ғәзим Аллаяров янына керә. “Яңы йылдан гәзитебеҙҙең күләме арта, һинең ҡайтыу һәйбәт булды әле”, – ти район етәксеһе. “Хеҙмәт даны” гәзите мөхәррире Виктор Орлов, үҙе украин булһа ла, татарсаны “һыу кеүек эсә”. Рәсих Ханнанов шунда тәржемәсе, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, бер үк ваҡытта ситтән тороп уҡый. Стәрлетамак мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. Бер аҙҙан Никита Хрущев реформалары нигеҙендә райондар һәм уларҙың гәзиттәре берләштерелә башлағас, “Кызыл таң”ға китергә форсат тыуа. Ғүмерен матбуғатҡа һәм әҙәбиәткә бағышлау маҡсатынан сигенмәгән журналист район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһынан баш тарта.
– Мөхәррир урынбаҫары Үзбәк Ғимаҙиев коридорҙа осратып, миңә бөгөндән үк ауыл хужалығы бүлегендә эшләргә ҡушты, – тип хәтерләй Рәсих ағай. – Мин күптән түгел генә өйләнгән һәм ҡатыным Люциә Өфөлә медицина училищеһында уҡый ине, редакцияла ғариза яҙҙым да уның янына ашыҡтым. Мөхәррир, ике йылдан фатир бирербеҙ, тигән ине, беҙҙең өсөн хәл иткес был эште улай оҙаҡҡа һуҙманылар.
Бүлек мөдире Мәүли Саҙретдинов – балалар өсөн шиғыр китаптары авторы. Ул командировкаларға йыш сыға, тиҙ һәм уҡымлы яҙҙы. Бүлектәге икенсе хеҙмәткәр, һуғыш ветераны Мөғәллим Бикбаевтың ике хикәйәләр йыйынтығы нәшер ителгән, ул саҡта ауыл кешеләре тураһында повесть ижад итә ине. Ул ифрат аҙ һүҙле кеше, һорау бирһәң, яуап ҡайтара, ә былай көн буйы өндәшмәй ҙә ултырырға мөмкин. Райондарға сыға, хаттар эшкәртә һәм ауыл хужалығы белгестәре сығыштарын ойоштора.
Мин барлыҡ бүлектәрҙә лә эшләп, тәжрибә туплауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Редакция етәкселеге теләгемде хупланы. Пропаганда бүлеге мөдире әллә ни эш ҡыйратмаһа ла, аҡыл һатырға бик яратыу­сан ине. Унан тиҙ киттем. Ҡаршыла ғына урынлашҡан Совет төҙөлөшө бүлегенә күстем. Уның мөдире Ғәйнислам Ғәлиев – бик ғәҙел һәм инсафлы кеше. Ҡырмыҫҡалыла мөхәррир ҙә булып эшләгән. Ул мине бик күп күренекле шәхестәр менән таныштырҙы. Әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә бер аҙ эшләгәндән һуң яуаплы секретарь итеп тәғәйенләнеләр. Минең урынбаҫарҙарым, макет әҙерләүселәр Рауил Шаммасов менән Марсель Бакиров эшкә ижади ҡарай, әйткәнде көтөп тормай ине. Һуңынан Рауил – күренекле шағир, Марсель фән докторы, Ҡазан дәүләт университеты профессоры булып китте. Мин дә ул йылдарҙа Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамланым.
Сағыштырмаса йәш һәм күптән түгел эшләгән мөхәррир Ремель Дашкин 1971 йылда Рәсих Нурғәле улын үҙенең беренсе урынбаҫары булып эшләргә күндерә. Ул саҡта был вазифа партия өлкә комитеты бюроһында раҫлана, сөнки мөхәррир юҡ ваҡытта уға ижадта ла, финанс эштәрендә лә үҙаллылыҡ хоҡуҡтары бирелә. “Мин Ханнановҡа үҙемә ышанған кеүек ышанам”, – ти бюрола Дашкин. Улар ун туғыҙ йыл буйына бер-береһенең ҡәҙерен белеп, ярҙамлашып, хөрмәт күрһәтеп эшләй. Икеһе лә тура һүҙле кеше булғас, ҡайһы саҡ бәхәсләшеп тә китәләр. Тура һүҙле кешенән күп етәкселәр тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡараусан. Дашкин иһә беренсе урынбаҫарын, башҡа эшкә күсеү мөмкинлеге булһа ла, ебәрмәҫкә тырыша.
