Күңелдәрҙе яҡтыртты Ҡырым ҡояшы24.03.2019
Ҡырымда ял иткән 250 бала тыуған ҡалаһы Сибайға имен-һау әйләнеп ҡайтты. Уларҙы ата-әсәләре ҡаршы алды.

Ял иткән, һаулығын нығытҡан балаларҙың шатлыҡ-ҡыуанысы сикһеҙ: улар ата-әсәһенең ҡосағына ынтыла, бер-береһен уҙышып тәьҫораттары менән бүлешә, яңы пландарын бәйән итә...

Ҡыҙ һәм малайҙарҙың диңгеҙ һауаһын һулап, ҡояшлы, хозур тәбиғәтле Ҡырымда һаулығын нығытып, яңы көс-дәрт туплап ҡайтыуы көләс, нурлы йөҙҙәрендә үк сағыла. Шулай ҙа тыуған Сибайын һағынып та өлгөргән улар, туғандарын, дуҫтарын, класташтарын тиҙерәк күрергә ашҡыналар.

Алтын ҡасабаһында йәшәгән Кәрим Торомтаев ҡалалағы 2-се гимназияның етенсе класында белем ала. Уға тарихи ҡалалар буйлап ойошторолған экскурсиялар айырыуса оҡшаған.

– Бигерәк тә Симферополь, Ялта, Евпатория ҡалаларына һоҡландым. “Артек”та булдыҡ, унда беҙгә бик йөкмәткеле тарих дәресе үткәрелде. Мин был фән буйынса бирелгән һорауҙарға яуап бирҙем. Барыһы ла дөрөҫ булды. Тарих менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынам. Диңгеҙ буйында саф һауала йөрөү үҙе үк онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды. Йәй Ҡара диңгеҙгә барып, унда туйғансы йөҙөп, тағы ла ял иткем килә. Был хыялымды атай-әсәйемә әйтергә уйлайым, – тип тәьҫораттары, теләктәре менән уртаҡлашты Кәрим.

Ул үҙенә яңы дуҫтар ҙа тапҡан. “Данил Кәримов, Илмир Фәйзуллин һәм Илгиз Рысҡужиндар менән артабан да бергә булырға һүҙ бирештек”, – ти.

Ата-әсәләр ҙә балаларының ҡояшлы Ҡырымдағы матур ялынан ҡәнәғәт. Улар ошондай ярҙам сараһы ойошторғандары өсөн Башҡортостан һәм Ҡырым республикалары етәкселәре Радий Хәбиров менән Сергей Аксеновҡа, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа ҙур рәхмәт еткерә.


Вернуться назад