Ер еләге05.07.2013
Ер еләгеЕр еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы, эрелеге, һабағынан япраҡса менән өҙөп алырға тура килеүе менән айырыла. Тап һуңғы үҙенсәлеге арҡаһында уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар ҙа инде. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға, бәғзе райондарҙа йөндө (йөнлө) еләк тигәнде лә ишетеп, рәхәтләнеп көлгән бар. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр.
Төпһәһе менән сығып, таҙартырға тура килгәнгә күрә, уны эшкәртеүҙе мәшәҡәтлерәк һанайҙар, әммә һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, быныһының файҙаһы күберәк тип һанала. Хәҙер таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуйыуға өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә.


Вернуться назад