Һыу инергә ваҡыт етте...01.04.2019
6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек буйы бик ҡыҙыҡ тамаша барасаҡ.

Бөтә донъя һаулыҡ көнөнә һәм республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҡышҡы йөҙөү буйынса бер тәүлеклек марафон уҙасаҡ.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 250-ләп кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ярыш 11 сәғәт 30 минутта башлана.

Баш ҡаланың Ҡышҡы йөҙөү һәм сынығыу федерацияһы етәксеһе Александр Пенкин әйтеүенсә, бындай марафон беҙҙә бишенсе тапҡыр үтә. Ошондай уҡ акциялар Алтай крайында, Силәбе һәм Төмән өлкәләрендә лә уҙа.

Респиратор 3М купить в Уфе


Вернуться назад