Мөғжизәгә ышанығыҙ!24.03.2019
Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә “Яҡтыкүл” шифаханаһына уйнатылған путевканы Өфө ҡалаһынан Шәүрә Ярмуллина отҡайны. Онотолмаҫ кисерештәр бүләк иткән ялдан ҡайтып төшкәс тә ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Шәүрә ЯРМУЛЛИНА:

– Дуҫтар, шул тиклем шәп ял булды!!! Яҙҙың матур биш көнөн иптәшем һәм бәләкәй ҡыҙым менән бик файҙалы үткәрҙек. Бигерәк тә үҙемдең тыуған районымда булыуым шатландырҙы.

Ғөмүмән, “Яҡтыкүл” шифаханаһына килеп инеү менән ихлас, матур итеп ҡаршы алдылар. Персонал күбеһенсә йәштәр, тик башҡорт телендә һөйләшәләр! Яғымлы, һәр саҡ йылмайып, матур итеп аралашалар, ололарҙы етәкләп тигәндәй йөрөтәләр. Шул тиклем алсаҡ ҡыҙҙар эшләй, афарин!!! Ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып йөрөнөм, бигерәк тә Сибай инәйҙәре инде маҡтап туя алмай шифахана хеҙмәткәрҙәрен.

Бында һаулыҡты нығытып ҡайтыу өсөн барыһы ла хәстәрләнгән. Массаждың төрлөһөн яһайҙар, физкабинетҡа теләйһеңме, файҙалы батҡаҡ, төрлө майлы ванналармы – барыһы ла бар. Миңә айырыуса массаж, батҡаҡлы ванналар оҡшаны. Ә ҡыҙыма инде, әлбиттә, бассейн – рәхәтләнеп йөҙҙө. Шулай уҡ саңғысылар шыуған тауҙың иң бейек түбәһенә күтәрелдек. Унда инде Яҡтыкүлдең тирә-яғына ҡарап һоҡланыуҙан иҫебеҙ китте: шул тиклем хозурлыҡ, матурлыҡ!

Һаулыҡты нығытып, саф һауа һулап, ҡаланың шау-шыуынан ял итеп, эшкә көс-дәрт туплап ҡайтып төштөк Өфөбөҙгә. “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Салауат Таһир улы Нафиковҡа, уның етәкселегендәге берҙәм, эшһөйәр коллективҡа, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм!

Ошондай конкурстар күберәк булһын ине. Ә “Бәйләнештә”ге дуҫтарыма шуны әйтәм: мөғжизәгә ышанығыҙ!!! Йылмайып йәшәгеҙ, изге эштәр күберәк башҡарығыҙ. “Башҡортостан” гәзитенә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ, ул ойошторған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ. Һәммәгеҙгә лә бәхет, шатлыҡ, уңыштар теләйем!


Вернуться назад