Төрмәгә... 14 йылданмы?26.03.2019
Төрмәгә... 14 йылданмы?Былтыр октябрь айында Өфөлә үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булғайны. Иҫерек ҡатын рулдә туғандарынан ҡайтып килгән. SsangYong Kyron автомобилендә ҡатын тиҙлекте сәғәтенә 114 километрға тиклем арттырған һәм светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә юл сатына сыҡҡан. Унда Hyundai Solaris машинаһына барып бәрелгән.

Авария һөҙөмтәһендә 30 йәшлек водитель ҡатын һәм уның янында ултырған 27 йәшлек пассажирҙың ғүмере өҙөлдө. Ғәйепле ҡатындың ҡанында 2,6 промилле этил спирты булыуы асыҡланған.

Әле суд уны 4,5 йылға иркенән мәхрүм итте. Әммә ҡатын апелляция ялыуы биреп, балалары бәлиғ булғансы төрмәгә ултыртмай тороуҙы һорай. Уның бәләкәй балаһына дүрт йәш.

Иҫерек килеш рулгә ултырғанда ни эшләп балалары тураһында уйламаны икән ул?...




Вернуться назад