Гөлнараның “Тәмлекәс йорто”26.03.2019
Яңы асылған ашхананан кеше өҙөлмәй.

Район үҙәге Аҡъярҙа туҡланыу урындары етәрлек: кафелар ҙа, ашхана ла бар. Шунлыҡтан дөйөм туҡланыу тармағына ихтыяж юҡ кеүек тә, әммә был хаҡта Гөлнара Сынбулатованың үҙ ҡарашы. Тырыш эшҡыуар күптән түгел “Тәм­лекәс йорто” тип аталған ашхана асҡан.

Әйткәндәй, был туҡланыу урыны Гөлнара Зөфәр ҡыҙының тәүгеһе түгел. Ошо өлкәлә ул 2011 йылдан эшләй. Уңған ҡатындың тәүге кафеһы район хакимиәте бинаһында урынлашҡан. “Ни өсөн тағы ла шул уҡ йүнәлештәге ашхана асырға булдығыҙ?” тигән һорауға: “Халыҡтың һорауы буйынса”, — тип яуапланы.

— Ысынлап та, район үҙәгендә кешеләр өсөн тиҙ генә ҡабып алырлыҡ, йылы сәй һәм еңелсә туҡланып китерлек урындар бихисап, әммә уларҙың барыһында ла хәләл ризыҡтан махсус әҙерләнгән бүлмәләр юҡ. Һуңғы ваҡытта хәләл иттән бешерелгән ризыҡ һораусылар һаны арта төштө. Бигерәк тә йәштәр араһында бындай талап йыш күҙәтелә. Клиенттарҙың ихтыяжы бар икән, ниңә уны булдырмаҫҡа, тигән уй менән башланыҡ та инде был эште. Бөгөн беҙ санэпидемстанция ғына түгел, ә Аллаһ Тәғәлә алдында ла яуап тотоп, бар ризыҡтарыбыҙҙы фәҡәт хәләл юл менән әҙерләйбеҙ. Көнөнә 120-нән ашыу кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Яңы йыл алдынан был һан икеләтә артты. Шулай уҡ туй, юбилей һәм башҡа тантаналар үткәреүгә заказдар алабыҙ. Бина ҡуртымға алынған, бөтәһе 45 кешегә иҫәпләнгән, — ти эшҡыуар.

Ете кешегә эш урыны булдырылған. Ассортименттың төрлөлөгө лә һоҡландыра: балыҡ, ит ризыҡтары, салаттар, телеңде йоторлоҡ тәмле бәлеш, бөйөрөктәр, кондитер ризыҡтары... Һуттары иһә үҙебеҙҙең емеш-еләктән яһалған, буяуҙар ҡушылмаған, шуға күрә бында аш-һыу тәмле лә, сифатлы ла, туҡлыҡлы ла.

Әлбиттә, ашхананы асыу Гөлнара Сынбулатова өсөн еңелдән булмай. Кредит алырға тура килә, ләкин ваҡытлыса ауырлыҡтар ҡурҡытмай уңған ханымды. Төрлө юлдар табып, эшен артабан да йәйелдерергә иҫәбе: заказ буйынса сәксәк, бауырһаҡ бешереү, пицца, шаурма, бәлеш, ҡыҙҙырылған тауыҡ әҙерләп, тейешле адрестар буйынса таратыу һәм клиенттарҙың башҡа теләктәрен еренә еткереп үтәү. Ошонда уҡ ҡомалаҡты әсетеп, икмәк бешереү теләге менән дә яна.

Барыһы ла яйға һалынған да кеүек, көндөң һәм кәйефенең нисек булыуына ҡарамаҫтан, кешенең һәр саҡ ашағыһы килеүен күҙ уңында тотҡанда, ашхананан кеше лә өҙөлмәҫ кеүек. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел.

— Республика, район етәкселеге үҙ эшен асҡан йүнселдәрҙе хуплай, ярҙам ҡулы һуҙа. Тик коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү бик юғары, электр энергияһына ғына эшләгән аҡсаның яртыһы китә. Был тәңгәлдә лә ташламалар булдырылһын ине. Икенсенән, ҡоролмаларҙы, был тәңгәлдә аш бешереү өсөн мейестәрҙе күҙ уңында тотам, Өфөнән һатып алырға тура килә. Йәнә юл сығымдары, уны алып килеүгә тотонолған аҡса һатып алған ҡоролманың 25 процентын тәшкил итә. Аптырағас, Ырымбур өлкәһенән эҙләргә мәжбүр булабыҙ, — ти эшҡыуар.

Үҙенә ҡарата талапсан, тәжрибәле белгес алдында торған бар кәртәләрҙе лә йырып сығыр. Ә хыялдарға килгәндә, барыһын да асып етмәне геройым. “Килерһегеҙ, күрерһегеҙ”, — тип кенә йылмайҙы. Был тарафтарға юлығыҙ төшһә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ ҙә Аҡъяр уртаһындағы “Тәмлекәс йорто”н урап үтмәгеҙ. Татлы-тәмле тәмлекәстәр менән һыйланығыҙ.


Вернуться назад