Полицияға яла яҡһаң ...22.03.2019
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-лейтенанты Роман Деев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына полиция һәм бүтән дәүләт хеҙмәткәрҙәренә нигеҙһеҙ ялыуҙар өсөн административ яуаплылыҡ билдәләргә тәҡдим итте.

Республика парламенты алдында йыллыҡ отчет менән сығыш яһағанда Роман Деев, полицияның эшенә ҡарата бирелгән ялыуҙарҙың ни бары ете проценты ғына иҫбатлана, тип белдерҙе.

– Рәсәй Енәйәт кодексында “белә тороп ялған яла яғыу” тигән статья бар. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына полиция һәм башҡа дәүләт хеҙмәткәрҙәренә яла яҡҡан өсөн административ яуаплылыҡты ғәмәлгә индереү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итәм, – тине ул.




Вернуться назад