Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар01.04.2019
Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй. Хатта йәштәр араһында “Ирекмән булыу бик шәп!” – тигән фекер ҙә йөрөй. Бының шулай икәнлеген Сибай ҡалаһының 36 ирекмән егете үҙ миҫалында татыны.

Сибайҙың педагогия, күп профилле һөнәри, төҙөлөш һәм сервис колледжында белем алған егеттәр бушлай кинотеатр, бассейн, каток һәм музейға барыу өсөн сертификаттарға эйә булды. Уларға бындай бүләк ҡала халҡына янғынды иҫкәрткән ҡулайламалар урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн тапшырылды.

Ҡорамалдар аҙ тәьмин ителгән күп балалы, социаль яҡтан имен булмаған һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып сабыйҙары тыуған ғаиләләргә бушлай таратыла. Сибайҙа әле 750 ғаиләлә ошондай ҡулайламалар ҡуйылған. Артабан да был эш дауам итәсәк. Сибай ҡалаһы хакимиәте ирекмәндәрҙең ярҙамына ышанып ҡала.

Әйткәндәй, Сибай ирекмәндәре хәрәкәте етәксеһе, йәштәр бүлеге белгесе Гөлдәр Сабитова әйтеүенсә, ҡалала 520-нән ашыу ирекмән иҫәпләнә, улар 17 ойошманы берләштерә һәм береһенең үҙ йүнәлеше, үҙ маҡсаты, яйға һалынған эшмәкәрлеге бар. Бигерәк тә Сибай институтында, педагогия колледжында, ҡаланың 12-се һәм 6-сы мәктәптәрендә ирекмәндәр хәрәкәте яҡшы ойошторолған.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика