Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп31.03.2019
Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә аҙна һайын өй шарттарында бешерелгән йылы, тәмле аҙыҡ таратыла.

Ойоштороусы эшҡыуар Илшат Ильясов әйтеүенсә, был акция Рәсәй ҡалаларында күптән бара, мохтаждарҙың милләтенә, йәшенә ҡарамай, һәр кем уларға изгелек, шәфҡәтлелек күрһәтергә ынтыла.

“Өфө, Күмертау, Салауат ҡалаларында булдырылған ойошмалар ирекмәндәренең эше менән яҡындан таныштыҡ, тәжрибәһен өйрәндек. Мохтаждар үҙ адресын “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең төркөмгә яҙа, ирекмәндәргә шылтырата ала. Ризыҡты әлегә үҙебеҙҙең фатирҙа әҙерләйбеҙ”, – ти эшҡыуар.

Иренең башланғысын ҡатыны Гөлназ да хуплап, уға бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Киләсәктә улар ҡалала үткән сараларҙа, шулай уҡ тиҙҙән ойоштороласаҡ экологик өмәләрҙә ҡатнашҡандарҙы һәм ирекмәндәрҙе лә йылы аш менән һыйларға әҙер.

Әлбиттә, бушлай таратылған ризыҡ төрҙәрен әҙерләү, адрестар буйлап таратыу өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Һәм быларҙың барыһын да ирекмәндәр үҙ кеҫәһенән түләй. Төрлө бутҡа, йәшелсә-емеш, салаттар, һөт аҙыҡтары, ҡоймаҡ, күмәстәр... Бар продуктты Илшат Ильясов магазиндан үҙе һатып ала.

Ирекмәндәрҙең башланғысын хуплаусыларҙың, уларға ярҙам итеүселәрҙең арта барыуы был эштең кәрәкле икәнлегенә йәнә бер ҡат инандыра.

Ысынлап та, был тормошта бер кем дә үҙ теләге менән ауыр хәлдә ҡалмай. Әммә, нисек кенә булмаһын, улар үҙҙәрен яҡлаулы, кәрәкле тойорға тейеш. Тап шундай мәрхәмәтле ғәмәлгә тотонған “Йәшәү ризығы” ағзалары. Беҙ уларға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә бурыслыбыҙҙыр. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ, ти бит халыҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика