Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 126 (27528) 31 октябрь 2018 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 31 октябрь һанына күҙәтеү.

Бөгөнгө һан тотошлайы менән Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамына арналған.

1-се биттәге төп мәҡәләлә Ауырғазы районы эшсәндәренең уңыштары яҡтыртылған, шулай уҡ республикала ауыл хужалығы техникаһы йыйыу эше башланыуы һөйөнсөләнгән. Йәнә рәсми хәбәрҙәр урын алған.

2-се биттә республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән тармаҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында йәнле әңгәмә баҫылып сыҡҡан, республика яңылыҡтары бирелгән.

3-сө биттә уҙған быуатта Башҡортостандың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән Виктор Лошак менән һөйләшеү бирелгән, Нуриман һәм Саҡмағош райондары эшсәндәре тормошо яҡтыртылған.

4-се биттәге мәҡәләләрҙә Шишмә районынан дан ғаилә, Салауат районында газ үткәреү барышы, Ҡырмыҫҡалыла һәм Баҡалыла урындағы үҙидара көнитмеше тураһындағы яҙмалар донъя күргән.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә