Ололарға чизбургермы, кеҫәлме?29.03.2019
Магазин кәштәләрендә тиҙҙән “ололар өсөн” тигән яҙыулы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа киләсәк. Улар ҡулланырға әҙер буласаҡ йәки әҙерләүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

Пенсия йәшендәге граждандар өсөн махсус ризыҡтар булдырыу Оло быуын мәнфәғәтендә эш иткән стратегияның тәүге этабындағы “юл картаһы”нда нығытылған. Бындай аҙыҡ-түлек рецептураһы Федераль туҡланыу тикшеренеү институтында әҙерләнә лә инде. Улар витаминдар менән байытылған аҡһым ҡатнашмаһы, йәшелсә, туңдырылған ризыҡтар буласаҡ. Тап аҡһым етешмәүе мускул туҡымаларының ҡартайыуына һәм ҡаҡшауына килтерә. “Ололар өсөн фастфуд”ты шәхси компаниялар етештерәсәк.

Әммә был аҙыҡ-түлектең өлкән йәштәгеләр араһында популяр булып китеүе шикле. Беренсенән, витаминдар һәм кәрәкле матдәләр менән байытылған ризыҡтарҙың хаҡы түбән булырға тейеш, сөнки ҡыйбатлыны пенсионер һатып алмаясаҡ. Тимәк, дәүләт ярҙамы, һалым ташламалары индерергә кәрәк. Икенсенән, аҡһым ҡатнашмаһын ниндәйҙер бер спортсы эсер ҙә ул, ябай кеше бындай туҡланыуҙы ҡабул итмәҫ шул. Ололарҙың туҡланыуҙа йылдар буйы күнеккән үҙ өҫтөнлөктәре бар.

Әлегә инулин һәм витаминдар ҡатнашмаһы өҫтәлгән 120 грамлыҡ кеҫәл киҫәге, мәҫәлән, 200-300 һум тора, ә ябайы – 50 һумдан да осһоҙораҡ. Ә тап инулинлы кеҫәлдең эсәктәр ҡуҙғыуынан яфаланған күп кенә өлкән йәштәгеләргә файҙалы икәнлеген аңлатырға, бер юлы ризыҡты осһоҙайтыу юлдарын да эҙләргә кәрәк.


Вернуться назад