Мөхәббәт менән бәхет гел бергә31.03.2019
– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет.
– Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй, улым. Ярата белмәйҙәр.


Бәләкәй Бәхет уйға ҡалған. “Ҙураям да кешеләргә ярҙам итә башлайым!” – тип ҡуйған унан.

Йылдар үткән. Буй еткергән Бәхет кешеләргә ихлас күңелдән ярҙам итә башлаған. Ә улары быны ишетергә, тойорға теләмәй икән.

Ахырҙа Бәхет шиңә башлаған. Бөтөнләй юғалыуҙан ҡурҡып, ауырыуынан дарыу эҙләп, алыҫ юлға сығып киткән, ти.

Көнө-төнө барғас, ял итергә туҡтаған. Ҡараһа, урман буйлап иҫкереп бөткән кейемле, ныҡ ҡартайған әбей китеп бара, ти.

– Арығанһығыҙҙыр, ял итеп алығыҙ, – тип һүҙ ҡушҡан уға Бәхет.

– Ошолай өлкәнгә һанауҙары үкенесле, – тигән әбей. – Мин бит – Мөхәббәт! Шундай йәшмен бит әле.

– Мөхәббәт? – тип хайран ҡалған Бәхет. – Ә мин донъяла иң матуры һеҙҙер тип уйлағайным...

– Ә һин кем?

– Бәхет.

– Нисек инде? Мин дә бит һинең хаҡта шундай уйҙа инем...

– Нимә эшләне был кешеләр беҙҙең менән?

– Ярай, хәҙер бергә булһаҡ, бер-беребеҙҙе хәстәрләһәк, тиҙ арала йәшәрербеҙ һәм матурланырбыҙ!

Ошонан алып Бәхет менән Мөхәббәт гел бергә, ти. Кешенең тормошонан ҡайһыһылыр китһә, уға икенсеһе лә эйәрә, сөнки был тойғолар – бер бөтөн. Ә әҙәм балаларының бәғзеләре ошоно һаман аңлай алмай.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика