Тәбиғәткә ышанып булмай26.03.2019
Күперҙәр, хужалыҡ биналары, гидротехник ҡоролмалар ни хәлдә? Яҙғы ташҡынды ҡаршы алырға әҙербеҙме?

Ҡырмыҫҡалы районында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышында көн үҙәгендә торған ошо мәсьәләләр ҡаралды. Айырыуса янғын осраҡтары йышайыуы һағайта. Йыл башынан ғына 21 янғын сығып, ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары В. Волик әйтеүенсә, яҙғы ташҡындың нисек буласағын да күҙаллауы ҡыйын. “Һәр хәлдә тәбиғәткә ышаныс юҡ, һынауҙарҙы әҙерлекле ҡаршыларға тейешбеҙ, – тине етәксе. – Әгәр ҙә хәл беҙ көтмәгәнсә ҡатмарлашһа, 24 тораҡтың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ә был 815 йорт, 1318 кеше тигән һүҙ”.

Комиссия ағзалары ауыл хакимиәте башлыҡтарына дамба, плотина, күпер һәм башҡа ҡоролмалар торошон тағы ла бер ҡат ентекле тикшереүҙе, ҡотҡарыу сараларын барлауҙы, һыу баҫа ҡалғанда мал-тыуарҙы, халыҡты күсереп тороу урындарын билдәләргә ҡушты.


Вернуться назад