15 апрелдә башлана29.03.2019
Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында кәңәшмә үтте. Уны капиталь ремонт буйынса төбәк операторының генераль директоры урынбаҫары Сергей Баглай алып барҙы.

Быйыл старт алып, биш йылға иҫәпләнгән республика программаһына ярашлы, һәммәһе 26 мең подъезд төҙөкләндереләсәк, шуларҙың 77-һе – Учалы районында.

Ремонт эштәре 15 апрелдә башлана. Биш ҡатлы йортта бер подъезды төҙөкләндереү – 320 мең һум, ике ҡатлыла 129,5 мең һум тәшкил итәсәк. Программа шарттарына ярашлы, подъездағы эштәр 12-14 көн эсендә башҡарылырға тейеш. Йортта йәшәүселәр ремонт барышын контролдә тотоп, башҡарылған хеҙмәтте ҡабул итеүҙә лә ҡатнашыуға хоҡуҡлы.

Быйыл Учалыла 19 күп ҡатлы йорттағы подъездар яңыртыласаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика