Ашнаҡсылар бергә йыйылһа...26.03.2019
Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге тарафынан ошо төбәктәге белем биреү учреждениелары ашнаҡсылары араһында конкурс ойошторолдо.

Ярышта, йәшенә һәм хеҙмәт стажына ҡарамай, һөнәри разряды дүртенсенән түбән булмаған ашнаҡсылар һәм ашнаҡсы-кондитерҙар көс һынашты.

Конкурс ике этапта барҙы. Тәүгеһендә бәйгеселәр “Ғаиләлә дөрөҫ туҡланыу” темаһына ярашлы, үҙҙәренең күңел йылыһын һәм фантазияһын өҫтәп, тематик өҫтәл әҙерләһә, икенсе өлөш ғәмәли йүнәлештә барҙы: һәр кем айырым аш-һыу өлгөһө тәҡдим итеп, уны жюри ағзалары алдында яҡланы.

Сәмле ярыш дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Оҫталар үҙенең аш-һыу әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты, башҡаларҙың эшен баһаланы.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды бүребайҙар алды. Икенселә – Аҡъярҙың 1-се мәктәбе, өсөнсөлә – Өфө ауылы балалар баҡсаһы ашнаҡсылары.

Конкурсанттар шулай уҡ төрлө номинацияларҙа билдәләнде.


Вернуться назад