Тағы “пирамида”, тағы алдандылар...29.03.2019
Башҡортостанда ике меңгә яҡын кеше, аҡсаһын бер финанс ойошмаһына тапшырып, ярыҡ ялғаш янында ҡалды. Ҡулланыусылар кооперативы тәүлек эсендә республикалағы бөтә офистарын япҡан.

Өфөлә бер нисә көн элек кенә “Инвестсоцвклад” тигән алтаҡта эленеп торған бина бикле. Бында һаҡлам асҡан кешеләрҙең күпселеге – пенсионерҙар. Улар гәзиттә 13 процент килем вәғәҙә иткән рекламаға ышанған.

Компания эшмәкәрлеген былтыр көҙ башлаған. Тәүҙә клиенттарға, ысынлап та, аҡса түләгәндәр. Әммә халыҡтан ике миллиард тирәһе һумды йәлеп иткән хеҙмәткәрҙәр был аҙнала юҡҡа сыҡҡан.

Асыҡланыуынса, “Инвестсоцвклад”тың рәйесе прокуратура тарафынан ябылған “Соцвклад” кооперативының да ойоштороусыһы булған. Әле тәртип һаҡсылары был эш буйынса тикшереү башлаған.



Вернуться назад