Башҡортса ғына һөйләйәсәк!22.11.2012
Башҡортса ғына һөйләйәсәк!Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 24 ноябрҙә фәҡәт башҡортса тапшырыуҙар күрһәтәсәк. Шәмбе булыуға ҡарамаҫтан, эфирға сығасаҡ “Сәләм” тапшырыуы студияһына ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова менән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе уҡыусы Йәмил Намаҙбаев саҡырылған. Башҡорт телен өйрәнгән Америка гражданы Ленси Пигей тураһында яҙма айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Яҙыусы һәм журналист Мөнир Ҡунафин ҡатнашҡан “Бәхетнамә” тапшырыуында ғаиләлә баланы тәрбиәләүҙә туған телдең әһәмиәте хаҡында һүҙ бара.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә тура эфирҙа — “Тамыр” балалар студияһы. Ул һәр ваҡыттағыса бик ҡыҙыҡлы сығыш әҙерләгән. Йөкмәткеһе әлегә сер булып ҡалһын.
Артабан “Көндәлек” тип аталған өр-яңы тапшырыу башланасаҡ. Унда Хәйбулла районы халҡы башҡорт теленән контроль эш яҙа. Уҡыусы роленә инеп, парта артында ултырыусылар араһында Хөрмәтулла Үтәшев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Ишморат Илбәков һәм райондың башҡа күренекле шәхестәре бар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңы миҙгелдәге өр-яңы тапшырыуының етәксеһе һәм сценарий авторы — Рәшиҙә Мәһәҙиева, режиссеры — Франгизә Илбәкова.
“Ҡайтайым ауылыма” был юлы шағирә Зөлфиә Ханнанованың тыуған төйәгенә юл ала. “Арыҫлан” клубында ир-егеттәр телде белмәү арҡаһында килеп тыуған мәрәкә хәлдәр, лаҡаптар тураһында һөйләшәсәк.
“Башҡорттар” тапшырыуын ҡарап, Һамар өлкәһендә һәм Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең сит мөхиттә туған телебеҙҙе һаҡларға тырышыуына инанырһығыҙ. “Белергә кәрәк”тә халҡыбыҙҙың иң боронғо яҙмаһы — тамғалар — хаҡында бәйән ителә.
Шулай уҡ был көндә каналда мәшһүр “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр, башҡортса матур йырҙар яңғырар, сағыу клиптар күрһәтелер. “Минең йондоҙом” тигән нәфис фильмдан һуң студияла уның авторҙары Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар, төп ролде башҡарыусы “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин менән әңгәмә тәҡдим ителә.
“Телебеҙҙе һаҡлау үҙебеҙҙән тора!” тигән девиз менән уҙғарылған акцияны “Телеүҙәк” тапшырыуы йомғаҡлай. Унда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Розалия Солтангәрәева һәм башҡортса иркен аралашҡан башҡа милләт вәкилдәре ҡатнаша.
Әйткәндәй, телебеҙгә арналған акция Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең тәҡдиме буйынса үткәрелә.
А. АБҘАҠОВ.


Вернуться назад