Балтастар сәләмәт тормош яҡлы28.03.2019
Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылындағы “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Хеҙмәткә һәм илде һаҡларға әҙер!” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексының фестивале уҙҙы. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.

Ярышта 13 коллективтан 80 кеше ҡатнашты. Һәр кем ГТО нормативын үтәү өсөн бар көсөн һалды. Гир күтәреү, турникта күтәрелеү, урындан һикереү, электрон ҡоралдан атыу, йөҙөү һәм башҡа төрлө бәйге шуға асыҡ миҫал. Балтас район Советы рәйесе, “Балтач таңнары” гәзитенең баш мөхәррире Рөстәм Вәлиев барыһына ла уңыштар теләне һәм 2018 йылда ГТО нормативтарын үтәгән сәмселдәргә алтын значоктар тапшырҙы.

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев билдәләүенсә, спортта алдынғылыҡты бирмәгәндәр хеҙмәт урындарында ла һынатмай, төбәктә олоһо ла, кесеһе лә сәләмәт тормош яҡлы.



Вернуться назад