Уҡытыусыға купальник кейергә яраймы?26.03.2019
Бер нисә көн элек интернетта бәхәс ҡупты. Барнаул ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын эштән ҡыуғандар. Ни өсөнмө? Һыу инеү кейемендә төшкән фотографияһын социаль селтәрҙә ҡуйғаны өсөн...

Татьяна Кувшинникова күп йылдар ҡышҡы йөҙөү менән шөғөлләнә икән. Уның был йәһәттән уңыштары ла бар, төрлө наградалары ошо хаҡта һөйләй. Шундай фоторәсеменең береһен интернетҡа һалыуы бер уҡыусының әсәһенә оҡшамаған, ул ялыу яҙған. Һөҙөмтәлә уҡытыусыны эшенән китергә мәжбүр иткәндәр.

Бөгөн иһә был теманың дауамы килеп сыҡты: Алтай крайының мәғариф министры Максим Костенко уны кире эшкә ҡайтырға саҡырған. “Мәктәптәр уның кеүек сәләмәт тормош алып барған уҡытыусыларға мохтаж”, – тигән ул. Министр ундай фотола бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡлығын билдәләгән. Әммә шуныһы билдәле: Татьяна кире мәғариф өлкәһенә ҡайтырға йыйынмай. Ул үҙен артабан сәнғәт өлкәһендә күрә икән.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, уҡытыусыларға шундай фотографияларҙы интернетҡа ҡуйыу мөмкинме? Спорт менән шөғөлләнеп, махсус кейем кейеүҙең зыяны ниҙә икән?..


Вернуться назад