Бер ваҡыт Ханнановты партия өлкә комитеты секретары Таһир Ахунйәнов саҡыра ла: “Беҙ һине Монголияға эшкә ебәрәргә булдыҡ, Үҙәк Комитеттан “Правда” гәзите хәбәрсеһе итеп ебәрергә бер кеше һорайҙар, һинең кандидатураң тура килә”, – тип аптырашта ҡалдыра.
Журналист ғаиләлә лә, редакцияла ла кәңәшләшергә, уйлашырға ваҡыт һорай. Йәшерәк саҡта “Правда”ла эшләп ҡарағыһы ла килә. “Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, – тип ҡырт киҫә Дашкин. – Иртәгә обкомға икәү барабыҙ!”
– Үҙегеҙ киткәс, “Кызыл таң”ды ярлылан­дырырға уйлайһығыҙмы? Барып сыҡмаҫ! Ханнановты урынынан ҡуҙғатмағыҙ! – тип барып керә секретарь бүлмәһенә мөхәррир.
Бер аҙ һөйләшкәс, тынысланалар. Дашкин дауам итә:
– Таһир Исмәғилевич, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Ханнанов ғүмер буйы Монголияла йәшәй алмаҫ. Кире ҡайтҡас, эшкә урынлашыу проблемаһы килеп тыуыр. Ул саҡта бит, бәлки, икебеҙ ҙә был вазифаларҙа булмаҫбыҙ.
Егерме йыл урынбаҫар булып эшләгән Рәсих Нурғәле улын 1991 йылдың апрелендә “Кызыл таң”дың етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр. Гәзиттәрҙә “мөхәррир” һүҙе алдына “баш” һүҙен өҫтәнеләр, сөнки бүлек мөдирҙәрен дә “мөхәррир” тип атай башланылар. Был үҙе бер әкәмәт ине инде.
– Баш мөхәррир булып эшләп китеү миңә ауыр булманы, – тип иҫкә ала бөгөн Рәсих ағай. – Был вазифаны ваҡытлыса башҡарырға тура килгеләй ине. Бөтәһе лә таныш, бурыстар һәм кешеләр билдәле, көс-дарман етерлек. Бары яуаплылыҡ ҡына арта төштө. Ғәҙәтем шундай: ниндәй генә эшкә тотонһам да, тәүҙә шикләнеп ҡарайым. Уның кешеләргә лә, үҙемә лә зыянлы түгеллегенә ышанғас, бөтөн йәнемде биреп эшләй башлайым. Ышаныс күрһәтелеп, шул юғары вазифаға билдәләнгәнмен икән, ҡул ҡаушырып ултырырға хаҡым юҡ, тип ең һыҙғанып, талапсанлығымды көсәйттем. Ләкин мин кешеләргә асыулана, уларға ҡысҡыра, тауыш күтәрә белмәнем. Ошо сифаттарымды күптән белгән хеҙмәттәштәрем бик тыныс ҡараны, ә бына яңы эшкә килгәндәр өсөн ул ғәжәп тә күренде буғай. “Был Ханнанов ниңә әрләмәй икән?” – тип йөрөүселәр ҙә булған, тиҙәр. Кешене әрләп аҡылға ултыртып булмай. Төҙәлергә теләмәй икән, һин уны әллә нимә эшләт, ул үҙенекен итәсәк.
Баш мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, Рәсих ағай мине үҙе 20 йыл буйы ултырған бүлмәгә – урынбаҫар вазифаһына күсереп ҡуйҙы (уға тиклем яуаплы секретарь инем). Ул, минең яҙыу сифатымдан тыш, эштә бөхтәлегемде, иренмәүемде, күп тармаҡтар буйынса хәбәрҙар булыуымды, кешеләр менән тыныс һәм йомшаҡ мөғәмәлә итеүемде яҡын күрә ине. Коллективта күпселек минең унда тәғәйенләнеүемде тәбиғи тип ҡабул итһә лә, был урынға, ғөмүмән, карьераға ынтылған бәғзеләрҙең кәйефе ҡырылды.
Рәсих ағайҙың гәзиткә етәкселек итә башлауына дүрт ай тулғанда, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) тигән орган үҙен үҙе иғлан итте. Гәзиттәр сығарырға тейеш, ә уларҙың етәкселегенә күрһәтмә биргән кеше юҡ. Матбуғатҡа идара итергә, йүнәлеш бирергә тейешле юғары органдар, бәләһенән баш-аяҡ тип, көтөп тороу позицияһына баҫты, тиһәң дә дөрөҫ булыр. Баш мөхәррирҙәр ике ут араһында ҡалды. Рәсих ағай ул болғансыҡ көндәрҙә тәрән аҡылы, сабырлығы, һәр ғәмәлен үлсәп эшләүе менән ҡатмарлыҡтарға юл ҡуйманы. Ә бит уны ла тәүҙә – “ГКЧП күрһәтмәләрен үтәмәй”, һуңынан “ГКЧП-ны яҡланы” тип ғәйепләп маташтылар. Коллективта ла үҙенә күрә “көн геройҙары”, “кисәге аҡыл менән зирәктәр” пәйҙә булды. Август ваҡиғаларына ҡәҙәр КПСС-ҡа Аллаһ урынына табынған ҡайһы берәүҙәр, баш мөхәррир бүлмәһенә кереп: “Партия хакимлығы бөттө, демократия заманы килде, коммунист булараҡ, һин бөгөн үк үҙең теләп отставкаға китергә тейешһең”, – тип төкөрөк сәсте. “Әгәр ғәйебем булһа, хәҙер үк китергә әҙермен, ләкин мине был вазифаға ҡуйған етәксе органдар ғәмәлдә, уларға буйһонам. Ә демократияға килгәндә, хәҙер коллективты йыям, мәсьәләне шунда хәл итерһегеҙ”, – тине Рәсих ағай. Мөхәррир бүлмәһенә йыйылған коллективтың фекере ҡыҫҡа һәм киҫкен булды: “Бындай буталыш ваҡытында редакция етәкселеген алмаштырырға ярамай, кәрәк булһа, был мәсьәлә киләсәктә ҡаралыр”.
Талантлы журналист һәм яҙыусы, ижади коллективты оҫта ойошторған Рәсих Нурғәле улы Ханнанов хужалыҡсыл, һаҡсыл, аҡсаны иҫәпләй белгән етәксе лә булып сыҡты. Редакцияның матди, финанс яғын хәл итеүҙә уға төрлө тармаҡтарҙа йоғонтоло таныш-белештәре булыу ҙа ярҙам иткәндер.
Был урында кешелек сифаттары тураһында ла телгә алмау мөмкин түгел. Иң беренсе – ябайлығы. Министр йәки халыҡ шағиры менән дә, ауылдан шиғыр күтәреп килгән малай менән дә үҙен уларға тип-тигеҙ ҡуйып, ябай итеп һөйләшә. Ике тиҫтә йыл бергә эшләп, уның – етәксе кешенең – редакция эсендә кемгәлер телефондан шылтыратҡанын хәтерләмәйем. Бүлектәргә лә, корректорҙар йәки машинисткалар янына ла йылп итеп барып керә ине.
Ханнановтар менән егерме йыллап баҡсала ла күрше булып торҙоҡ. Рәсих ағайҙың да, йәмәғәте Люциә апайҙың да кешелекле, ярҙамсыл булыуҙарына иҫ китә ине. Улар ҡыҙҙарын да, ейәндәрен дә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Әйткәндәй, уның бер ҡыҙы һәм бер ейәне – күренекле журналистар.
Гәзит кешеһе ижад итеп кенә ултырмай. Уның ҡара эше күберәк. Шуға ла гәзит редакцияларында електе һура торған ошо бурысҡа күмелеп, өмөтлө генә башланған ижадына ҡул һелтәгән талант эйәләре лә бихисап.
Рәсих ағай, редакциялағы төп вазифаларын өлгөлө үтәп барыу менән бергә, ғүмер буйы әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында уңышлы ижад итте. Ялы, йоҡоһо иҫәбенә. Уның Тымыҡ океан флотынан Өфөгә һәм Ҡазанға ебәргән әҙәби әҫәрҙәренә Сәғит Агиш, Әнғәм Атнабаев, Хәсән Саръян, Мәҡсүд Сөндөклө, Әнүәр Давыдов, Әхмәт Ерикәй кеүек яҙыусылар фатиха бирә. “Һикәлтәле юлдар” тигән поэмаһы “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында баҫылып, был әҫәр буйынса журнал биттәрендә оҙаҡ ҡына дискуссия бара.
Ҡырмыҫҡалыла эшләгәндә йәш композитор Тәлғәт Шәрипов менән дуҫлашыуы уны йырсы-шағир итеп таныта. Был ике таланттың “Һин онотма”, “Зилә”, “Йылмайыу”, “Эҙләнем дә, таптым да” кеүек йырҙары заманында радионан көн һайын яңғырап тора. Улар бергә йөҙҙән ашыу йыр яҙа. Абрар Ғабдрахманов, Данил Хәсәншин, Айрат Ҡобағошов, Афарим Аҡсурин менән дә шаҡтай емешле хеҙмәттәшлек итәләр.
Шағирҙың Рим Хәсәнов менән бергә ижад итеүе татар һәм башҡорт йыр сәнғәтендә оло бер ваҡиға, күренеш булды. Уларҙың “Минең әсәй гөл ярата ине” тигән тәүге йыры ғәйәт популяр булып китте. Унан бер-бер артлы “Сәскә һалдым әсәй ҡәберенә”, “Ҡайтып килдем әсәй еренә”, “Атай”, “Торналар киткән саҡта” кеүек йырҙар ижад ителде. “Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә” Татарстанда 1989 йылдың иң яҡшы йыры тип табылды. “Күр әле бер генә” йыры 1998 йылда Швецияла үткән халыҡ-ара фестивалдә Гран-при алды. “Өфөм – Уралымдың саф гөлө” йыры, республика конкурсында еңеп, баш ҡалабыҙҙың байрам гимнына әүерелде. Тиҫтәләрсә йыры грампластинкаларға яҙылып, бөтөн Советтар Союзына таралды. Тәлғәт Шәрипов менән берлектә – аудиокассета, Рим Хәсәнов менән компакт-диск сығарылды. Ғөмүмән, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ике йөҙҙән артып китте.
Рәсих Ханнанов – төрлө жанрҙағы һәм төрлө күләмдәге утыҙ китап авторы. Драматург булараҡ, ул ун туғыҙ пьеса, музыкаль комедия яҙҙы, уларҙың байтағы төрлө республикалар сәхнәһендә ҡуйылды. Һуңғы ваҡытта Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин һәм Ҡәнзәфәр Усаевҡа бағышланған драма ижад итте. Балалар өсөн “Салауат һәм Ҡараһаҡал йәйәһе” тигән пьесаһы ла ҡыҙыҡлы.
Хеҙмәт һәм ижад ҡаҙаныштары өсөн Рәсих Ханнановҡа “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар, миҙалдар һәм юғары ойошмаларҙың Маҡтау грамоталары бирелде. Рәсәй матбуғатының 300 йыллығы уңайынан Рәсәй Журналистар союзы уға “Ватан журналистикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа әүҙем эшләүен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Маҡтау грамотаһы менән баһаланы.
Әҙип йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты. Партия өлкә комитетының район гәзиттәре буйынса референты, Тыныслыҡ һаҡлау фондының идара, Халыҡ контроле комитеты ағзалары булды, утыҙ йылдан ашыу “Һәнәк” журналы мөхәрририәте ағзаһы, бер нисә йыл рәттән Башҡортостан Журналистар союзының ревизия комиссияһы рәйесе итеп һайланды.
Матбуғатта, әҙәбиәттә, ижтимағи тормошонда шул ҡәҙәр эш башҡарып өлгөрөү, уңыштарға ирешеү һәм танылыу өсөн, ысынлап та, ҡырмыҫҡалар тоҡомонан булыу кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509