“Кешеләр күп интекте”27.03.2019
“Кешеләр күп интекте”“Салауат бала табыу йорто Башҡортостан милкенә әйләнеп ҡайтты һәм яҡын арала унда комиссия эшләй башлаясаҡ. Ул медицина учреждениеһының ремонтҡа һәм ҡорамалдарға ихтыяжын баһалаясаҡ. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Кешеләр күп интекте, шуға күрә проблемаларҙы йылдам хәл итәсәкбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Мәғлүм булыуынса, төбәк Хөкүмәте Салауат бала табыу йортона ҡағылышлы “Генус” шәхси компанияһы менән концессия килешеүен тарҡатырға ҡарар иткәйне. Бала табыу йортон реконструкциялау буйынса килешеү 2017 йылдың декабрендә төҙөлгән. Уға ярашлы, Башҡортостан акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү өсөн дауахананы 23 йылға шәхси ҡулға тапшырған. Инвестор учреждениены реконструкцияларға һәм ҡорамалдар менән тәьмин итергә йөкләмә алған. “Генус” проектҡа 286,3 миллион һум йүнәлтергә ниәтләгән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика