Ҡыш бирешергә теләмәй21.03.2019
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә республикала урыны менән епшек ҡар яуа, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талҡын. Һауа температураһы төндә 2-7, аяҙытҡанда 8-13 градус һалҡын булыуы, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә.

23 мартта ҡайһы бер райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуа, көньяҡ биләмәләрҙә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан. Һауа температураһы төндә 1-6 градус һалҡын, көндөҙ бер градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы була.


Вернуться назад