Май байрамдарын таҙа ҡаршылайыҡ25.03.2019
Май байрамдарын таҙа ҡаршылайыҡ“Өфө күҙгә күренеп таҙара башланы. Хәҙер иғтибарҙы үҙәк урамдар ғына түгел, ә башҡалары ла талап итә”. Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

– Бөгөн Өфөгә килгән муниципалитет башлыҡтары баш ҡала урамдарының таҙалығын билдәләне. Республиканың башҡа ҡалаларында ла шулай булырға тейеш. Шул саҡта кешеләргә йәшәүе уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Май баштарына тиклем былтыр һәм алдағы йылдарҙан алып тупланған барлыҡ сүп-сарҙы таҙартырға кәрәк. Май байрамдарын беҙҙең ауыл-ҡалалар таҙа һәм ҡупшы ҡаршыларға тейеш, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад