Йоҡларға ҡурҡам...30.03.2019
Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы. Ябыҡ ҡына үҙе, гел илай... Уянам да көнө буйы борсолоп, хәүефләнеп йөрөйөм. Йоҡларға ҡурҡам хатта... Ошо төштө диндарҙар нисек аңлатыр ине икән?

Гәзитебеҙҙең “Иман” махсус битенә килгән был һорауға дини остаздарҙың һүҙҙәренә, китаптарға таянып яуап бирергә тырышабыҙ.

“Һеҙҙең төндә йоҡлауығыҙ – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, әҙәм балаһының был ғәмәлендә ҙур хикмәт ята. Изге китаптың икенсе бер аятында Раббыбыҙҙың йоҡоно тыныс һәм ләззәтле итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән. Ысынлап та, ял итеүҙең был төрө – һаулыҡ билгеһе. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы йоҡлай алмай ғазаплана икән, тимәк, уның тән йәки йән сәләмәтлеге яҡшынан түгел.

Йоҡлағанда төш күреү үҙенсәлеге иһә кешегә донъяға яралған мәленән үк бирелгән. Уның тураһында Ҡөрьәндең “Йософ” сүрәһендә лә әйтелгән. Батша төш күрә лә юратыу өсөн кеше эҙләй. Һөҙөмтәлә Йософ ғәләйһис-сәләм юрап бирә.

Аллаһтың илселәре үҙенә пәйғәмбәрлек килгәнен дә тәүҙә төшөндә күргән. Ул мотлаҡ тормошҡа ашҡан.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә төштәрҙең өс төргә бүленеүе хаҡында әйткән. Беренсеһе Аллаһ Тәғәлә тарафынан килә (ул бөтөн ғәмәлдәрҙе үтәп, тәһәрәтләнеп йоҡлағанда, иртәнге намаҙға яҡыныраҡ инә, кешене рухландыра, дәртләндерә, яҡтылыҡ алып килә). Уны мотлаҡ юратырға кәрәк. Бындай ғилемгә эйә кешеләр хәҙер бармы – әйтеүе ҡыйын, элек иһә байтаҡ булған. Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, иң тәүҙә кемдән юратһаң, шуның һүҙҙәре юш килер.

Икенсеһе – тормоштағы мәсьәләләргә бәйле төш. Ул юралмай, яҡшыға булһын тип теләргә генә кәрәк. Өсөнсөһө – һаташыу. Ыҙғыш, ғауға күтәрелгән бындай төштәрҙе берәүгә лә һөйләргә ярамай. Бындай осраҡта Пәйғәмбәребеҙ “Әғүҙү билләһи минәш шайтанир ражим, бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип доға уҡырға ла һулаҡай яҡҡа ҡарап төкөрөргә һәм төштө оноторға ҡушҡан. Шул да мәғлүм булһын: күргән һәр төштө һөйләп йөрөү урынһыҙ.

Әлеге һорауға килгәндә, атай-әсәйҙе төштә күреү – яҡшы билдә, тип билдәләй дини остаздар. Ҡайһы берәүҙәр йоҡлаған мәлендә мәрхүмдәр менән “осрашһа”, шикләнә башлай. Улайтырға ярамай: баҡыйлыҡтағылар беҙгә яҡшылыҡ теләй, һөйөнөсөн белдерә, ниндәйҙер ауырлыҡтан, хәүефтән ҡурсаларға теләй. Шул уҡ ваҡытта мәрхүмдәрҙең төшкә хәйер-доға һорап инеүе лә ихтимал. Бәлки, тормош мәшәҡәттәре менән булып, уларҙы бер аҙ онотоп ебәргәнбеҙҙер. Баҡыйлыҡтағылар бит Ҡөрьән уҡытыуға, хәйергә һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Өҫтәүенә мәрхүмдәрҙең фани донъяла әйтеп ҡалдырған ниндәйҙер васыятын, аманатын үтәмәгәнгә төшкә инеүе лә бар.

Әйтелгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса атай-әсәйебеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытып, хәйер биреп торорға онотмайыҡ, васыяттарын үтәйек. Шул саҡта төштәребеҙ тыныс, йоҡобоҙ татлы булыр.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика