Рамзан Ҡадиров ҡушҡас, полицияға бирелгән29.03.2019
24 мартта Мәскәүҙә үлемесле авария булғайны: “Мерседес” автомобиле ҙур тиҙлектә “Нива”ға барып бәрелә. Унда ғаилә китеп барған була: бала менән ҡатын шунда уҡ йән бирә, ирҙе ауыр хәлдә дауаханаға алып китәләр. “Мерседес”тың рулендә чечен кешеһе булыуы асыҡлана, тик ул ваҡиға урынынан ҡаса.

Ошо көндәрҙә Чечня Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадиров социаль селтәрҙәр аша был кешегә мөрәжәғәт итә һәм “ысын ир-ат булһа, ғәйебен танып, властарға бирелергә” ҡуша.

Бөгөн иһә Муслим Джамбековтың полицияға барып, ғәйебен таныуы асыҡлана. Ул быны Рамзан Ҡадировтың мөрәжәғәтен күргәс тә эшләргә була, ә үҙенең ҡасып йөрөүен шок хәлендә булыуы менән аңлата.


Вернуться назад