"Ҡайтығыҙ!"26.03.2019
Республикала һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе һәр районда тиерлек киҫкен тора. Урындағы үҙәк дауаханаларҙа тар белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең ауылдарға ҡайтмауы был хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә.

Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәрендә үк район етәкселәренә төбәккә табиптар йәлеп итеү, йәш белгестәрҙе тыуған яғына ҡайтарыу бурысын ҡуйҙы.

Күп урында был тәңгәлдә эш бара ла инде: Башҡортостан дәүләт университетында, төрлө ҡалаларҙағы медицина колледждарында белем алған яҡташ студенттар менән осрашыу үткәреү матур йолаға әйләнде. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Йылайыр районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Коротков Сибай медицина колледжында уҡыған Йылайыр йәштәре менән осрашты.

Етәксе үҙ сығышында яҡташтарын үҙ районына ҡайтырға саҡырҙы, уларҙың эш менән тәьмин ителәсәген белдерҙе. Шулай уҡ төбәккә ниндәй белгестәр кәрәклеге, хакимиәт тарафынан ниндәй ярҙам саралары күрһәтеләсәге хаҡында һөйләне.

Студенттар Александр Коротковҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыу бик йылы мөхиттә үтте.


Вернуться назад