Сарыҡ нисек тегелә?29.03.2019
Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Сара республикала уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек уңайынан ойошторолдо.

Дәресте башҡорт милли кейемдәрен, биҙәүестәрен тергеҙеү менән күптән шөғөлләнгән, был өлкәлә күп мәғлүмәт туплаған оҫта, Сибай башҡорт гуманитар колледжы вәкиллеге уҡытыусыһы Азат Ғарипов үткәрҙе. Ул музейҙа һаҡланған сарыҡтар миҫалында аяҡ кейеме төҙөлөшөн аңлатты, уны тегеү техникаһы менән таныштырҙы.


Вернуться назад