Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 136 (27538) 27 ноябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 27 ноябрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ҡыйғы районының почта хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге яҡтыртылған, Ғафури районынан 80 йыл буйы гәзитте алдырған ветерандың хаты баҫылған. Шулай уҡ Иглин районы вәкилдәренең республиканың 100 йыллығына арналған фестиваль-марафонда ҡатнашыуы хәбәр ителгән.

2-се биттә республика яңылыҡтары урын алған, Күгәрсен районының Нуҡай ауылы халҡы тормошо, Мәсетле районының сыр яһау оҫталары менән таныштырғандар.

3-сө биттә иҡтисад мәсьәләләре күтәрелгән. Атап әйткәндә – һалынған юлдың сифатының насар булыуы. Йәнә Ишембай нефть колледжы хаҡында һүрәтләмә донъя күргән.

4-се биттәге “Пенсионер” махсус сығарылышында хаҡлы ялға сыҡҡас йәшәү рәүеше тураһында кәңәштәр, пенсияға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирелгән, пенсионерҙарға булған ташламалар хаҡында хәбәр ителгән.

5-се биттә фән эшмәкәре Зиннур Нурғәлиндең “Кем ул Сәғит Мерәҫов?” тигән мәҡәләһе донъя күргән.

6-сы биттә – “Йорт-ҡура” махсус сығарылышы. Был юлы ул һыйыр малына бағышланған.

7-се биттә баянсы Фирдүс Шәрәфуллин тураһында һүрәтләмә, хәтирәләр баҫылған.

8-се биттә иһә гәзит уҡыусыларға шағирә Тамара Ғәниеванан әҙәби байҡау һәм шағирә Тамара Искәндәриәнән Рәшит Назаров иҫтәлегенә мәҡәлә тәҡдим ителгән.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә