Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 1 (27553) 2019 йыл, 4 ғинуар, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 4 ғинуар һанына күҙәтеү

Үткән йылдың һуңғы көндәрендә республикала бер нисә проблемалы объектты ҡулланыусыларға – төҙөлөш тамамланырын күптән көткән фатир хужаларына – тапшырыу тураһында яҙғайныҡ инде. Бындай йорттар тағы ла бар әле, уларҙы ла тиҙ арала һалып бөтөү өсөн ниндәй саралар күреләсәк һәм, иң мөһиме – ошондай проблема даими тыуып тормаһын өсөн нимәләр эшләнә? “Юғалған йорттар табыла...” мәҡәләһе ошо хаҡта.

Умыртҡа бағанаһы дискы бүҫере йә иһә протрузия борсой икән, операция яһатырға ашыҡмағыҙ. Беҙ ауырыуҙарҙың барыһына ла тиерлек ярҙам итә алабыҙ, ти “Йәйғор” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре. Нисек? Был һорауға яуапты “Сәләмәт булайыҡ!” махсус битендә табырһығыҙ.

Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлау буйынса ҙур эш алып барыла. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге эҙәрмәнлек төркөмдәре, ҡасандыр аяуһыҙ һуғыш барған урындарҙа билдәһеҙ ҡәберлектәрҙе, һалдаттарҙың һөйәктәрен табып, уларҙың шәхесен асыҡлай. Яугирҙәрҙе ҡәҙерләп ерләүҙе, ҡәбер таштарына исем-шәрифтәрен яҙып ҡуйыуҙы ойоштора.

Эҙәрмәндәр яуҙа хәбәрһеҙ юғалғандарҙы асыҡлай, әлбиттә. Әммә һаҡ булығыҙ – кеше һөйәктәрендә аҡса эшләүселәр әүҙемләшә... Ошо хаҡта 6-сы биттә уҡығыҙ.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә