Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды22.03.2019
Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы белем усағына ла газ килде.

1976 йылда төҙөлгән мәғариф учреждениеһы ошоға тиклем утын менән йылытылған. Әле бында 157 уҡыусы белем ала. Мәктәп коллективының, балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ: артабан улар йылы бүлмәләрҙә эшләй һәм уҡыясаҡ.

Учреждение бинаһы янында айырым ҡаҙанлыҡ төҙөлгән.

Ә ауылда йәшәүселәр араһында иң беренсе Хисмәтуллиндарҙың йортона газ үтте. Йорт хужаларының ҡыуанысы сикһеҙ.

– Ҡыш айҙары өсөн өс йөктән ашыу утын әҙерләй торғайныҡ, бөгөн мейескә ут та яҡманыҡ. Хәҙер йылыла рәхәтләнәсәкбеҙ, – ти улар.

Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендә абруйлы ҡунаҡтар килде. Беренсе Этҡолға газ үткәреү планы 2016 йылда төҙөлгән, бөтәһе 112 йорт хужаһы был йәһәттән ғариза яҙған. Әле утыҙҙан ашыу өйгә “зәңгәр яғыулыҡ” килеп еткән, алты ғаилә бөгөндән үк газлы булған.

Беренсе Этҡол – районда иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ул матур, төҙөк, бында 400-гә яҡын йорт иҫәпләнә. Халыҡ уңған, эшсән, берҙәм.


Вернуться назад