"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."31.03.2019
Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти.

“Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” – тип уйға ҡалған диндар. Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән:

– Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың?

– Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.

Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған:

– Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем?

– Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: яңғыҙ малды ашатҡан хәлдә лә, уға барыһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирмәҫ, ә бер өлөштө генә һалыр инем...


Вернуться назад

Яндекс.Метрика