Подъезың төҙөкмө?21.03.2019
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм ысынбарлыҡ" темаһына түңәрәк өҫтәл булды.

Сарала ҡатнашыусылар алдағы алты йылда подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу тәртибе менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлау менән был мәсьәләне күтәрҙе, махсус программа ҡабул ителде. Әйткәндәй, ошо маҡсатта республика алты миллиард һум аҡса бүләсәк.

Сарала ҡатнашыусылар әлегә тиклем бындай программа Рәсәй кимәлендә булманы, шуға ла ул тармаҡта революцияға тиң тип билдәләне.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика