Бала һәр саҡ күңел йылыһына мохтаж29.03.2019
Петровский балалар йорто тәрбиәләнеүселәре яҙғы каникулды көтөп алған: әле февралдә үк Ишембай районында урынлашҡан учреждениела Башҡортостан етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова булып, балаларға кулинария һәм художестволы ижад буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторғайны. Үҫмерҙәрҙең был башланғысты ихлас ҡабул итеүен күреп, Каринэ Владимировна уларҙы үҙенең хәйриә проекты сиктәрендә баш ҡалаға саҡырып ҡайтҡан.

Вәғәҙә – иман. 27 мартта Петровский балалар йортоноң 21 тәрбиәләнеүсеһе Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының Иҡтисад һәм сервис институтына, “Дизайн һәм сәнғәт фәне” кафедра­һына ҡунаҡҡа килде һәм бында, ысын мәғәнәһендә, ижади байрам башланды.
Тәүҙә юғары уҡыу йорттары студенттары – костюм дизайнеры һөнәрен үҙләштереүселәр үҙ эштәрен күрһәтте. Заманса материалдарҙан тегелгән зауыҡлы кейемдәр йәштәрҙең фанта­зияһы ифрат бай икәнлеген, милли өлгөләрҙе бөтөнләй уйламаған йүнәлештә лә ҡулланып булыу ихтималлығын иҫбатланы. Балалар был күркәм тамашаны тын да алмай күҙәтте, кәйефтәре күтәрелгәнен, ҡыҙыҡһыныуҙары артҡанын һис йәшереп булмай ине.

Унан һуң бәләкәс балалар аппликация һәм ҡағыҙ пластикаһы буйынса шөғөл­ләнергә йүнәлһә, өлкәнерәк үҫмерҙәр ҡәҙимге футболкаларҙы автор һүрәттәре менән биҙәргә өйрәнде. Студенттар булдырған медиароликтар һәм анимация фильмдары ла бәләкәс тамашасыларҙың иғтибарын яуланы. Был саралар балаларҙы шул тиклем мауыҡтырҙы: улар ихлас күңелдән уҡытыусылар һәм студенттар менән аралашты, һорауҙар яуҙырҙы, бәғзе ҡыйыуҙары студенттар теккән күркәм дизайн өлгөләрен кейеп ҡараны, үҙҙәрен кеше алдында ла һынаны.

Ғөмүмән, Өфө дәүләт нефть техник университетының “Дизайн һәм сәнғәт фәне” кафедраһы (уға педагогия фәндәре кандидаты, рәссам Лидия Стратонова етәкселек итә) эшмәкәрлеге беҙ күнеккән белем биреү системаһынан айырыла: бында ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә, ғәмәли дәрестәргә өҫтөнлөк бирәләр. Ғөмүмән, дизайн, заман менән бергә атлаған өлкә булараҡ, һәр саҡ юғары белемле, динамикалы, алдынғы ҡарашлы кадрҙар талап итә, бигерәк тә инновациялы процестар, компьютер технологияларын үҫтереү йәһәтенән. Бында иһә, төрлө алымдарҙы, сараларҙы ҡулланып, милли мәҙәниәт һәм мөхитте иҫәпкә алып, үҙенсәлекле эшмәкәрлеккә нигеҙ һалғандар.

Тәрбиәсе Люциә Әшрәфйәнова Петровский балалар йортонда ике тиҫтә йылға яҡын эшләүен, бәләкәстән үк оло тормош һынауҙарына дусар булған, ҡатмарлы хәлдәргә тарыған балалар менән уртаҡ тел табыу еңелдән булмауын билдәләп үтте. Тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһенең яҡындары иҫән-һау, телефон кеүек заман мөмкинлеге ярҙамында йыш ҡына аралашып торалар, бәғзеләре яндарына килеп тә йөрөй. Тик барыбер был ваҡытлы шатлыҡ балаларҙың ҡырылған күңелен имләмәй, улар һәр саҡ ғаилә йылыһына, иғтибарға мохтаж. Шуға ла һәр ҡайһыһы һәммә хәл-ваҡиғаға шикләнеп ҡарай, холоҡ-фиғелдәренә ышанмаусанлыҡ, ҡырыҫлыҡ кеүек сифаттар хас. Әммә ысынды ялғандан, ихласлыҡты битарафлыҡтан шунда уҡ айыра был балалар, һәр ҡайһыһының күңеле үтә нескә, һиҙгер. Әйткәндәй, сараның хөрмәтле ҡунағын – Каринэ Хәбированы балалар танып тора – тәүге сәйәхәттә үк ул үҙенең ихлас мөғәмәләһе менән балалар йорто тәрбиәлә­неү­селәренең күңелен яулаған.

Был йәһәттән республика етәксеһе ҡатынының фекере түбәндәгесә: ауыр тормош хәленә тарыған балалар өсөн иң яҡшы бүләк – аралашыу, төрлө яҡлап үҫешеү, социалләшеү. Ошонан сығып, сарала Петровский балалар йорто бүлмәләрен ремонтлау буйынса яңы проектҡа нигеҙ һалынды. Бының өсөн үҫмерҙәр хыялдағы бүлмәләрҙең эскиздарын яһаны, уны күҙаллағанса йыһазландырҙы, интерьер үҙенсәлектәрен билдәләне. Әлегә был эш ҡағыҙҙа ғына булһа ла, киләсәктә юғары уҡыу йорто студенттары улар буйынса проекттар әҙерләйәсәк. Каринэ Хәбирова иһә:
– Балалар үҙҙәрен ошо эшкә ҡат­нашлығы барлығын тойорға, хыялдарына сағыу төҫтәр өҫтәргә тейеш. Бүлмәләргә ремонт яһау өсөн әллә ниндәй ҙур сығым талап ителмәй. Өфөлә йыһаз эшләү, буяуҙар менән шөғөлләнгән ойошмалар бихисап. Улар менән һөйләшкәндән һуң, уртаҡ фекергә килеп, проектта ҡатна­шырға теләк белдерҙеләр, – тине.

Каринэ Владимировна шулай уҡ, был башланғыс уңышлы булған осраҡта, уны артабан да дауам итергә, башҡа социаль учреждениеларҙа ла тормошҡа ашырырға вәғәҙә итте.


Вернуться назад