Бушлай тикшерелә алаһың29.03.2019
2—5 апрелдә Өфөлә дүртенсе тапҡыр “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау аҙнаһы” үткәрелә. Сара бик йөкмәткеле булмаҡсы. Ғилми-ғәмәли өлөштән тыш, һуңғы медицина ҡаҙаныштарына һәм һаулыҡ һаҡлауға арналған махсус күргәҙмә эшләйәсәк.

Форум майҙанында 45-тән ашыу эшлекле һәм аң-белем таратыу саралары ойоштороу күҙаллана. Пленар ултырышта әйҙәүсе эксперттар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, профессорҙар сығыш яһаясаҡ. Медицина ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 25 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының ҡатнашыуы көтөлә.

Ә был сара, моғайын да, күптәргә оҡшар: сәләмәтлек аҙнаһында “Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе-ЭКСПО” майҙанында теләгән һәр кем түләүһеҙ медицина тикшереүе үтә ала. Һәр көндө дүрт сәләмәтлек үҙәге, биш күсмә мобиль комплексы халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Шулай уҡ ВИЧ-ҡа экспресс-тест та үтергә мөмкин.


Вернуться назад