Һәр йортҡа ҡуйыласаҡ29.03.2019
Мәғлүм булыуынса, йыл башынан алып республикала байтаҡ кеше янғында һәләк булды, улар араһында балаларҙың күплеге бигерәк тә аяныслы.

Был хәлде булдырмау йәһәтенән Баймаҡ районында маҡсатлы эш алып барыла. Әле төбәктә 4 100 янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы ҡуйылған. Эш артабан да дауам итә.

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров әйтеүенсә, иҫкәртеү саралары йыл дауамында бара. Яҙлы-көҙлө “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә. Янғын һүндереүселәр, ауыл хакимиәттәре белгестәре йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен даими тикшерә. Бындай сараларҙа ҡайһы бер урындарҙа электр селтәрҙәренең иҫкелеге, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләре үтәлмәү осраҡтарын күҙәтергә тура килә.

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2016 йылдан алып ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан бирелгән исемлек буйынса, яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ишле, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай бирелә. Шулай уҡ былтырҙан бирле сабыйҙары тыуғандарға ла тапшырыла башланы. Әйткәндәй, бындай ҡоролмаларҙы һәр кем үҙе һатып алып та ҡуя ала.

Баймаҡ районы хакимиәтенән бүленгән 100 мең һумға янғынды иҫкәрткән ҡоролмалар һатып алынасаҡ, уларҙы ҡала һәм район биләмәләрендә йәшәгәндәрҙең (айырым категорияға ҡарағандарҙың исемлеге буйынса) йорттарына урынлаштырыу планлаштырыла.

Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, һәр кем был йәһәттән һаҡ эш итергә, һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмауын аңларға тейеш.


Вернуться назад