"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә29.03.2019
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр мәҙәниәт йортонда тантаналы йыйылыш үтте.

Сарала район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район Советы депутаттары, ойошма-предприятиелар, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары һ.б. ҡатнашты.

Раил Ибраһимов үҙ сығышында райондың социаль үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталды, унан сығыу юлдарын барланы. “Киләсәктә лә яҡташтарыбыҙ ҙур ғорурлыҡ менән “Мин Хәйбулланан!” тип әйтерлек булһын өсөн барыбыҙға ла тырышырға кәрәк”, – тине ул.

Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө “Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенә – 100 йыл” миҙалын тапшырыу булғандыр. Мәртәбәле наградаға эйә булғандар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иҙрис Түләшев, Социалистик Хеҙмәт Геройы Килдебай Сөләймәнов һәм башҡа бихисап лайыҡлы шәхес бар. Уларҙың һәммәһе лә – Башҡортостандың, Хәйбулла районының үҫешенә үҙ өлөшөн индергән абруйлы хеҙмәт кешеләре.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш район сәхнә оҫталарының бай һәм йөкмәткеле концерты менән үрелеп барҙы. Фойела төбәк уңғандары тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә эшләне.


Вернуться назад