Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?20.03.2019
Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар. Өфө ҡалаһының Дим районында ла урам һәм тротуарҙарҙы ошо рәүешле таҙарта башланылар.

Тәүҙә үҙәк тирәһен ҡышҡы һәм яҙғы бысраҡтан йыйыштырҙылар. Сират башҡа урындарға ла етәсәк.

Яҙлы-йәйге осорҙа юлды махсус матдә менән бер нисә тапҡыр таҙартыу күҙаллана. Ә ябай һыу менән көн дә йыуасаҡтар.


Вернуться назад