Йәнә "Йәшел сауҡалыҡ", "Аҡбуҙат", "Һаҡмар" көтә24.03.2019
Сибай ҡалаһындағы экологик хәлгә бәйле, 500 бала Ҡырымдың Евпатория ҡалаһындағы “Хыял”да сәләмәтлеген нығытып ҡайтһа, 15-18 йәшлек үҫмерҙәр ял көндәрендә үҙебеҙҙәге “Яҡтыкүл” шифаханаһында булды.

Ошо көндәрҙә шулай уҡ 20 әсә балалары менән Әбйәлил районындағы “Ҡайынҡай” ял йортона барып ҡайтты. Юлламаларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров алып биргән.

– Беҙ карьер янында йәшәйбеҙ, шуға күрә саф һауала бик аҙ булырға тура килә, – ти Ләйсән Абдрахманова. – Ял көндәрендә иһә шифаханала рәхәтләнеп ял итеп, яҙғы көнгә һоҡланып, бер аҙ булһа ла һаулығыбыҙҙы нығытып ҡайттыҡ. Барыһына ла ҙур рәхмәт!

Шулай уҡ иртәгә оло йәштәгеләрҙән бер төркөм “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юлланасаҡ. Апрель башында илле әсә балалары менән “Аҡбуҙат” һауыҡтырыу профилакторийына барһа, 8 апрелдә 46 әсә кескәйҙәрен алып Хәйбулла районында урынлашҡан “Һаҡмар” шифаханаһында ял итәсәк.

Был сараларҙың барыһы ла экологик хәлгә бәйле ҡала етәкселендә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ярашлы тормошҡа ашырыла.


Вернуться назад