Айыу балаһы ҡунаҡҡа килгән27.03.2019
Кисә Учалы районының Кирәбе ауылында йәшәгән бер ҡатын баҡсаһындағы теплицала айыу балаһын күреп ҡала.

Табыш тураһында шунда уҡ БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәбәр ителә. Егерь Петр Мандрыгин “саҡырылмаған ҡунаҡ”ты тотоп, ауылдың янғын депоһына алып килә. Учалы “Һунарсылар һәм балыҡсылар” ассоциацияһы етәксеһе Андрей Макеров белдереүенсә, йәнлеккә 1 йәш самаһы, уның әсәһенән нисек айырылыуы билдәһеҙ, ауыл эргәһендә браконьерлыҡ эҙҙәре һиҙелмәй.

Белгестәр көндәр йылынғас ҡына айыу балаһын иреккә сығарырға ҡарар иткән, ә әлегә “ҡунаҡ” алма, кишер, ит менән һыйланып, көс туплай.


Вернуться назад