Ирекмәндәргә рәхмәт йөҙөнән29.03.2019
Һуңғы йылдарҙа волонтерҙар хәрәкәте тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй. Уның ысынлап та бик шәп икәнлеген Сибайҙан 36 ирекмән үҙ миҫалында күрһәтте.

Ҡаланың педагогия, күп профилле һөнәри, төҙөлөш һәм сервис колледжында белем алып, шул уҡ ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан был егеттәр бушлай кинотеатр, бассейн, каток һәм музейға барыу өсөн сертификаттарға эйә булды. Уларға бындай бүләк урындағы халыҡҡа янғынды иҫкәрткән ҡоролмалар урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн тапшырылды.

Билдәле булыуынса, ҡоролма социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып сабыйҙары тыуған ғаиләләргә бушлай таратыла. Сибайҙа әле 750 йортҡа ошондай прибор ҡуйылған. Эш артабан да дауам итәсәк, һәм был йәһәттән ҡала хакимиәте ирекмәндәрҙең ярҙамына ышанып ҡала.

Әйткәндәй, Сибайҙағы волонтерҙар хәрәкәте етәксеһе, хакимиәттең йәштәр бүлеге белгесе Гөлдәр Сабитова әйтеүенсә, ҡалала 520-нән ашыу ирекмән иҫәпләнә, улар 17 ойошманы берләштерә. Был эш айырыуса Сибай институтында, педагогия колледжында, ҡаланың 12-се һәм 6-сы мәктәптәрендә яҡшы ойошторолған.


Вернуться назад